Башлаған эшеңде тамамла.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Минигали, сделай мне тоже «оп-па»!
» Мәҙәктәр
» Айһылыу Ғәбрәүеф ҡыҙы Тимер ...
» Ҡар һәм... автомобилселәр – «баш ауырыуы»
» Сирҙең аҙағы бер: үлем
» [b]Предприятиелар дәүләт ярҙамы аласаҡ[/ ...



Йәштәр һайлауға битараф түгел Башҡортостан
ӨФӨЛӘ өлкән синыф уҡыусылары араһында «Мин – һайлаусы» унынсы республика конкурсы уҙҙы. Уны БР Үҙәк һайлау комиссияһы БР Мәғариф министрлығы һәм М. Аҡ­мулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә ойошторҙо.
Конкурсты БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Рәмил Мәжитов асты. Үҙенең сығышында өлкән синыф уҡыусыларының Конституцияла билдәләнгән һайлау хо­ҡуҡтарына ҙур иғтибар бирҙе.
Конкурс өс этапта уҙҙы. Республика этабы ике турҙан торҙо. Тәүгеһендә бөтә конкурсанттар көс һынашты. Икенсеһендә һайлау хоҡуғы һәм һайлау процесы буйынса һорауҙар­ға дөрөҫ яуап биреп, юғары мәрәй йыйған 1-се турҙың еңеүселәре ҡатнашты. БР Үҙәк һайлау комиссияһынан Нәү­фәл Йән­бухтин, Елена Родина, Рөстәм Бик­мәтов, Ва­лерий Гето, Йәштәр йәмәғәт палатаһынан Рөстәм Ғәлиев, Үҙәк балалар ижады муниципаль мәғариф учреждениеһының өҫтәмә ойоштороу директоры Людмила Ковшова, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның хоҡуҡ һәм йәмғиәт белеме кафедраһы доценты Гөлнара Ишкилдиналарҙан торған жюри эш­тәргә йомғаҡ яһаны. 1-се урында – Ишембай ҡала­һының 6-сы урта мәктәбенән Роман Бру­сенцов, 2-се урында – Ҡырмыҫ­ҡалы районының Олокүл урта мәктәбенән Веро­ника Яковлева, 3-сө урынды Күмертау ҡала­һының 1-се гимназияһынан Әлиә Сәйфет­динова яуланы.
Еңеүсе һәм призер­ҙар­ға диплом, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Еңеүселәр, Рәсәй кимәлендә лә еңеү яулаһалар, профиль буйынса юғары уҡыу йортона конкурс­һыҙ уҡыуға инеү мөмкинлеге аласаҡ.

Р. ШӘРИПОВА.
 (голосов: 0)
авторы: admin | 6 марта 2010 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Берлектәге эш берегә
  • Йәштәр һайлауға битараф түгел
  • Һайлауҙар уңышлы үткән
  • Журналистар – һайлауҙарҙа
  • Әҙерлек юғары кимәлдә
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru