Өфөлә аҙ ҡатлы төҙөлөш программаһын тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә үтә. 2 апрелдә Өфө ҡалаһында «Аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү: төбәк тәжрибәһе, дәртләндереүсе механизмдар, энергоһөҙөмтәлелекте күтәреү» тип аталған Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үтә. Унда РФ Дәүләт Думаһы, Федерация Советы, РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы һәм Рәсәйҙең 65 төбәгенән вәкилдәр ҡатнаша. Быйыл 9 мартта Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған «Аҙ ҡатлы төҙөлөштө дәртләндереү тураһында» Федераль закон авария хәлендәге торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү буйынса төбәк адреслы программаларын финанслауҙың яңы төрөн күҙаллай. Был аҡса Торлаҡ коммуналь хужалығын реформалауға булышлыҡ итеүсе Торлаҡ коммуналь хужалығы фондынан бүленәсәк. Программаны тормошҡа ашырыу өсөн закон тарафынан Торлаҡ-коммуналь фонды иҫәбенә финанс ярҙамы күрһәтеү шарттары билдәләнәсәк. «Башинформ». |