Кешегә ҡул бәхете бирмәһен, баш бәхете бирһен.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Ассамблея үҙ бурысын лайыҡлы үтәй»
  • «Йәшлек»тә һәр төбәк һулышы сағыла»
  • Крокодилдың теле һәленмәй.
  • Дайджест
  • Республика етәксеһе халыҡ менән онлайн режимында аралашты
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Хәүеф бар ине шул... Яңылыҡтар

    Ҡайһы бер мәғлүмәт сараларында яҙылыуынса, быйылдан алып Чечня, Дағстан, Ингушетиялағы әрме частары, ғөмүмән, хәрби көстәре контракт буйынса ғына түгел, ә яңы алынған һалдаттар иҫәбенә лә артасаҡ. Хатта контрактниктарға Төньяҡ Кавказға квота кәметелә. Әле Чечняға әрмегә саҡырылыусыларҙың тәүге төркөмө билдәләнгән дә икән. Әммә был хәбәрҙе Оборона министрлығы кире ҡаға.

    авторы: admin | 3 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҙ йәме Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Тамсы уятҡас, тәүге гөрләүектәр
    Сылтырашып юлға сыҡтылар;
    Киләсәген уйлап, ала ҡарға
    Тубырсығын ҡоя шыршылар.
    Бөтөрөлөп йөрөй, ҡаурый ҡабып,
    Сәпсектәр ҙә ҡыйыҡ-түбәлә;
    Ҡанаттарын яҙа, көнгә бағып,
    Боҙға ҡуша туңған күбәләк.

    авторы: admin | 3 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Вниманию сельчан! Яңылыҡтар » Иғтибар

    ГУП «Племптицезавод «Благоварский» реализует племенные яйца и молодняк высокопродуктивных пород уток, гусей и цесарок.
    В продаже:
    племенная продукция уток кросса «Благоварский» пекинской породы;
    башкирских цветных и мускусных уток;
    гусей пород уральские белые, линдовские;
    цесарок породы загорские-белогрудые и серо-крапчатые.
    цесариные диетические (пи­ще­вые) яйца.

    авторы: admin | 3 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан тәжрибәһе ил кимәлендә таратылыуға лайыҡ Башҡортостан » Милли проекттар

    Башҡортостан тәжрибәһе ил кимәлендә таратылыуға лайыҡКисә баш ҡалабыҙҙа «Аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшө үҫеше: төбәк тәжрибәһе, дәртләндереү механизмдары, энергия һөҙөмтәлелеген күтәреү» Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үтте. Унда ҡатнашыу өсөн илдең 66 төбәгенән ҡунаҡтар йыйылды. Кәңәшмәлә Рәсәй Федерацияһының төбәктәр үҫеше министры Виктор Басаргин, Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды дәүләт корпорацияһының генераль директоры Константин Цицин, Аҙ ҡатлы йорттар һәм коттедждар төҙөү милли агентлығы президенты Елена Николаева, РФ Федерация Советы, РФ Дәүләт Думаһы, Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.
    Мең тапҡыр ишеткәнсе – бер тапҡыр барып күр, тигәндәй, килгән ҡунаҡтар эште матур саранан – Өфө эргәһендә «Үҙ йортом» программаһына ярашлы төҙөлгән өр-яңы өйҙәрҙе ҡарауҙан башланы. Уларҙы Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, Хөкүмәт Премьер-министры Раил Сарбаев һәм башҡа етәкселәр оҙатып йөрөнө.

    авторы: admin | 3 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Байрамға – матур бүләк Яңылыҡтар

    Баймаҡ районы ветерандарына торлаҡ шарттарын яҡшыртыу сертификаттары тапшырылды.
    Район хакимиәтенең ултырыштар залында уҙған тантаналы сараны хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Иҫәнбаев асты. Артабан ветерандарҙы ҡотлау һәм сертификаттарҙы тапшырыу өсөн хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Р. Әбүбәкеров һүҙ алды.
    Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡул ҡуйған 714-се Федераль законға ярашлы, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, йә булмаһа уларҙың ҡатындары үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн махсус сертификаттарға дәғүә итә ала. Ярты быуаттан ашыу ваҡыт үтһә лә, был сара фашизмды еңеүселәрҙең иҫәпләп бөткөһөҙ ҡорбандарын, күргән михнәт-нужаларын баһалау булараҡ әһәмиәтле.

