Ғәйрәт иткән тау ярыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Эскелек ҡорбандары арта
  • Ауыл хужалығын үҫтереү стратегияһы дөрөҫ һайланған
  • Май
  • Арғымаҡ «Керчь»тың яҙмышы
  • Киләсәкте уйлап, йәштәрҙе хәстәрләп
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Хәрәкәттә - бәрәкәт, алға атлайыҡ! Башҡортостан, Сәйәсәт

    Хәрәкәттә - бәрәкәт, алға атлайыҡ!Республика башлығының быйылғы Мөрәжәғәтнамәһе «Башҡортостанды артабан да модернизациялау – XXI быуатта именлеккә һәм сәскә атыуға юл» тип атала. Унда республиканың алдағы көндәргә маҡсаты, үҫешен күҙаллауҙар, аныҡ эштәре тулыһынса сағыла.
    Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев үҙенең «Рәсәй, алға!» программаһында билдәләүенсә, илдең бөгөнгө быуыны ҙур мираҫ алды. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың тырышлығы, ныҡышмалылығы менән лайыҡлы яуланған һәм фиҙакәр хеҙмәтенән килгән мираҫты. Ҙур ил биләмәһе, тәбиғәт байлыҡтары, сәнәғәт потенциалы, фән, техника, мәғариф һ.б. ҡаҙаныштар, армия, флот, ядро ҡоралы тарихы... Быларҙы нисек тағы ла ҡеүәтлерәк итергә һуң?
    Эйе, беҙгә мираҫ ҡалды, әммә булған проблемалар ҙа ҡатмарлы ине. 90-сы йылдарҙан алып республикала үҫеш йәһәтенән алға ынтылыш ныҡ көслө булды. Ҡала-ауылдарҙың йөҙө үҙгәрҙе. Газ үткәреү, юл, күпер төҙөү, торлаҡ йорттар һалыу буйынса ҙур эш башҡарылды.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Өфөлә Башҡортостан ук­ра­ин­дары­ның VI съезы асылды. Форумда 276 делегат ҡатнаша, улар араһында Мәскәү, Киев, Полтава, Львов ҡунаҡтары бар. Съездың төп маҡсаттарының береһе – украиндарҙың «Кобзарь» республика милли-мәҙәни үҙәгенең 20 йыллыҡ эш һөҙөмтәһен барлау.
    Республикала «Тор­лаҡ – 2010» күҙәтеү-иҫкәртеү операцияһы башланды. Уның маҡсаты – кеше йәшәгән ерҙә янғын сығыуҙы иҫкәртеү, матди һәм социаль юғалтыуҙарҙы кәметеү, янғын һүндереүгә әҙерлек кимәлен күтәреү. Дәүләт янғын күҙәтеүе хеҙмәткәрҙәре, йорттарға килеп, хәүефһеҙлек талаптары үтәлешен тикшерәсәк.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уңыштар күп, әммә тынысланырға иртә Яңылыҡтар

    БР Мәғариф министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде.
    Башҡортостандың мәғариф системаһы – Рәсәйҙә иң ҙур һәм алдынғы системалар­ҙың береһе. Бөгөн был тармаҡ 4500 белем биреү учреждениеһын үҙ эсенә ала. Уларҙың барлыҡ типтарында бөтәһе 870,2 мең кеше белем ала һәм 90 меңгә яҡын уҡытыусы эшләй. Беҙҙәге белем һәм тәрбиә усаҡтарының матди-техник базаһы ла күп төбәктәргә өлгө булырлыҡ. Йыл һайын тиҫтәләгән яңы мәктәп сафҡа индерелә. Былтыр, мәҫәлән, 34 яңы учреждение файҙаланыуға тапшырылды. 2009 йыл шулай уҡ республикабыҙҙа меңенсе мәктәптең үҙ уҡыусыларын ҡабул итеүе менән иҫтәлекле.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Еңеүҙең 65 йыллығы уңайынан һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалалары өлгөһөндә Стәрлетамаҡта ла ветерандарҙы бушлай хеҙмәтләндереүсе такси эшләй башланы. Был акцияла ҡаланың ике тиҫтәгә яҡын такси хеҙмәте ҡатнашырға теләк белдергән. Хәҙер Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары үҙҙәрен оҙатып йөрөүсе менән, машина саҡыртып, поликлиникаға, дауахана, дарыухана, пенсия фондына йәки халыҡты социаль яҡлау идаралығына бушлай бара ала.
    Өфөлә 2009 йылда бойомға ашырылған маҡсатлы ҡала программалары һаны, 2008 йыл менән сағыштырғанда, өстән бер өлөшкә тиерлек артҡан. Ҡалала йыл эсендә 39 программа тормошҡа ашырылды – был уҙған йылға ҡарағанда туғыҙға күберәк. Улар араһында иң ҙур блокты социаль программалар (31) тәшкил итә.

