|
 |
 |
Алдынғыларға – Президент премиялары |
Яңылыҡтар |
|
Республика Президенты М. Рәхимов «2009 йылда «Һөҙөмтәле инвестиция эшмәкәрлеге өсөн» БР Президенты Премияларын биреү тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы. «Һөҙөмтәле инвестиция эшмәкәрлеге өсөн» БР Президенты премиялары Өфө ҡалаһының «Агросәнәғәт комплексы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, Туймазы районының «Нерал-Матрикс» ауыл хужалығы предприятиеһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә, «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, «Уралтехнострой-Туймазыхиммаш» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһына, Стәрлетамаҡтың «Урал быяла компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә, «Өфө агрегат эшләү производство берекмәһе»нә, Нуриман районының «Павловка» тау саңғыһы туристик үҙәгенә, «Молния» Өфө фәнни-производство предприятиеһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһына, «Уфанет» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә бирелде.
|
|
|
|
 Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара фестивале Нефтекамала быйыл да бар гүзәллегендә үтте. Фестивалдә, күрше төбәктәрҙән тыш, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан Республикаларынан, Ханты-Манси Автономиялы Округынан, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан да ҡатнашыусылар булды. Был сара быйыл үҙ тәғәйенләнешенә бигерәк тә тоғро булды, сөнки беренсе урынды бер юлы ике конкурсант – Башҡортостан ҡыҙы Зилиә Бәхтиева һәм Татарстан егете Азат Кәримов яуланы. Миләүшә Мортазина етәкселегендәге жюри ағзалары тағы ла ете йырсыға лауреат исеме бирҙе. |
|
|
|
Республика Президенты Мортаза Рәхимов Нуриман районына эш сәфәрендә Павловка ауылында өс ҡатлы торлаҡ йорттағы төҙөлөш эштәре барышы менән танышты. Яңы йорт 8 мартҡа ҡараған төндә янғын һөҙөмтәһендә торлаҡһыҙ ҡалған ғаиләләр өсөн тәғәйенләнә. Янғында 50-гә яҡын кеше зыян күрә, биш кеше һәләк була, ҡалғандарын янғын һүндереүселәр ҡотҡарып алып ҡала. 1951 йылда төҙөлгән ике ҡатлы иҫке йорт тулыһынса эшлектән сыға. Республика етәкселеге янғындан зыян күреүселәрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә ала һәм яңы йорт төҙөтөү өсөн бюджеттан аҡса бүлә. Әлегә йорттоң нигеҙе генә әҙер, әммә майға йортто файҙаланыуға тапшырырға планлаштыралар. Унда алты ике бүлмәле һәм 18 бер бүлмәле фатир буласаҡ. Нуриман районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдус Ғизуллин әйтеүенсә, төҙөлөш эштәре тамамланғансы янғындан зыян күреүселәргә ауыл советының иҫке бинаһынан һәм Павловка гидроэлектростанцияһының ҡунаҡханаһынан ваҡытлыса йәшәү өсөн урын бирелгән.
|
|
|
|
 Үткән аҙнала баш ҡалала, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда «Урал – Алтай: быуаттар аша – киләсәккә» тип аталған IV Бөтә Рәсәй фәнни конференцияһы үтте. Ул Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, БР Дәүләт телдәре советы, Йәмәғәт палатаһы, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте тарафынан ойошторолдо. Фәнни форумдың маҡсаты Урал – Алтай төбәгендәге халыҡтарҙың тел, тарих проблемалары, этносәйәсәт процесы мәсьәләләрен ҡарау, ошо юҫыҡта төрки телдәрен өйрәнеүсе ғалимдарҙың хеҙмәтен, тәжрибәһен берләштереү ине. Венгриянан, Ҡаҙағстандан, Татарстан, Сыуаш, Удмурт, Алтай Республикаларынан, Мәскәү, Силәбе, Пермь, Ырымбур ҡалаларынан килгән ғалимдарҙың сығыштарында һәр этностың тарихына һәм бөгөнгө хәленә баһа ҡуйылды, һәр телдең киләсәгенә төплө анализ бирелде. |
|
|
|
Өфө уҡыусылары ветерандарға ярҙам итәсәк. Ҡаланың халыҡты социаль яҡлау идаралығы ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы менән берлектә 15 апрелдән 9 майға тиклем «Минең күршем – ветеран» тигән акция һәм «Ғорурланам» тип аталған иншалар конкурсы үткәрә. Акция барышында өлкән синыф уҡыусылары ветерандарға өй эштәрендә ярҙам итәсәк, һуңынан ошо хаҡта инша яҙасаҡ. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Педагогика институты директоры Әлфис Ғаязов «Яңы татар пьесаһы – 2009» конкурсының еңеүсеһе тип билдәләнгән. Конкурсҡа ул «Урмандарға керһәң» тигән пьесаһын тәҡдим иткән. Конкурстың еңеүселәренә иҫтәлекле бүләктәр һәм аҡсалата премиялар тапшырылған, ә беренсе урын өсөн премия – 100 мең һум. |
|
|
|
Метроның «Лубянка» һәм «Ял паркы» станцияларында ойошторолған шартлауҙар һөҙөмтәһендә нисә кешенең зыян күреүе әлегә аныҡ ҡына билдәле түгел. Шартлауҙар факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Эксперттар фекеренсә, станцияларҙа теракт ойошторолған. Шартлатҡыс вагон эсенә һалынған, әммә унан перрондағы кешеләр ҙә зыян күргән. Илдең баш ҡалаһында тәүге шартлау таңғы сәғәт һигеҙҙә яңғыраған. Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, унда 26 кеше үлгән, 15 кеше яраланған. Ауыр хәлдәге яралыларҙың күп булыуы хафаға һала. Шартлатҡысты үҙ-үҙен үлтереүсе террорсы эшләтеп ебәргән, тигән мәғлүмәт бар. Ә инде икенсе шартлау тәүгеһенән һуң 40 минут тирәһе үткәс булған. Шөкөр, шартлауҙарҙан һуң янғын сыҡмауы хәлде бер аҙ еңеләйткән. Икенсе шартлауҙа ла үҙ-үҙен үлтереүсе террорсы ғәйепле тип фаразлайҙар.
|
|
|
 |
Республика тәжрибәһе өйрәнеүгә лайыҡ |
Яңылыҡтар |
|
2 апрелдә Өфө ҡалаһында «Аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү: төбәк тәжрибәһе, дәртләндереүсе механизмдар, энергоһөҙөмтәлелекте күтәреү» тип аталған Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үтә. Унда РФ Дәүләт Думаһы, Федерация Советы, РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы һәм Рәсәйҙең 65 төбәгенән вәкилдәр ҡатнаша. Быйыл 9 мартта Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған «Аҙ ҡатлы төҙөлөштө дәртләндереү тураһында» Федераль закон авария хәлендәге торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү буйынса төбәк адреслы программаларын финанслауҙың яңы төрөн күҙаллай. Был аҡса Торлаҡ коммуналь хужалығын реформалауға булышлыҡ итеүсе Торлаҡ коммуналь хужалығы фондынан бүленәсәк. |
|
|
|
|
|