Мәсхәрә. Нервы ҡаҡшатҡыстар…. Бындай уйын менән ниндәй өмөт булһын? Команда ла юҡ, етәкселәре лә исем өсөн… Дәғүәсеһе лә уртансы команда! Шуға ла осрашыуҙары ябай, көсөргәнешһеҙ, төҫһөҙ. Ҡайҙа булған беренсе «пятерка», ҡайҙа һуға профессиональ һаҡсылар? Ғөмүмән, ҡайҙа булған КХЛ-дың даими беренселеге еңеүсеһе? Быков ҡайҙа ҡарай? Ҡайҙа? Ярай, икенсе уйында мөмкинлектәрҙе файҙалана алманыҡ та икән, ти. Ә был уйында мөмкинлектәребеҙ ҙә булманы бит. «Нефтехимик» командаһы өфөләрҙе аяҡ-ҡулдарынан «бәйләп һалды» бит. Ысҡыныр өсөн береһе лә тырышлыҡ күрһәтмәне, исмаһам. Плей-офф бомбардиры Александр Радулов бөтөнләй иңенә алған яуаплылыҡты еренә еткермәй, тигеҙ ерҙә ҡолап, аптырап, судьяларҙан күҙен алманы. Өфөләрҙең рәтен нығытыр өсөн килгән, элек ЦСКА-ла сығыш яһаған Петр Счастливый ҙа ышанысты аҡлай алмай ыҙалана. Нимә уларҙың һәр береһен тәнҡитләргә? Командабыҙ был уйынға әҙерлекһеҙ сыҡты. Әлбиттә, еңелеүһеҙ ҙә булмай, тик хәл иткес уйындарҙа бындай вайымһыҙ уйнау юлаевсыларға мәртәбә өҫтәмәй. Әллә был юлы ла уҙған йылғы «батырлыҡ»тарын ҡабатламаҡсы булалармы икән? Тик унда бөтә ғәйепте экс-тренер Сергей Михалевҡа яптылар, ә хәҙер? Юҡ, былай булмай. Шул хәтлем аҡса түгеп, һөҙөмтәгә ирешә алмағас, нимәгә ундай команда? «Нефтехимик» бит беҙҙекеләр янында, көйәрмәндәре ғәйепкә алмаһын, «сүп» кенә… Беҙҙең бер Козлов ҡына, моғайын, уларҙың биш-алты уйынсыһына торошлолор. Һанай китһәң, өфөләрҙең барыһы ла – «йондоҙ». Уйындан һуңғы матбуғат конференцияһында баш тренер Вячеслав Быков, дәғүәсене еңеүе менән ҡотлап, тәрбиәләнеүселәренең уйын аҙағынаса уйнамауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бәлки, уйнап ялҡҡандарҙыр. Аҡса кеҫә тулы, нишләп башҡалар йылы яҡта диңгеҙ буйында ҡыҙынып ятҡанда, һаулыҡты бөтөрөп ныҡышып маташырға… Ярай, күпме тәнҡитләһәк тә, хәҙер инде үткәнде ҡайтарып булмай. Әле алда уйындар бар, бәлки, берәй сара күрелер. Ә «Нефтехимик» дөйөм серия буйынса алға сыҡты һәм тағы бер батырлыҡҡа ярты аҙым яһаны. Икенсе уйында Магнитогорскиҙың «Металлург» хоккейсылары, үҙендә «Аҡ барс»ҡа ике рәт отолғас, Ҡаҙанда өҫтәмә ваҡытта булһа ла еңеүгә иреште. Көнбайыш конференцияла «Спартак» менән «Локомотив» көрәшеүен дауам итте. Бына бында, исмаһам, ысын мәғәнәһендә еңеү өсөн ҡыҙыу көрәш бара. Ошо ике команданың уйынын ҡарап ултырыуы – үҙе бер кинәнес. Һәр бер шайба өсөн талаш, һуғыш һәм башҡаһы... Иҫәп унда бөгөнгә тигеҙ (2:2). Әлегә МВД уйынсылары ғына маҡсатына ирешерҙәй булып күренә. Улар дүртенсе уйында «Динамо» (Рига) командаһын еңеп, серия буйынса (3:1) алда бара. Н. ТИМЕРОВ. |