    авторы: admin | 3 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ул ышанысты тулыһынса аҡланы Яңылыҡтар

    Ул ышанысты тулыһынса аҡланыИртәгә, йәғни 4 апрелдә Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың БАССР Юғары Советы Рәйесе итеп һайланыуына 20 йыл тула.
    Бөгөнгө Президентыбыҙ ул вазифала булғанда республикабыҙҙа байтаҡ әһәмиәтле сара тормошҡа ашырыла, ҡарарҙар ҡабул ителә. Шундайҙар иҫәбендә түбәндәгеләр: 1990 йылдың 11 октябрендә ҡабул ителгән Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация; 1992 йылдың 31 мартында ҡул ҡуйылған Федератив килешеү һәм БР-ҙан уға Ҡушымта. Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһының яңы Конституцияһын да индерергә мөмкин. Төп Законыбыҙ Мортаза Рәхимов Президент булып һайланғандан һуң бер нисә генә көн үткәс, 1993 йылдың 24 декабрендә ҡабул ителә. Ул осорҙағы социаль һәм сәйәси мөһим хәл-ваҡиғаларҙың иҫәбе-һанына сығырлыҡ түгел. Әммә республиканы һәр яҡлап үҫтереүгә, халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыуға, милләт-ара татыулыҡты нығытыуға, халыҡ-ара бәйләнештәр булдырып, бойомға ашырыуға йүнәлтелгән эштәр һәм бурыстар бөгөнгәсә, йәғни 20 йыл арауығында, атҡарыла килә.

    авторы: admin | 3 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡул һелтәгеҙ көрсөккә, яҙылығыҙ «Йәшлек»кә! Яңылыҡтар

    «Йәшлек» йәйҙән яңыса – «ҡалынайып» сығасаҡ. Йәғни 2010 йылдың икенсе яртыһынан – 1 июндән күптәрегеҙ көтөп алған йәштәр гәзитенең концепцияһы бер аҙ үҙгәрәсәк: ул аҙнаһына ике тапҡыр – шишәмбелә 8 битлек, ә шәмбелә 16 битлек булып сығасаҡ.
    Был үҙгәрештәр, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, бары тик һеҙҙе уйлап индерелә. Көрсөк ғали йәнәптәре илебеҙҙән китергә уйламай. Халыҡ көнкүрешенә ҡағылышлы бөтә өлкәлә лә хаҡтар арта бара. Был, үкенескә күрә, гәзит-журналдарға ла ҡағыла.
    Тормоштоң бөтә ауырлығын үҙенең көсө менән генә еңеп килгән, үҙ тырышлығы, хәләл тире менән донъя көткән ауыл халҡының кеҫәһе йоҡармаһын, һәр кем, үҙенең матди хәленә ҡарап, сифатлы гәзит алдырып уҡыу мөмкинлегенән мәхрүм булмаһын тип, беҙ, редакция коллективы, тик һеҙҙең өсөн генә эксперимент үткәрергә ҡарар иттек.

    авторы: admin | 3 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары ---

    БР Президенты Мортаза Рәхимов «Салауатнефтеоргсинтез» йәмғиәтенең генераль директоры Дамир Шәүәлиев менән осрашты.
    Предприятие етәксеһе белдереүенсә, бизнес-процестарҙы мо­дернизациялау һөҙөмтәһендә продукция етештереү 23 процентҡа артҡан. Бынан тыш, «Сала­уатнефтеоргсинтез» республика хужалыҡтарын ашлама менән тәьмин итеү программаһында ҡатнашырға теләк белдергән.
    Башҡортостан Президенты Мор­­таза Рәхимов республика геологтарын һәм тармаҡ ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Тәбрик һүҙҙәрендә белдерелеүенсә, файҙалы ҡаҙылмаларға бай республикабыҙҙа өс меңдән ашыу ятҡылыҡ, минераль сеймалдың 60 төрө асылған һәм тикшерелгән. Геологтар тарафынан иҡти­садҡа тос өлөш индерерлек ҙур эштәр башҡарылған.

    авторы: admin | 3 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru