Кеше үлтереү батырлыҡмы?
Өфөнән 100 саҡрым алыҫлыҡта аяныс хәл була – бысаҡ менән сәнселгән такси водителен Бөрө дауаханаһына алып баралар. Табиптар 45 йәшлек ирҙең ғүмерен һаҡлап ҡала алмай. Тиҙҙән Енәйәт тикшереүе бүлеге хеҙмәткәрҙәре енәйәт ҡылыуҙа шикле 16 йәшлек үҫмерҙе ҡулға ала. Баҡһаң, енәйәт ҡылғанға тиклем егет синыфташ ҡыҙы менән эсә. Иҫерек баштар егеттең кешене үлтерә алыу-алмауы тураһында бәхәс ҡора, һәм егет, үҫмер ҡыҙға «батырлығын» иҫбатламаҡсы булып, такси саҡырта. Машинала китеп барғанда руль артындағы водителгә бысаҡ менән бер нисә тапҡыр сәнсә. Әле был ҡот осҡос енәйәт эшен тикшереү бара.
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә
Яңауыл район суды яңыраҡ мутлыҡ ҡылыусы 26 йәшлек Өфө егетенә хөкөм ҡарары сығарған. Сәбәбе – социаль хеҙмәткәр исеме аҫтында республика буйлап йөрөп, ҡарттарҙы төп башына ултыртҡан. Бер йыл элегерәк бер ветеранға барып, шатлыҡлы яңылыҡ менән уртаҡлаша: йәнәһе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәр ветеранға дәүләт «Ока» автомобилен бирә һәм уға документтар тултырыуға ни бары 5 мең һум ғына аҡса кәрәгәсәге тураһында белдерә. Һәм... аҡсаны ала һалып ҡаса. Әммә тиҙҙән милиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан тотола. Асыҡланыуынса, егет бынан алдараҡ та Нефтекамала, Ҡалтасы һәм Краснокама райондарында ла шундай уҡ «эш» менән шөғөлләнгән икән. |