Йүгергәндән бурҙайҙың табаны туҙмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • ВАҠЫТТЫҢ ЯҢЫ САҠЫРЫУҘАРЫНА ЯУАП ИТЕП
  • Балаларҙың ялы ял булһын
  • ИСЛАМДА ҘУР ҺӘМ БӘЛӘКӘЙ ГОНАҺ
  • Матбуғатҡа яҙылыу хаҡтары үҙгәрмәйәсәк
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Динебеҙ ҡушҡан емеш-еләк һәм йәшелсәләр Яңылыҡтар

    Кешенең нимә ашауының бик мөһим икәнлеге тураһында яҙып тороу ҙа артыҡ – быныһын бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ. Аҙыҡ сәләмәтлеккә лә, матурлыҡҡа ла ҙур йоғонто яһай. Шуға ла Исламда айырып билдәләнгән йәшелсә-емеш бихисап. Мәҫәлән, ҡарбуз тураһында бер нисә хәҙис барлығы билдәле. Тик уларҙың дөрөҫмө-юҡмы икәнлеге хаҡында бәхәстәр тыуған. Шуныһы билдәле, Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм ҡарбуз менән бергә өлгөргән финиктарҙы ла ашарға яратҡан һәм: «Быларҙың (финиктарҙың) әселеген тегенең (ҡарбуздың) һыуыҡлығы юҡҡа сығара», – тип әйткән.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Уҡытыусы уҡыусыларға «Минең атайым» тигән темаға инша яҙырға ҡуша. Бер малай былай тип яҙа: «Минең атайым иң көслө, иң ҡыйыу кеше һәм бер нәмәнән дә ҡурҡмай. Ул крокодилдар йөҙгән киң йылғаны йөҙөп сыға. Бер ниндәй ярҙамһыҙ бейек үрҙәргә менә, ҡулы менән айыу һәм арыҫланды еңә ала. Әммә ул көн дә тик һауыт-һаба, ойоҡтарын йыуа һәм сүп-сарҙы сығарып түгә».

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тырышлыҡ үҙенекен итте Яңылыҡтар » Спорт

    «Салауат Юлаев» хоккейсылары, үҙ көйәрмәндәрен ҡыуандырып, өҫтәмә ваҡытта булһа ла, быйылғы миҙгелдә уңышлы старт алған Мәскәү өлкәһенең МВД командаһын 4:3 иҫәбенә отто. Эйе, ысынлап та, ҡунаҡтар, бушҡа ғына үҙ дивизионында лидер түгел икәнен йәнә бер тапҡыр иҫбатлап, хужаларға ҡаршылыҡ күрһәтеп маташты. Иҫәпте лә беренсе булып асып, хатта уны икегә еткереп, өфөләргә үҙ уйынын бәйләмәксе була. Ә бит улар составында бер «йондоҙ» ҙа юҡ. Тимәк, команда уйыны бар. Нисек кенә булмаһын, юлаевсылар, характер күрһәтеп, тәртип һаҡлаусыларҙан ике мәрәй булһа ла тартып алды. Шайбаларҙы Александр Пережогин, Виталий Прошкин һәм ике тапҡыр Игорь Григоренко индерҙе. Бөгөн беҙҙә «Локомотив» ҡунаҡ буласаҡ.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әгәр оҙаҡ йәшәргә теләһәгеҙ... Сәләмәтлек

    Эшкә йыйынғанда, бик ашығыс булһа ла, бер аҙ йәйәүләп барырға тырыш. Был күңел күтәренкелеге бирер.
    Күберәк һуған, һарымһаҡ, кишер ашаһаң, ауыҙ ҡыуышлығында микробтар үрсемәҫ.
    Теш ҡаҙналарын нығытыу өсөн аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла ауыҙҙы тоҙло һыу менән сайҡарға кәрәк.
    Арыған аяҡтарҙы кисен йылы тоҙло һыуҙа тот.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңы павильон асылды Яңылыҡтар

    Өфөнөң Үҙәк баҙарында өр-яңы павильондың беренсе ҡаты эшләй башланы. Унда ит, балыҡ, йомортҡа, һөт аҙыҡтары, колбаса һатыла. Ҡыҫҡаһы, йәшелсә-емештән башҡа бөтә аҙыҡ-түлек тә заманса, уңайлы сауҙа майҙанына туплан­ған. Ә йәшелсәләр быға тиклем эшләп килгән, хәҙер иркенәйеп ҡалған павильонда һатыла.
    Ҡағиҙә булараҡ, яңы сауҙа урындары асылғас, ундағы уңайлыҡтар өсөн һатыу урынын ҡуртымға алыу ҡиммәтләнә төшә. Һөҙөмтәлә тауарға ла хаҡ күтәрелә. Әммә, дөйөм алғанда, яңы павильонда ла хаҡтар шул уҡ ҡалған.
    Түбәндәге таблицала хаҡтар 26 февралгә ҡарата бер килограмм аҙыҡ-түлеккә Үҙәк баҙарҙың яңы павильоны миҫалында бирелгән.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт егете француздарҙы һоҡландырҙы: Афарин, Искәндәр! Яңылыҡтар, Мәҙәниәт

    Башҡортостан музыканттары әленән-әле үҙ һәләттәрен ил кимәлендә генә түгел, сит төбәктәрҙә лә таныта. Быға дәлил – Францияла үткән А. Скрябин исемендәге X халыҡ-ара пианистар конкурсы. Ул февраль аҙағында Парижда уҙҙы. Башҡортостандан Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты Искәндәр Ғафаров Франция тамашасыһын үҙенең сағыу таланты менән таң ҡалдырып, 1-се урынға лайыҡ булды. Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, билдәле ҡурайсы һәм йырсы Алмас Ғафаровтың улы киләсәктә лә үҙен танытыр әле.
    А. АҠБУЛАТОВА.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дәүләт ярҙамы көсәйтеләсәк Яңылыҡтар

    Мәскәүҙә үткән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында БР Хөкүмәте Премьер-министры Р. Сарбаев, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары категорияһына индерергә кәрәк, тине.
    – Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың производство потенциалы ҙур, – тине беҙҙең Хөкүмәт Рәйесе. – Уларҙы бәләкәй эшҡыуарлыҡ категорияһына индереү үҙҙәренә дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлеге бирәсәк. Өҫтәүенә, бөгөн тормош үҙе был процесты көсәйтеүҙе талап итә. Ҙур хужалыҡтарҙа производствоны автоматлаштырыу эшсе ҡулдарҙан баш тартырға мәжбүр итә. Мәҫәлән, юғары технологиялы бер трактор һатып алыу ябай биш тракторҙы алмаштыра. Ә ауылда йәшәүселәр һаны кәмергә тейеш түгел. Тимәк, уларға тейешле эш шарттарын булдырырға, уларҙы ҡыҙыҡһын­дырырға һәм ярҙам итергә тейешбеҙ.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Киевта Украина Президенты Виктор Януковичтың инаугурацияһы үтте.
    Тантанала Евросоюз һәм АҠШ вәкилдәре, РФ Президенты Хакимиәте башлығы Сергей Нарышкин һәм РФ Дәүләт Думаһы Рәйесе Борис Грызлов ҡатнашты. Мөһим сәйәси сараға шулай уҡ илдең икенсе президенты Леонид Кучма ла килгән. Ә элекке ил башлығы Виктор Ющенко менән Хөкүмәт Рәйесе Юлия Тимошенко тантаналы ултырышта ҡатнашыуҙы кәрәк тип тапмаған.
    Яңы Президент вазифаһына ингәнендә сығыш яһап, үҙенең эш хаҡын 50 процентҡа кәметкән. Бынан тыш, үҙгәрештәр Президент хакимиәтенең башҡа хеҙмәткәр­ҙәренең килеменә лә ҡағыласаҡ.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru