«Үҙ милләтең ҡатын-ҡыҙҙарына ниндәйерәк теләктәр теләр инең?» – тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек көслө зат вәкилдәренә.
Рәсих ӘХМӘРОВ, Йылайыр районының Ҡашҡар урта мәктәбе директоры: – Ҡатыным Айгөл Шәмсетдин ҡыҙы менән дүрт бала тәрбиәләйбеҙ. Ул мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Тәүлектең 6 – 8 сәғәтен эшендә үткәрә – ауыл балаларын тәрбиәләй, йәмәғәт эштәрен башҡара. Шулай итеп, үҙ балаларын тәрбиәләүгә, хужалыҡ эштәрен башҡарыуға, миңә, тормош иптәшенә, бүлер ваҡыты күпкә кәмей. Бында уның ғәйебе юҡ. Һөнәрен үҙе һайлап алһа ла, беҙҙең ҡоролош системаһы ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҙе шундай урынға ҡуйған. Ул ирҙәр менән бер рәттән нәфис заттар иңе күтәрә алмаҫтай эшкә егелгән. Ул ҡатын, әсәй генә түгел, ә хеҙмәткәр, етәксе, депутат булараҡ, иңенә ҙур һәм яуаплы эштәр йөкмәгән. Уйлап ҡараһаң, ғаиләлә ир аҡса табып, ғаиләһен аҫрарға тейеш, ә ҡатын-ҡыҙҙың төп тәғәйенләнеше – ҡатын һәм әсә булыу, тормошто дауам итеүсе, ғаилә усағы йылыһын һаҡлаусы ролен үтәү. Ҡулымдан килһә, ҡатын-ҡыҙҙың өйҙә күберәк булыуын, балалар тәрбиәләүгә күберәк ваҡыт һәм иғтибар бүлеүен, көс-тырышлыҡ һалыуын теләр инем. Көслө лә, аңлы ла, әҙәпле лә, һөйкөмлө лә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы байрам менән ҡотлайым һәм уларға һәр йәһәттән уңыштар теләйем.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ, «Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһе: – Мәскәүҙә уҡығанда фин, француз, япон, Куба ҡатын-ҡыҙҙары менән күп аралашырға тура килде, әммә күңелгә ятҡанын осратманым. Күрәһең, үҙ милләтең ҡыҙына өйләнеү ҡанға һалынған һәм өгөт-нәсихәт менән һеңдерелгән булған. «Башҡа милләт ҡыҙҙарын кәләш итеп ала күрмәгеҙ, юғиһә ғүмер буйы үкенеп йәшәрһегеҙ», – ти торғайны ата-бабалар һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының матурлығын, өҫтөнлөгөн күрә белергә өйрәттеләр. Үҙ милләтеңдәге ҡатындарҙан тыуған балаларға ҡарап, бишектә ятҡан сабыйға башҡорт ирҙәренең сифаттары хас булыуы төҫмөрләнә. Бына шуға ла мин милләтемдең нәфис заттарын яратам, ихтирам итәм. Барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы ла бер үлсәмгә һалып булмай. Улар, Урал яландарында үҫкән сәскәләр кеүек, төрлө-төрлө һәм күҙҙәрҙе ҡамаштыра, шул уҡ ваҡытта шул тиклем ябай, эскерһеҙ, ихластар.
Айҙар ХӨСӘЙЕНОВ, шағир: – Ир – баш, ҡатын – муйын, тигәндәр. Шулай булғас, ҡатындар һығылмалыраҡ та, бер үк ваҡытта ҡаты ла, йомшаҡ та, көслө лә, тотороҡло ла булырға, ирен ярты һүҙҙән генә түгел, күҙ ҡарашынан аңларға, ауыр ваҡытта терәк булырға, тормош иптәшен генә түгел, балаларын да изге эштәргә йүнәлтергә тейеш. Ысынында иһә был тап шулай. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар һәр йәһәттән дә уңған. Уларҙың һәммәһенә лә сәләмәтлек, бәхет, мөхәббәт теләйем.
|