Ҡорал юҡта ҡороҡ та ҡорал.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Сентябрь Иҫтәлекле даталар һәм байрамдар
  • Һыу буйында балыҡсы
  • БАЛ МЕНӘН ҠЫМЫҘ
  • Йөҙ йәшендә лә һикереп төшөп бейерлек
  • Йәш быуынды күренекле шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләйек
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Бер үҙенә 10 тауыҡ, Миңә бер кәләш тә юҡ» Такмактар, Шиғырҙар

    «Бер үҙенә 10 тауыҡ, Миңә бер кәләш тә юҡ»Кәзәләр менән кәзәләндек. Әтәс менән тибешеп, кикерек шиңдереүгә үк барып еттек. Булмаһа, елләнеп, һәлмәк кенә итеп атта, әллә машиналамы, елеп киләйек, донъя күрәйек. Һәр ваҡыттағыса, һеҙҙән шәп яуаптар көтәбеҙ.
    Әйткәндәй, үткән һүрәткә иң тапҡыр яуап биргән Айгөл Юнысова (Хәйбулла районы), Харис Теләмов (Ейәнсура), алдан вәғәҙәләүебеҙсә, талантлы юморист Марат Әминевтың автографлы китабы менән бүләкләнә. Ә был юлы атҡа сыбыртҡыны ныҡ һелтәүсегә (һоло биреүсегә лә) һәм машинаның газына ныҡ баҫыусыға (бензин һалыусыға ла), йәғни тапҡыр яуап биреүсегә Венер Исхаҡов үҙенең шәп китабын әҙерләне.

    авторы: admin | 1 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Оло йәштәге ҡарсыҡ табипҡа килә һәм:
    – Улым, миңә тын ҡыҫылыуҙан берәй дарыу яҙып бирсе, – ти.
    Табип ҡарсыҡты тыңлай, тикшерә һәм бер ниндәй ҙә сирен тапмағас:
    – Ә һеҙҙең тынығыҙ ҡасан ҡыҫыла? – тип һорай.
    – Эй, балаҡайым, ҡасан тип ни, – ти ҡарсыҡ, – әлбиттә, ашыға-ашыға трамвай артынан йүгергәндә.

    авторы: admin | 1 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар Мәғәриф

    1 декабрҙән 20 мартҡа тиклем Өфө ҡалаһында 13-сө тапҡыр «Тыуған яҡ ҡоштары» исемле акция уҙғарылды. Ул балаларҙа тыуған тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш уятыу һәм ҡоштарҙы өйрәнеү өсөн ойошторолдо.
    Сарала Өфө ҡалаһының ун меңгә яҡын мәктәп уҡыусыһы, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре, студенттар ҡатнашты. Эштәрҙе тәжрибәле жюри ағзалары баһаланы. Бүтән йылдар менән сағыштырғанда акция ҡатнашыусылар һанының да күберәк, айырыуса төбәктәр­ҙән, эштәрҙең дә күпкә ҡыҙыҡлыраҡ булыуы менән айырылып торҙо, балаларҙың да, тәрбиәселәрҙең дә тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләһенә етди ҡарауы тойолдо.
    – Был акция бик ҙур әһәмиәткә эйә, тип һанайбыҙ һәм унда ҡатнашыусыларҙың күплеге лә быға дәлил.

    авторы: admin | 1 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иҫтәлекле даталар һәм байрамдар Башҡортостан

    1 – Халыҡ-ара ҡоштар көнө.
    – Көлкө көнө.
    2 – Халыҡ-ара балалар китабы көнө.
    4 – Геологтар көнө.
    7 – Бөтә донъя сәләмәтлек көнө.
    – Һыу аҫты кәмәләрендә һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө.

    авторы: admin | 1 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәтер яңыртҡандан нығый ғына Башҡортостан

    Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу акцияһы һөҙөмтәләре, башлыса, баҫылып сыҡҡан, төрлө яҡлап өйрәнелгән һәм билдәле һығымталар ҙа яһалған. Әммә хәтерҙе нығытыуҙың зарары юҡ тигәндәй, ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе яңынан иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ.
    2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса, Башҡор­тос­танда йәшәгән халыҡтарҙың һаны түбәндәгесә (тәүге урын­дарҙа килгән ун дүрт милләт алынды):
    Урыҫтар – 1 490 715 ( дөйөм халыҡтың 36,32 проценты)
    Башҡорттар – 1 221 302 (29,75)
    Татарҙар – 990 702 (24,13)
    Сыуаштар – 117 317 (2,85)

    авторы: admin | 1 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Еңеүселәр табылды! Яңылыҡтар

    Гәзитебеҙҙең 32-се һанында «Йәншишмә» гәзитенең 80 йыллыҡ юбилейына арналған кроссканворд сыҡҡайны. Башватҡысты сисеп, шаҡмаҡтарҙан паролде табып, купондарҙы редакцияға ебәреүселәр күп булды. Йәмғеһе 100-ҙән ашыу хат килде. Яуапты шылтыратып әйтеүселәр ҙә, хат аша ебәреүселәр ҙә, интернет ярҙамында еткереүселәр ҙә булды.
    Шулай ҙа дөрөҫ яуапты («Киләсәк һинән башлана») иң беренселәрҙән булып Өфө авиация техник университеты студенткаһы Резеда Закирова менән Бишбүләк районының Ҡушйылға ауылынан Гүзәл Ғәзизова ебәрҙе. Әйткәндәй, Резеда мәктәп йылдарында «Йәншишмә» гәзитенең йәш хәбәрсеһе лә булған икән!

    авторы: admin | 1 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Атайымдың ҡыҙы Әҙәбиәт » Хикәйә

    Зарифа аңланы. Бәхетте, ниндәй булыуына ҡарамай, емерергә ярамай. Бәхетлелер ул, мотлаҡ бәхетлелер. Үҙе лә бит бәхетле. Ул да бит атайлы... Атаһы иҫенә төштө. Кире ултырҙы. Кеҫәһенә тығылды. Ни өсөндөр шундағы тәңкәләрҙе берәм-берәм сығарып, өҫтәл ситенә теҙеп һала башланы. Береһе, яңылыштанмы, иҙәнгә төшөп тәгәрәп киткәс, иҫенә килгәндәй булды. Тәңкәләрҙе тиҙ-тиҙ генә кире кеҫәһенә йәшерҙе. Бер аҙ ҡапшанып эҙләнгәс, ҡулъяулығын табып сығарҙы. Уны яҙып һелкте лә килешле генә итеп усына ҡыҫты. Тамам тынысланғандай булһа ла, бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙы. Ҡаршыһында ултырған ҡатын да хәлде ашыҡтырманы. Бүлмәлә тынлыҡ урынлашты.
    – Аңлайһығыҙмы, минең атайым өсөн был бик мөһим. Ул белергә тейеш…

    авторы: admin | 1 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Америка Ҡушма Штаттарының төньяҡ-көнбайыш ярҙарын һыу баҫыу ҡурҡынысы янай.
    Унда хатта ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Урындағы милли гвардия йылға һәм күлдәр тирәләй дамбалар төҙөү менән шөғөлләнә. Улар һыу баҫа башлаған осраҡта халыҡты хә­үефһеҙ урынға күсереү өсөн тулыһынса әҙер.
    Род-Айленд штаты губернаторы Дон Карчиери хәбәр итеүенсә, штатты һуңғы 100 йылда иң көслө ташҡын көтә. Улар иң ҡурҡыныс ваҡиғаларға ла әҙер, шулай ҙа халыҡтың күбеһе ҡурҡыуға бирелгән. Был штатта һуңғы көндәрҙә көслө ямғырҙар яуған. Күктең төбө тишелгән кеүек, улар әле һаман да туҡтарға йыйынмай. Етмәһә, Американың башҡа штаттарында ла хәл шәптән түгел. Мәҫәлән, Нью-Йорктың ҡайһы бер урындарында юлдар һыу аҫтында ҡалған.

    авторы: admin | 1 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru