|
 |
|
2009 йылдың майында республикала Еңеүҙең 65 йыллығына арналған «Еңеү салюты» конкурсы иғлан ителгәйне. Яңыраҡ был конкурстың гала-концерты уҙҙы. Тамашала 2-се этаптың еңеүселәре тип табылған төрлө райондар, ҡала округтарының ижади коллективтары, башҡарыусылар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ҡатнашты. Байрам Салауат Юлаев майҙанында марш-парад менән башланып китте. Артабан Конгресс-холда дауам иткән «Тереләр, беҙҙең хаҡта йырлағыҙ!» («Живые, пойте о нас!») исемле театрлаштырылған программа тарих дәресе кеүек төҙөлгәйне. Тамашасылар өсөн фронтҡа оҙатыу, һуғыш, Еңеү көнө күренештәре тасуирланды. Сара бигерәк тә йәштәр өсөн фәһемле булды. Илебеҙҙәге тыныс тормош миллионлаған ҡорбандар аша яулап алынған, имен киләсәк өсөн бик тә ҡиммәт хаҡ түләнгән. |
|
|
|
Башҡортостан Республикаһының Профсоюздар федерацияһы Өфөлә 1 Май митингыһын үткәрергә әҙерләнә. Был турала БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов хәбәр итте. Митингыла профсоюздарҙың талаптарын һәм лозунгыларын яҡларға әҙер булған сәйәси партиялар ҙа ҡатнаша ала. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһе менән ошондай килешеүгә өлгәшелгән. Республика Профсоюздар федерацияһы хеҙмәтсәндәрҙең 1 Май митингыһы резолюцияһын әҙерләгән дә инде. Унда бөтә кимәлдәге ҡануниәт һәм башҡарма власть органдарына ҡуйылған талаптар бирелгән.
|
|
|
|
БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында яҙма текст белгестәре һәм ораторҙарының Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған конкурсы үтте. Сараға әҙерлек эштәре биш ай буйы алып барылды, һәм 400-гә яҡын студент унда ҡатнашырға теләк белдерҙе. Конкурс ике этапта уҙғарылды. Һайлап алыу турында финалға үтеү өсөн 50 кеше көрәште, әммә тик һигеҙе генә – Алина Шагиева, Владимир Денисов, Александр Митюрев, Вадим Будуев, Марат Сәләхов, Илмира Исламғолова, Зөлфиә Ғәзимова һәм Резеда Ғәлимова, финалға сығып, беренсе урын өсөн көс һынашыу мөмкинлегенә эйә булды.
|
|
|
 |
Альпинистар байрамды үҙҙәренсә билдәләйәсәк |
Яңылыҡтар |
|
«Башинформ» агентлығында ошо көндәрҙә үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостан альпинистарының 2010 йылдың 9 майына планлаштырылған Европаның иң бейек нөктәһенә – Эльбрус тауына артылыуына һәм унда Еңеү байрағы менән Башҡортостан флагын урынлаштырыуына бәйле экспедицияһы хаҡында һүҙ алып барылды. Был сара 1943 йылдың февралендә иҫ киткес ҡыйын шарттарҙа совет һалдаттарының һәм һуғышсы-альпинистарҙың фашистарҙы тау битләүенән ҡыуып төшөрөп, унда СССР флагын ҡаҙау ҡаһарманлығына арналасаҡ. |
|
|
|
Шишәмбелә Волга буйы федераль округы субъекттары етәкселәре «Энергияны һаҡлау, энергетик һөҙөмтәлелекте күтәреү һәм РФ закон сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» Федераль законды тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе. РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота үткәргән кәңәшмә видеоконференция режимында барҙы. Уның эшендә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов та ҡатнашты. Кәңәшмә яңы законда быйыл хәл ителергә тейешле ҡайһы бер сараларға арналды. Һөйләшеү барышында төбәктәрҙең эшенә баһа бирелде һәм артабанғы эш йүнәлештәре билдәләнде. Атап әйткәндә, энергетик һөҙөмтәлелекте күтәреү буйынса төбәк программалары әҙерләү, муниципаль учреждениелар һәм торлаҡ милекселәрен энергетика ресурстарын иҫәпкә алыу приборҙары менән тәьмин итеү мәсьәләләре күтәрелде.
|
|
|
|
Үәт, исмаһам, кисә тәбиғәт беҙҙе аптыратты – баш ҡалабыҙҙа бер нисә минут эсендә ҡарлы ямғыр ҙа яуып үтә, сағыу ҡояш та килеп сыға! Тәҙрәнән бер ҡараһаң, ҡояш йылмая, икенсе ҡараһаң, күҙ асҡыһыҙ буран уйнай. Байрам көндәре яҡынлашып килгәндә һауа температураһының нисек буласағын белге килә. Синоптиктар биргән мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн 14 градусҡа тиклем йылынасаҡ, ҡояш та күренәсәк. Иртәгә лә шулай уҡ буласағы төҫмөрләнә. Ә инде 1 Май байрамында көндөҙ һауа температураһы 15 градус йылы, әммә көн болотло буласаҡ. 3 майҙа тәбиғәт тулыһынса «йәй режимы»на күсә – синоптиктар, 22 градус йылы буласаҡ, тип вәғәҙәләй. Шулай ҙа был көндө йәшенле ямғыр яуасаҡ. |
|
|
|
Өфөнөң «Родина» кинотеатрында тылда ҡалғандар тураһындағы фильмдың премьераһы үтте. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл тулыуға арналған саралар тотош илгә байрам кәйефе бирә. Башҡортостанда ла байрамдың яҡынлашыуы көндән-көн нығыраҡ һиҙелә, ошо айҡанлы төрлө концерттар, «түңәрәк өҫтәл»дәр, башҡа мөһим саралар ойошторола. Бөйөк Еңеүгә 65 йыл тулыуға арнап, баш ҡалабыҙҙың «Родина» кинотеатрында «Һуғыш беҙҙе балаға һанаманы» документаль фильмының премьераһы булды. Тыл һәм һуғыш ветерандары, мәктәп уҡыусылары, журналистар фильмдың тәүге тамашасылары булыу бәхетенә иреште. Шулай уҡ БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев та премьераны ҡарарға килде.
|
|
|
|
|
|