Ҡарама тешенә, ҡара эшенә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Беҙҙә тыныс – шуныһы иң мөһи ...
» Бер аҙым...
» Һоҡланабыҙ!
» Янылыктар
» Янылыктар
» ВУЗДАРҘА – МИНИ-ПРЕДПРИЯТИЕЛАР



Өфө Ванкувер геройҙарын ҡаршы алды Яңылыҡтар » Спорт
Өфө Ванкувер геройҙарын ҡаршы алдыҠайттылар. Паралимпия геройҙары – дүрт алтын менән бер көмөш миҙалды муйынына таҡҡан яҡташыбыҙ Ирек Зарипов, өс алтын миҙал менән ике көмөш миҙалға эйә булған Кирилл Михайлов һәм был юлы уңыш йылмаймаған, әммә заманында Паралимпия уйындарының дүрт тапҡыр чемпионы булған Ирек Маннанов тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтты. Ваҡыттың иртә булыуына ҡарамаҫтан, уларҙы ата-әсәләре, ғаиләләре, туғандары, дуҫтары, Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин, журналистар алҡыштарға күмеп ҡаршы алды.
– Мин был уңышҡа дүрт йыл буйына килдем. Тик бер уйында ғына дүрт тапҡыр юғары подиумға күтәрелеүем башҡа һыймаҫлыҡ хыял һымаҡ тойолдо. Бик шатмын һәм бәхетлемен. Был еңеүҙәремде ғаиләмә, улыма, бигерәк тә әсәйемә бағышланым. Улар миндә өмөт осҡоно ҡабыҙмаһа, белмәйем, был ваҡытта ҡайҙа һәм нимә менән шөғөлләнгән булыр инем... – тине Паралимпия асышы Ирек Зарипов.
Эйе, беҙҙең геройыбыҙ 17 йәшендә, мотоциклда МАЗ йөк машинаһы аҫтына эләгеп, үкенескә күрә, ике аяҡһыҙ ҡала. Ике йыл буйына реабилитация үҙәгендә көн күрә. Дөрөҫөрәге, таң аттыра ла көн үткәрә. Һәм шул ваҡытта ата-әсәһе уға дөрөҫ юл күрһәтеп, күҙен аса. Егет 2003 йылда спортҡа килеп, төрлө төрҙәре менән шөғөлләнеп ҡарай. Еңел һәм ауыр атлетикала, йөҙөүҙә, өҫтәл теннисында үҙен һынап ҡарағандан һуң, 2004 йылда Башҡортостандың Паралимпия йыйылма командаһына саҡырыу ала. Унда Ирек еңел атлетика буйынса барып эләгә. Белгестәр уны тикшереп ҡарағандан һуң, саңғы спорты һәм биатлон спорт төрөн тәҡдим итеп, үҙен шунда һынап ҡарарға күндерәләр. Ирина Громова менән Әмир Ғүмәров етәкселегендә күнекмәләр уҙғара башлай. Һөҙөмтәләре лә оҙаҡ көттөрмәй. Шул уҡ йылда Рәсәй йыйылма командаһы составында Туринда уҙған Паралимпия уйындарында ҡатнаша. Тик тәжрибәһе һәм дә әҙерлек ваҡыты аҙ булғанға күрә яҡташыбыҙ юғары уңыштарға өлгәшә алмай. Иң мөһиме – был ярыштар уға киләсәккә ҙур этәргес булып, күңелендә өмөт уята. Ирек киләһе Паралимпия уйындарына әҙерлек эштәрен башлап, унда еңеүҙе иң ҙур маҡсат итеп ҡуя. Үәт, исмаһам, ихтыяр көсө! Дүрт йыл буйына үҙен аямай яратҡан шөғөлөнә мөкиббән киткән Ирек, Ванкуверҙа биш төрҙә ярышып, дүртәүһендә – алтын һәм береһендә көмөш миҙалға лайыҡ була.
Кирилл Михайловтың да яҙмышы Иректекенә оҡшаш. Ул да – мотоцикл ҡорбаны. Ҡыҙғаныс. Әммә Кирилл да яҙмышына бирешмәй, үҙен спортҡа бағышлай. Ванкуверға юлланғанда ауылдаштарына (ул Мишкә районының Ҡайраҡ ауылынан) һәм ике улы менән тормош иптәшенә, өс алтын миҙал алып ҡайтам, тип вәғәҙә биреп китә. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Хайран ҡалырлыҡ бит! Үәт, исмаһам, егетлек!
Спортсылар икеһенә генә бөтәһе 10 миҙал яулап, аҡсалата 48,7 миллион һумға байыны. Тренерҙарын да онотмай, һәр береһе берәр миҙалын уларға бүләк итте.
Н. ҠӘҘЕРБАЕВ.

Материалды әҙерләп бөткәс билдәле булыуынса, «Новые Известия» Рәсәй гәзите редакцияһы РФ Президенты Д. Медведевҡа Башҡортостан спортсыһы Ирек Зариповҡа Рәсәй Геройы исемен биреүен һорап мөрәжәғәт итте.
 (голосов: 0)
авторы: admin | 27 марта 2010 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Башҡортостан егете – ике тапҡыр Паралимпия чемпионы!
  • Ванкуверҙан – ун миҙал!
  • Туғыҙ «алтын»дың алтауһы – Башҡортостан егетт ...
  • «Һеҙ – республиканың ғорурлығы!»
  • Пекин олимпиадаһының ауазы
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru