
Иртәгә, йәғни 4 апрелдә Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың БАССР Юғары Советы Рәйесе итеп һайланыуына 20 йыл тула.
Бөгөнгө Президентыбыҙ ул вазифала булғанда республикабыҙҙа байтаҡ әһәмиәтле сара тормошҡа ашырыла, ҡарарҙар ҡабул ителә. Шундайҙар иҫәбендә түбәндәгеләр: 1990 йылдың 11 октябрендә ҡабул ителгән Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация; 1992 йылдың 31 мартында ҡул ҡуйылған Федератив килешеү һәм БР-ҙан уға Ҡушымта. Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһының яңы Конституцияһын да индерергә мөмкин. Төп Законыбыҙ Мортаза Рәхимов Президент булып һайланғандан һуң бер нисә генә көн үткәс, 1993 йылдың 24 декабрендә ҡабул ителә. Ул осорҙағы социаль һәм сәйәси мөһим хәл-ваҡиғаларҙың иҫәбе-һанына сығырлыҡ түгел. Әммә республиканы һәр яҡлап үҫтереүгә, халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыуға, милләт-ара татыулыҡты нығытыуға, халыҡ-ара бәйләнештәр булдырып, бойомға ашырыуға йүнәлтелгән эштәр һәм бурыстар бөгөнгәсә, йәғни 20 йыл арауығында, атҡарыла килә.
Әйткәндәй, «Йәшлек» гәзитенең бынан ике тиҫтә йыл элекке, йәғни Мортаза Рәхимов Юғары Совет Рәйесе итеп һайланған мәлендәге һандарын алып ҡарағанда, түбәндәгеләрҙе уҡырға мөмкин:
«4 – 5 апрелдә Өфөлә Башҡорт АССР-ы ун икенсе саҡырылыш Верховный Советының беренсе сессияһы эшләне. Унда республика хөкүмәте ағзалары, йәмәғәт ойошмаларының яуаплы работниктары, Башҡорт АССР-ның халыҡ депутаттары булмаған КПСС-тың ҡала һәм район комитеттарының беренсе секретарҙары, халыҡ депутаттарының ҡала һәм район Советтары председателдәре, ҡала һәм район башҡарма комитеттары председателдәре ҡатнашты.
...Сессия Башҡорт АССР-ы Верховный Советы Председателен һайлау мәсьәләһен ҡараны. Йәшерен тауыш биреү һөҙөмтәһендә Башҡорт АССР-ы Верховный Советы Председателе итеп СССР халыҡ депутаты, БАССР халыҡ депутаты М. Ғ. Рәхимов һайланды».
(«Йәшлек», 7 апрель, 1990 йыл, «Башҡорт АССР-ы ун икенсе саҡырылыш Верховный Советының беренсе сессияһы»).
«Башҡорт АССР-ы Верховный Советы Председателе тураһында. Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Верховный Советы ҡарар итә:
Башҡорт АССР-ы Верховный Советы Председателе итеп Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов иптәште һайларға.
Башҡорт АССР-ы Верховный Советы Председателенең беренсе урынбаҫары Ю. ДЕМИН.
Өфө, 1990 йыл, 4 апрель».
(«Йәшлек», 10 апрель, «Башҡорт АССР-ы Верховный Советы ҡарары»).
Өс фекер:
Заһира ҒӘЙНЕТДИНОВА, хаҡлы ялдағы педагог, Өфө ҡалаһы:
– Өфө ҡалаһы мәктәптәренең береһендә эшләүсе уҡытыусы булараҡ, мин үткән быуаттың 90-сы йылдарына тиклем Мортаза Рәхимовты башлыса нефть заводында эшләүсе бик күп ата-әсәнең хеҙмәттәше, унан етәксеһе итеп белә инем. Юғары Совет Рәйесе вазифаһына аҡыллы, ябай эшсәндән юғары баҫҡысҡа үҙ тырышлығы менән үрләүсе, тормоштоң асылын аңлаған ауыл ир-егетенең һайланыуы ҡыуандырғайны. Ҡыуанысыбыҙ аҡланды – Мортаза Ғөбәйҙулла улы беренсе Президентыбыҙ «йөгөн» дә бөгөнгәсә лайыҡлы тарта, Башҡортостаныбыҙҙың даны донъя илдәренә таралды.
Ринат ФӘТИХОВ, эшсе, Благовар районы:
– Мин бынан 20 йыл элек булған хәл-ваҡиғаларҙы яҡшы хәтерләйем. Ул осорҙо тәбиғәт күренеше менән сағыштырғанда, көслө ел-дауыллы, тип билдәләр инем. Был мәлдә ҡойонға эйәреп, билдәһеҙлеккә ташланыуыбыҙ ҙа бик мөмкин ине. Ошо шарттарҙа БАССР Юғары Советын етәкләүсе кешенең ысын мәғәнәһендә әйҙәүсе, үҙ еренең улы йәки ҡыҙы булыуы кәрәк ине. Әйткәндәй, Мортаза Рәхимов Юғары Совет Рәйесе вазифаһына юҡтан ғына һайланманы. Уға тиклем үк абруйлы етәксе тигән исеме таралғайны, халыҡ депутаты булараҡ та күп эш башҡарғайны.
Павел БЕЛЯЕВ, пенсионер, Өфө ҡалаһы:
– Мин ауыл хужалығы өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләнем. 90-сы йылдарҙа Рәсәйҙә был тармаҡтағы иғтибарһыҙлыҡты, әле был, әле теге төбәктә хужалыҡтарҙың юҡҡа сығарылыуын ишетеп, хәүефләнә инем. Бәхеткә күрә, беҙҙең республикаға был ҡағылманы. Ҡайһы бер райондарҙа, бәлки, хәлдәр ҡатмарлашҡандыр, әммә был урындағы етәксенең намыҫһыҙлығынан булғандыр, тип уйлайым. Бына ошо мәлдә Башҡортостан етәкселеге агросәнәғәтте һаҡлап ҡалыу өсөн барыһын да эшләне, хатта ил етәкселегенә лә ҡаршы сығырға тура килгәндер. Дөрөҫ юл – башлыҡтың аҡыл менән эш итеүендә.