    авторы: admin | 25 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Батырҙар бил һынашты Яңылыҡтар » Спорт

    Батырҙар бил һынаштыМилли көрәш республикабыҙҙа уҙғарылған спорт ярыштары араһында ҙур урынды биләп тора. Ул егеттәрҙе бала саҡтан физик ныҡлыҡҡа өйрәтергә һәм патриотик рухта тәрбиәләргә ярҙам итә. Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙың Киров районы мәктәптәре уҡыусылары араһында Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында милли көрәш буйынса спартакиада үтте. Ул, ғәҙәттәгесә, парадҡа баҫыу һәм гимн аҫтында флаг күтәреүҙән башланды. Өфө ҡалаһының төп тренеры Фәнис Уразбахтин баш судья вазифаһын башҡарҙы. Рәсәй чемпиондары Юнир Ильясов, Винер Хәйбуллин, донъя призеры Наил Мөхәмәтйәнов кеүек билдәле батырҙарҙы үҫтергән тренер, ярышты баһалап:«Беҙ йәштәрҙе үҫтереүгә ярҙам итһәк, бер нисә йылдан улар еңеүселәр сафын тултырасаҡ. Рәсәй буйынса 3-сө урынды яулаусы Вадим Зөлҡәрнәев бала саҡтан, Руслан Шәйхетдинов 16 йәшенән көрәшә башланы. Бөгөн улар өсөн бик шатмын».

    авторы: admin | 25 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡар бураны уйнатып... Яңылыҡтар » Спорт

    Ҡар бураны уйнатып...Өфөнөң «Олимпик-парк» тау саңғыһы комплексында журналистар менән мәктәп уҡыусыларының йыйылма командалары араһында тау саңғыһы буйынса ярыштар үтте. М. Кәрим исемендәге 158-се һәм Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназиялары уҡыусыларының журналистар менән шахмат, футбол һәм волейбол уйнауы хаҡында гәзит уҡыусыларыбыҙ хәбәрҙар. Ошо көндәрҙә БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы һәм Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы йыйылма командалары саңғыға баҫты. Был оҫталыҡ та, батырлыҡ та талап иткән спорт ярышын БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ һәм «Йәшлек» гәзите редакцияһы ойошторҙо. Тауҙан саңғы менән шыуыу туп тибеү түгел. Ул даими шөғөлләнеүҙе талап итә.

    авторы: admin | 25 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Фәнде үҙ иткән йәштәр сафы тулылана Мәғәриф

    Фәнде үҙ иткән йәштәр сафы тулыланаФән – ҙур сабырлыҡ, ныҡышмалылыҡ талап иткән ауыр ҙа, ҡатмарлы ла өлкә. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, һуңғы йылдарҙа фән юлын һайлаусы йәштәр һаны арта бара. Әлеге ваҡытта республиканың юғары уҡыу йорттарында 2472 аспиранттың уҡыуы, шуларҙың 2472-һе, йәғни 87 проценты 30 йәшкә тиклемге йәштәр булыуы тап ошо хаҡта һөйләй.
    Йәштәрҙең фәнгә ынтылыуының төп сәбәптәренең береһе – республикабыҙҙа фән менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәрҙең киңәйеүе. Йәш ғалимдар араһында төрлө конкурстар ойошторола, уҡыуҙа һәм ғилми эҙләнеүҙәрҙә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән аспиранттарға һәм докторанттарға Башҡортостан Президенты стипендиялары тапшырыла, ә инде республиканың иҡтисади һәм социаль үҫешенә йоғонто яһарҙай юғары уңыштары һәм асыштары булған йәш фән әһелдәренең хеҙмәте Дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ була. Шулай уҡ ҡыҙҙар һәм егеттәр сит илдәрҙең абруйлы уҡыу йорттарына барып, үҙҙәренең белемен камиллаштырып, сит ил тәжрибәһен өйрәнеп ҡайта ала. 2006 йылда булдырылған республикабыҙ Президенты гранты ла фән өлкәһенә яңы аяҡ баҫҡан йәштәр өсөн ҙур дәртләндереү сараһы һәм матди ярҙам булып тора.

    авторы: admin | 25 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Белемле һынауҙан ҡурҡмай Мәғәриф

    Уҡыу йылы яңы ғына башланған кеүек ине, икенсе ярты йыллығына ла аяҡ баҫтыҡ. Йылды яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлау өсөн уҡыусыларҙың бар көсөн уҡыуға ғына биреп, тырышып уҡый торған мәле. 11-се синыф уҡыусылары өсөн иһә айырыуса яуаплы осор. Алда хәл иткес имтихандар тора. Уларҙы нисек тапшырыуыңдан, мәктәпте уңышлы тамамлау менән бер рәттән, юғары уҡыу йортона уҡырға инеү-инмәү мәсьәләһе лә хәл ителәсәк. Сығарылыш имтиханы булараҡ, берҙәм дәүләт имтиханы яңы индерелә башлаған осорҙа йәмәғәтселектә ҙур шау-шыу тыуҙырғайны. БДИ һорауҙары шул тиклем ҡатмарлы, уны хатта вуз уҡытыусылары ла эшләй алмай икән, тигән һүҙҙәр таралды. Балаларыбыҙ нисек кенә итеп тапшырыр икән, тип борсолдо ата-әсәләр. Уҡытыусылар иһә, уҡыусылар белемен аҡлай алырмы, тип хафаланды. Хәҙер иһә БДИ һынау осорон үтте, бер нисә йыл дауамында уҡыусылар БДИ формаһында дәүләт сығарылыш имтихандары тапшырып, тәжрибә тупланы.

    авторы: admin | 25 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru