Ҡалған эшкә ҡар яуа.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ислам беҙҙе изгелеккә илтә
  • Китапханасы эше күңелһеҙ түгел
  • Күсәр
  • Йөҙ йәшендә лә һикереп төшөп бейерлек
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡасандыр ир-егеттәр өсөн әрмегә бармау ғәрлек һаналған Сәйәсәт » Әрме

    Ҡасандыр ир-егеттәр өсөн әрмегә бармау ғәрлек һаналғанАртур ТУҠТАҒОЛОВ, Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы, «Далан» төркөмө етәксеһе:
    – Сәнғәт училищеһын тамамлағас, Бишбүләк районына тынлы оркестрға етәксе итеп ебәрҙеләр. Урындағы хакимиәт башлығы мине, әрменән алып ҡалам, бер ҡайҙа ла ебәрмәйем, тине. Ә бит ул заманда хеҙмәт итмәү бер төрлө ғәрлек ине. Әрменән ҡалдыңмы, тимәк, һин ысын ир-егет түгел. Хатта ҡыҙҙар ҡарамауы ихтимал. Хәрби комиссар артынан, мине хеҙмәткә алығыҙ, тип ныҡышып йөрөй торғас, барыбер теләгемә ирештем.
    Бер төркөм йәш егет Афғанстанға китергә тейеш инек. Саҡырылыу пунктында, арағыҙҙа музыканттар бармы, тип һоранылар ҙа, шулай итеп, Краснодар ҡалаһына эләктем.

    авторы: admin | 20 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡасандыр ир-егеттәр өсөн әрмегә бармау ғәрлек һаналған 2 Сәйәсәт » Әрме

    Ҡасандыр ир-егеттәр өсөн әрмегә бармау ғәрлек һаналған 21984 йылда сәнғәт институтында уҡып йөрөгәндә курсыбыҙҙан ете егетте әрмегә алдылар. Һамарҙа Волга буйы хәрби округының йыр-бейеү ансамблендә хеҙмәт иттем. Һалдат тормошоноң ниндәй икәнен тәүге көндә үк татырға тура килде. Эш былай булды. Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан йыйылған егеттәр менән киске аштан һуң йыйылыштыҡ та, киноға киттек. Ҡайтыуыбыҙға сафҡа теҙеп тикшереү бөткән, хеҙмәттәштәребеҙ күптән йоҡларға ятҡан. Командирыбыҙ уҫал ҡиәфәттә ҡаршы алды һәм барыбыҙҙы ла бәҙрәф таҙартыр­ға ебәрҙе. Баҡһаң, әйтеп китергә кәрәк булған икән. Шулай итеп, әрме хеҙмәтенең тәүге көнө бөгөнгөләй хәтерҙә ҡалған.

    авторы: admin | 20 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡасандыр ир-егеттәр өсөн әрмегә бармау ғәрлек һаналған Шиғырҙар, Әрме

    Ҡасандыр ир-егеттәр өсөн әрмегә бармау ғәрлек һаналғанӘрме хеҙмәте – һәр ир-егеттең тыуған ил алдындағы хәрби бурысы. Ҡасандыр күптәр Ҡораллы Көстәр сафына ҙур теләк менән юлланһа, бөгөн егеттәребеҙ кирза итек кейергә бик ашҡынмай. Хәйер, был күренештең үҙ сәбәптәре етерлек. Ә түбәндәге билдәле шәхестәр хеҙмәт йылдарын әле булһа һағынып иҫкә ала.
    Хәсән НАЗАР, шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:
    – Һалдат хеҙмәтенә ашҡынып барҙым. Был өс йыл хеҙмәтем донъя­ны, тормошто, йәшәү мәғәнәһен, Ватан ҡәҙерен яңыса асыу булды шикелле. Минең өсөн иң иҫтәлеклеһе һалдатҡа оҙатҡан һәм, хеҙмәт ваҡытын тултырып, һалдаттан ҡайтҡан көн булды. Шуларға бәйле гәзит уҡыусылар иғтибарына ике шиғырымды тәҡдим итмәксемен.
    Һалдатҡа оҙата ауыл,
    Ҡапҡа төбөндә шау-шыу.
    Йөрәкһетә үтәһе юл,
    Болоҡһота хушлашыу.

    авторы: admin | 20 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Тиҙҙән баш ҡалала республика ағас архитектура төҙөлөшө музейы барлыҡҡа киләсәк. БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев әйтеүенсә, музей проекты әҙер, ул урынлашасаҡ биләмәлә инженер-геодезик, радиация-экологик тикшереүҙәр үткәрелгән. Бынан тыш, ҡомартҡы биналар исемлеге лә асыҡланған.
    Республиканың «ОЗНА» йәмғиәте «Спутник» камиллаштырылған (автоматлаштырылған) төркөмлө үлсәү ҡулайламалары етештерә башланы. Ҡорамалдар Аҡтүбә өлкәһенең (Ҡаҙағстан) Жанажол ятҡылығына ебәреләсәк. Ятҡылыҡты үҙләштереү менән Ҡытай милли нефть-газ корпорацияһы һәм Ҡаҙағстандың берлектәге предприятиеһы — «CNPC-Актюбемунайгаз» нефть компанияһы шөғөлләнә.

    авторы: admin | 20 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңы мәғлүмәт технологияларын файҙаланыу – заман талабы Яңылыҡтар

    Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, полиграфия һәм нәшриәт эштәре буйынса идаралыҡ үткәргән сираттағы коллегия ултырышында ошо өлкәләрҙә былтыр башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, шулай уҡ һүҙ быйыл­ғы йылға матбуғат, полиграфия һәм нәшриәт хеҙмәткәрҙәре алдына ҡуйылған бурыстар, ниәттәр тураһында барҙы.
    Идаралыҡ начальнигы Э. Юлдашевтың докладында килтерелгән полиграфия, нәшриәт эшенә ҡағылышлы һандар һәм факттарға туҡталмайынса, үҙебеҙҙең, гәзит эшенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙең журналистарға ла, уҡыу­сыларға ла яҡыныраҡ та, ҡыҙыҡлыраҡ та икәнен билдәләү мөһимдер. Сөнки баҫмалар тураһында алып барылған төп һүҙ – гәзит-журналдарға яҙылыусылар­ҙы нисек күберәк йәлеп итеп, баҫмалар­ҙың тиражын күтәреү, заманса мәғлүмәт технологияларын – компьютер, интернет мәғлүмәттәрен ҡулланыуҙы киңәйтеү һәм камиллаштырыу, баҫмаларҙың бюджет дотацияһы көсөргәнешен кәметеү һәм үҙ аллы аҡса эшләү мөмкинлектәрен эҙләү һуңғы йылдарҙа һәр редакцияны борсоған мәсьәләләргә әйләнде.

    авторы: admin | 20 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Прививкалар һаны артмаҡсы Сәләмәтлек

    Рәсәй педиатрҙары конгресы РФ Хөкүмәтенә Милли прививкалар календарын киңәйтеүҙе тәҡдим итмәксе.
    Һүҙ пневмококк инфекцияға һәм папиломавирусҡа ҡаршы вакцина индереү тураһында бара. Белгестәр билдәләүенсә, балаларҙы пневмококк инфекцияға, йәғни стрептококтар затынан булған бактерияға ҡаршы вакциналауға мохтажлыҡ шул тиклем юғары. Йыл һайын сабыйҙар араһында теркәлгән биш миллион үлем осрағының бер миллионы ошо инфекцияға тура килә. Уның менән зарарланыусыларҙың теүәл генә иҫәбе алып барылмай. Сөнки балала ҡәҙимге һыуыҡ тейҙереү кеүек билдәләр булғанда, махсус анализ үткәрелмәй. Шулай ҙа, эпидемиологтар фекеренсә, пневмококк биш йәшкә тиклемге балалар пневмонияһының 80 процентынан ашыуына төп сәбәпсе булып тора. Был – йылына 75 – 115 мең осраҡ.

    авторы: admin | 20 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Десантсылар ҡор йыйҙы Сәйәсәт » Әрме

    Ошо көндәрҙә Офицерҙар йортонда «күк беретлы»ларҙың эш кәңәшмәһе үтте.
    Һауа-десант ғәскәрҙәре Рәсәйҙә генә түгел, донъяла элиталы ғәскәрҙәрҙән һанала. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы егеттәрҙең дә тап десантҡа эләгергә тырышыуы юҡҡа түгел. Башҡортостандан йыл һайын йөҙләгән егет Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәре сафын тулыландыра.
    Республикабыҙҙың запастағы десантсыларын берләштереү маҡсатында Һауа-десант ғәскәрҙәре һәм махсус тәғәйенләнеш ветерандарының йәмәғәт ойошмалары булдырылған. Бөйөк Еңеүҙең – 65, Һауа-десант ғәскәрҙәре ойошторолоуҙың 80 йыллығы байрамдары алдынан ойошма эшмәкәрлеген көйләп ебәреү десант ветерандары йыйылыуының төп маҡсаты булды. Сарала ҡатнашыусылар 4 февралдә Чечен Республикаһының Урус-Мартан районында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Рәсәй Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең Өфө махсус тәғәйенләнештәге отряды яугирҙарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

    авторы: admin | 20 февраля 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    «Нисек йәшәйһең, ветеран?» Яңылыҡтар » Иғтибар

    «Ғаиләгә, балаларға һәм йәштәргә республика социаль-психологик ярҙам үҙәге» учреждениеһы афған ветерандарына арналған «ҡыҙыу линия» ойоштора.
    «Нисек йәшәйһең, ветеран?» тигән теманы үҙ эсенә алған сарала төрлө министрлыҡ, йәмәғәт ойошмалары, Өфө ҡалаһы хакимиәте белгестәре һ.б. ҡатнашасаҡ. 25 февралдә 8 (347) 273 – 09 – 00 телефоны буйынса көндөҙгө сәғәт 3-тән 4-кә тиклем шылтырата алаһығыҙ.

    авторы: admin | 20 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru