Көс һабантуйҙа беленер, эш өмәлә беленер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Рәсәй йәштәре – беренсе
  • Ай башы
  • Хәтер юйылмаһа, улар тере ҡалыр!
  • Эш солтаны
  • Йөҙ йәшендә лә һикереп төшөп бейерлек
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Аслыҡ иғлан итәм, сөнки... Тормош юлдары ҡатмарлы, Хаттар яҙҙым

    Аслыҡ иғлан итәм, сөнки...Бер нисә көн элек редакцияға бер ир шылтыратты.
    – Мин фәлән райондың фәлән ауылында йәшәйем. Бөгөндән аслыҡ иғлан итәм!.. Сөнки ҡатын, бөтә мал-тыуарҙы эйәртеп, әсәһенә ҡайтып китте, фәләнсә баш һыйырҙың, шунса быҙауҙың, бер нисә аттың берәүһен булһа ла ҡалдырманы...
    Сәйер хәбәргә аптырап ҡалдыҡ. Бәлки, берәй алимент түләмәгән атай йоратылыр, шуға бөтә мөлкәтен тартып алғандарҙыр, тине арабыҙҙан кемдер.
    – Балалары асыҡҡанда эше юҡ, ә үҙе бер нәмәһеҙ ҡалыу менән тотош республикаға яр һалмаҡсы булған, – тип йөпләне уны икенсебеҙ.
    Улай тиһәң, мал-мөлкәтте тартып алған хәлдә лә, кешегә үҙ өлөшө – тәғәйене ҡалдырылырға тейеш тә баһа... Хәйер, берәү асыҡҡанда, сәбәбен асыҡламай, баш ватып ултырырһыңмы? Иртәгәһенә үк юлға сыҡтыҡ.

    авторы: admin | 25 февраля 2010 | Фекерҙәр (3) | Тотош уҡырға
    Ҡапҡасы – ярты команда, тигән әйтем менән килешмәйем Яңылыҡтар » Спорт

    Ҡапҡасы – ярты команда, тигән әйтем менән килешмәйемБына шулай башланып китә беҙҙең ҡапҡасыбыҙ Александр Еременконың спорт яҙмышы. Әлбиттә, һәр бер спортсыныҡы кеүек, ул еңел башланмай. Ул хатта 19 йәшендә, яратҡан шөғөлөн ташлап, икенсе эшкә тотонмаҡсы булып йөрөй. Сөнки талантын әллә ни күрһәтә алмай, ә «Динамо»ның төп составына эләгеү уға хыял кеүек тойола. Тик геройыбыҙ ауырлыҡтарға баш эймәй. Үҙ өҫтөндә күп эшләй, кистәрен йоҡламай күнекмәләр үткәрә. Тырышлығы тиҙҙән емеш бирә. Яйлап төп составта ла урын табыла, һөҙөмтәләре лә оҙаҡ көттөрмәй. Йәш кенә көйө «Динамо» составында чемпион булғас, башҡа клубтарҙа ла уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уяна. Бейеклектәр яйлап яулана, тигәндәй, уртаса командаларҙа үҙен һынап ҡараған егетте Ҡаҙан клубы үҙенә саҡырып ала. Әлбиттә, шунда уҡ төп урынды бирмәйҙәр. Күршеләрҙең тәжрибәле ҡапҡасылары булғанлыҡтан, Александр ваҡытының күп өлөшөн запас эскәм­йәһендә уҙғарып, уйынды ситтән күҙәтергә мәжбүр була.

    авторы: admin | 25 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сабыйҙарса ябайлыҡ, балаларса ихласлыҡ Яңылыҡтар

    Сабыйҙарса ябайлыҡ, балаларса ихласлыҡӨфөнөң Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Үҙәк ҡала балалар китапханаһында рәссам, Рәсәй дизай­нер­ҙар союзы ағзаһы Артур Васи-ловтың балалар өсөн ижад ителгән эштәренән күргәҙмә асылды.
    Күп күргәҙмәләрҙә булып, ниндәй генә эштәрҙе күрергә яҙманы. Хатта атаҡлы оҫта Әхмәт Лотфул­линдың оҫтахаһында булыу бәхете тейҙе, талантлы урта быуын рәссамдарынан Йәлил Сөләймәнов, Хәтип Фа­зылов, Әмир Мәжитов менән аралашып, сәнғәт тураһында әңгәмә ҡороп, бәхәсләшеп ултыр­ған саҡтар ҙа булды. Ә инде Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Үҙәк ҡала балалар китапханаһында асылған яңы күргәҙмә мине илаһилығы һәм ябайлығы менән арбаны. Унда рәссам, Рәсәй дизайнерҙар союзы ағзаһы Артур Василовтың балалар өсөн ижад ителгән эштәре ҡуйылған.

    авторы: admin | 25 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт халҡының этник тарихы(Фәлсәфәүи уйланыуҙар) Башҡортостан, Мәғәриф

    Башҡорт ҡәбиләләре һәм ырыуҙарының лидерҙары тәүҙән үк һалынған маҡсаттар­ға һәм бурыстарға – тышҡы именлекте, тыуған крайҙың һәм халыҡтың артабанғы сәскә атыуын һаҡлау – хыянат итмәй. Ул гендар буйынса халҡыбыҙҙың тарихы буйына һуҙыла. Союз даими рәүештә ойошманың ағзалыҡ шарттарын (хоҡуҡтарын һәм бурыстарын) ҡабул иткән яңы ҡәбиләләр һәм ырыуҙар менән тулылан­ған. Мәҫәлән, йәш ағзаларҙан ҡыпсаҡтар­ҙы, табындарҙы, ҡатайҙарҙы, меркеттәр­ҙе, меңдәрҙе атарға мөмкин.
    Һуңыраҡ башҡорттарҙың ерҙәрендә башҡа халыҡтарҙың һәм милләттәрҙең вәкилдәре һыйыныр урын таба, шулай итеп, башҡорт ере күп милләтлегә әүерелә. Был башҡорттарҙың генетик яҡтан халыҡ булараҡ ойошоуына ҡаршы килмәй. Сөнки союз нигеҙенә дуҫлыҡта һәм татыу­лыҡта йәшәү, бергәләп тышҡы дошманға ҡаршы тороу, бәхәсле мәлдәрҙе тыныс юл менән хәл итеү программаһы һалынған.

    авторы: admin | 25 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һеҙҙә ҡасан үтәсәк? Яңылыҡтар » Спорт

    Республика ҡала һәм райондарында ҡоролтайҙар үткәреү графигы раҫланды. Билдәле булыуынса, тап ошо сараларҙа тауыш биреү ысулы менән III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлау ойоштороласаҡ. Мөһим саранан ситтә ҡалмағыҙ!
    Кем делегат була ала? III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат булып 18 йәшкә еткән, хеҙмәткә яраҡлы һәр башҡорт һайлана ала. Делегаттар һайлау, уларға вәкәләттәр биреү – барыһын да фәҡәт халыҡ ихтыяры хәл итә. Район һәм ҡала ҡоролтайҙарының башҡарма комитеттары кандидат­тар­ҙы тәҡдим итеү тәртибен һәм ваҡытын, делегаттар һайлау хаҡында положениеларҙы йәмәғәтселеккә еткерергә бурыслы.
    Конференцияларҙы үткәреү тәртибен, уларҙа делегаттарҙың вәкиллеге нормаларын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының урындағы бүлексәләре билдәләй. Башҡорт ҡоролтайҙары башҡарма комитеттары теләге булған һәр кандидатты конференция эшендә ҡатнашыуға үткәрергә бурыслы.

    авторы: admin | 25 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Зефир Сәләмәтлек

    1 килограмм шәкәр, 3 аш ҡалағы желатин, 1 балғалаҡ лимон кислотаһы, 1 балғалаҡ ванилин, 1 балғалаҡ сода. Әлеге ингредиенттарҙан яҡынса 90 зефир килеп сыға.
    Желатинды ҡайнатып һыуытылған (саҡ ҡына кәрәк) һыуҙа 2 сәғәт тоторға. Шул уҡ ваҡытта шәкәр ҙә 200 мл һыуҙа 2 сәғәт ебетелә. Бынан һуң уны утҡа ҡуйырға ла, бер туҡтау­һыҙ болғап, 7 – 8 минут киптерергә. Шәкәрҙе уттан алғас, уға желатин өҫтәп, 10 минут тирәһе ныҡлап бутарға (миксер булһа, тағы ла яҡшыраҡ). Массаға лимон кислотаһы өҫтәп, 5 минут бутарға ла, ванилин менән соданы ла һалып, яҡшылап туҡырға. Был массаны 10 минут тотоп торорға.
    Бынан һуң кулинария шприцы йәки ҡалаҡ ярҙамында зефирҙар эшләнә һәм 3 – 4 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйыла. Тик бутамағыҙ – туңдырғысҡа түгел!

    авторы: admin | 25 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йырҙар нығыта дуҫтар араһын!» Мәҙәниәт

    Радик Вәлмөхәмәтовтың 27 февралдә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙасаҡ концерты шулай атала. Сәхнәлә 20 йылға яҡын эшләгән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Вәлмөхәмәтов тамашасыларҙы «Йырҙар нығыта дуҫтар араһын!» тип аталған яңы концертына саҡыра. Унда артист Башҡортостандың халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры оҙатыуында башҡорт халыҡ йырҙарын, классик әҫәрҙәрҙе башҡарасаҡ. Шулай уҡ «Ихлас» төркөмө менән берлектә популяр һәм өр-яңы йырҙарын тәҡдим итәсәк. Концертта Хәлит, Лилиә һәм Илшат Фәтиховтар, Венера Рәхмәтуллина, Рушан Биктимеров, Римма Амангилдина, Әлфиә Юлсурина, Гөлзәмиә Ситдиҡова, Илшат Яхиндар ҡатнаша.
    Йырлы-моңло тамашаға рәхим итегеҙ, дуҫтар!

    авторы: admin | 25 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уйындар ғына бөтөп бара ул... Яңылыҡтар » Спорт

    Уйындар ғына бөтөп бара ул...ВАНКУВЕРҘАҒЫ ҡышҡы Олим­пия уйындары финиш һыҙығына яҡынлаған һайын Рәсәй спортсылары көндән-көн ҡыуандырыуын дауам итә. Ошо уҙған дүрт көн эсендә улар дөйөм ҡумтаһын туғыҙ миҙалға байытты. Хәҙер спортсыларыбыҙ иҫәбендә өс алтын, дүрт көмөш һәм алты бронза миҙал бар. Бигерәк тә баштан уңышһыҙ сығыш яһаған биатлонсыларыбыҙ һөйөндөрҙө. Башта Евгений Устюгов масс-стартта юғары уңышҡа өлгәшһә, һуңынан ҡыҙҙарыбыҙ, эстафетала бар дәғүәселәрен артта ҡалдырып, финиш һыҙығын беренсе булып үтте. Шулай уҡ Ольга Зайцева масс-стартта көмөш миҙалға эйә булды.
    Саңғысыларыбыҙ ҙа ярайһы ғына уңышҡа өлгәште. Улар иҫәбендә – ике бронза.

    авторы: admin | 25 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru