Алдын аяғына ҡарап юрғанын һуҙыр, ялҡау юрғанына ҡарап аяғын һуҙыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Һынамыштар, юрамыштар
  • Йөрәгеңде тыңлайһыңмы, әллә...
  • Ғәйепһеҙме? Улайһа, ҡабаланма
  • ДОНОР ЙӨРӘКЛЕ ЛИНАРҒА – ФАТИР АСҠЫСЫ
  • Әсәй, өйрәт әле!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Республика йылы юғары кимәлдә үтергә тейеш» Башҡортостан, Сәйәсәт

    «Республика йылы юғары кимәлдә үтергә тейеш»– Башҡортостанда Пре­зи­дентыбыҙ Мортаза Рә­химов тарафынан Респуб­лика йылы тип иғлан ителгән быйылғы йыл Башҡор­тостандың Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация ҡабул иткәненән һуң үткән 20 йылға байҡау билдәһе аҫтында уҙасаҡ, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, ведомство коллегияһының 2009 йылға йомғаҡтары һәм 2010 йылға яңы бурыстарына арналған киңәйтелгән ултырышында сығыш яһап. – Беҙ һеҙҙең менән юбилей сараларының ижади йәһәттән дә, техник планда ла юғары кимәлдә уҙыуын тәьмин итергә тейешбеҙ.
    Илдус Ғөбәйҙулла улы Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеүҙә мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларының ҡатнашыуын шулай уҡ төп бурыстар булараҡ билдәләне. Май айында Өфөлә «Еңеү салюты» Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестивале төбәк-ара этабының гала-концерты үтәсәк. Республикабыҙ ҡала-райондарында ла ветерандар һәм тыл хеҙмәтсәндәре ҡатнашлығында бик күп сара үткәреү ҡаралған.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Финдар тәжрибәһен өйрәнеп Яңылыҡтар

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендәге Башҡортостан Рес­пуб­ликаһы делегацияһы Финлян­дияла эш сәфәре менән булды. Һөйләшеүҙәрҙең төп темаһы ағас эшкәртеү тармағында хеҙмәттәшлек урынлаштырыу булды.
    – Йылдан-йыл республикабыҙҙа ҡартайған урмандар күбәйә бара, урман эштәре уны һатыуға ғына ҡайтып ҡала, – тип, 2009 йылда Раил Сарбаев был проблеманы бер нисә тапҡыр күтәрҙе. – 5,5 миллион гектар урманыбыҙ була тороп, нефть эшкәртеүгә һәм нефть химияһына ғына ҡарап йәшәү һис килешмәй. Урман – беҙҙең байлығыбыҙ, һәм беҙ уны оҫта, һөҙөмтәле файҙаланырға тейешбеҙ.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хыялдарға ҡанат ҡуйыусы Юбилейҙар, Мәғәриф

    Хыялдарға ҡанат ҡуйыусыРәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты республикабыҙҙың күп кенә уҡыусыларының яҙмышында мөһим урын биләй. Хыялдарға ҡанат ҡуйыусы, маҡсатҡа юлдар асыусы, республикабыҙҙың күп кенә үҫмерҙәренә ҙур тормош юлында үҙ һуҡмағын табырға ярҙам итеүсе белем усағы ул. Асылған көнөнән алып ошо маҡсатҡа тоғро хеҙмәт итә. Бөгөн уның уҡыусылары ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләмәй ҙә, ниндәй генә дәрәжәләргә эйә булмаған! Араларында исемдәре бөтә илгә, республикабыҙға билдәле күренекле шәхестәр бихисап.
    Бынан биш йыл элек гимназияның 60 йыллығына арналған оло тантана уҡыу йортон төрлө йылдарҙа тамамлаусы уҡыусыларҙы бергә йыйғайны, ошо көндәрҙә тағы ла шундай матур осрашыу күҙаллана. Ул иртәгә баш ҡаланың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үтә.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сит ит илдә уҡырға теләйһеңме? Конкурсҡа рәхим ит! Иғтибар, Мәғәриф

    Сит ил белем биреү учреждениеларында һәм ғилми үҙәктәрендә Башҡортостан Республикаһы кадрҙарын әҙерләү, ҡайтанан әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү буйынса Хөкүмәт комиссияһы 2010 йылға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте грантына конкурста ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул итә башлауы тураһында иғлан итә.
    Конкурста студенттар, аспиранттар, докторанттар, ғилми хеҙмәткәрҙәр, дәүләт юғары профессиональ белем биреү учреждениелары һәм ғилми үҙәктәренең уҡытыусылары, республика предприятиелары һәм дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша ала. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең грантына дәғүә итеүселәрҙе һайлап алыу ҡағиҙәләре менән БР Мәғариф министрлығының сайтында (www.morb.ru) танышырға мөмкин.
    Конкурста ҡатнашыу өсөн документтар Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2 адресы буйынса Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығында ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 272-71-84, 276-45-89.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    18 – 19 февралдә Башҡорт йәштәре иттифағы пикет ойоштора Яңылыҡтар, Иғтибар, Башҡортостан, Сәйәсәт

    18 – 19 февралдә Башҡорт йәштәре иттифағы пикет ойоштораФедераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы Виктор Палагинды отставкаға ебәреүҙе талап итеп, Башҡорт йәштәре иттифағы ағзалары пикетҡа сығырға йыйына. Әммә был ваҡиға тирәләй шау-шыу ҡуптармаҫҡа теләүселәр пикетҡа төрлөсә аяҡ салмаҡсы. БЙИ рәйесе Фәүзил Маликовҡа ФИХ хеҙмәткәре шылтыратып: «Беҙҙең етәксенең һеҙгә нимәһе яраманы? Һеҙ барыбер пикет ойоштора алмаясаҡһығыҙ, быны аңлайһығыҙҙыр. Шулай булғас, юҡҡа тырышмаһағыҙ ҙа була», – тигән һүҙҙәрҙе еткерә. Унан тыш та өркөтөүсе табыла. Шулай ҙа башланған эш, бөткән эш – пикет 18 – 19 февралдә көндөҙгө сәғәт өстә Дзержинский һәйкәле эргәһендә, Федераль именлек хеҙмәте идаралығы алдында була.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәреү буйынса республика ойоштороу комитетының мөрәжәғәте Башҡортостан

    2010 йылдың 11 – 12 июнендә Өфөлә Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтәсәк.
    Уны әҙерләү, ҡоролтай делегаттарының уңышлы эшләүе өсөн халыҡ-ара талаптарға ярашлы шарттар булдырыу буйынса ҙур ойоштороу эше йәйелдерелде.
    Шул маҡсаттан Башҡортостан Республикаһы халҡына, Башҡор­тос­тан­дан ситтә, шулай уҡ БДБ һәм алыҫ сит илдәрҙә йәшәгән бөтә милләттәштәребеҙгә, хужалыҡтар һәм ойошмалар етәкселәренә, эшҡыуарҙарға, башҡорт халҡының социаль-иҡтисади хәлен, рухи-мәҙәни тормошон артабан да яҡшыртыу, телен үҫтереү проблемаларына битараф булмаған һәр кемгә, Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын әҙерләү һәм үткәреү эшенә ҡулдарынан килгәнсә үҙ өлөштәрен индерергә саҡырып, мөрәжәғәт итәбеҙ.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт халҡының этник тарихы(Фәлсәфәүи уйланыуҙар) Мәҙәниәт

    Ысын патриоттар беренсе башҡорттар була. Тап улар яңы халыҡтың, яңы этностың башында тора. Артабанғы дөйөм йыйылыштар (ҡорол­тайҙар) крайҙың кисекмәҫтән хәл ителергә тейешле, стратегик проблемаларын даими хәл итеү өсөн уҙғарыла. Делегат исеме иң маҡтаулы, яуаплы, изге була һәм яйлап союздың башҡа ағзаларына ла күсә. «Башҡорт» һүҙе дөйөм йыйылыш ағзаһы тип кенә түгел, ә тотош союз ағзаһы булып күҙаллана башлай.
    Ҡәбилә һәм ырыуҙар бер союзға тупланып, үҙҙәренең атамаһын, йәғни быуаттар буйына һаҡланып килгән тормош ҡанундарын юғалтмай. Мәҫәлән, Юрматы башҡорттары (Юрматы ҡәбиләһенең баш союзы ағзалары), Бөрйән башҡорттары, Ғәйнә башҡорттары.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәхнәлә – ҡурай моңдары Иғтибар, Мәҙәниәт

    22 февралдә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Рөстәм Шәриповтың «Ҡурай моңдары…»
    исемле концерты үтә. Баш ҡала халҡы һәм килгән ҡунаҡтар халҡыбыҙҙың боронғо ҡоралының бөгөнгө булмышын, үҫешен күреү, моңон, яңғырашын ишетеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Ҡурайҙың оркестрҙа, эстрада аранжировкаһында яңғырашы һәр кемдең күңел хазинаһына яңы зауыҡ өҫтәр. Ә инде халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыларынан һаналған классик көйҙәребеҙ юғары сәнғәт өлгөһө булып яңғырар.
    Программала башҡорт халыҡ көйҙәренән алып заманса көйҙәр, төрлө композиторҙарҙың әҫәрҙәре яңғыраясаҡ.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru