Арыҫлан ҡойроғон тоттормаҫ, уңған ирҙәр һис кемдән оттормаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Бәхетленең бөтәһе бер юлы
  • Ниһайәт, яҙ, ҡояш көлә
  • Хужабикә
  • [b]Үҙ эшен яратып башҡара[/b]
  • Эшләгең килмәһә... алма аша!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Киләсәккә ҡарап Башҡортостан

    Ҡырмыҫҡалы районы башҡорттары ҡоролтайында милләт яҙмышындағы көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында эшлекле һөйләшеү ҡыуандырҙы. Унда яҡташыбыҙ, мәшһүр мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев­тың «Мин ғаләмдең ходатайы» тигән ялҡынлы һүҙе һәр сығыштан һуң ҡолаҡта яңғырап торғандай булды. Сөнки телмәр тотоусы һәр кем милләт алдында торған бурыстарҙы хәл итеүҙә үҙенең яуаплылығын тойоп һөйләне.
    Башҡортостан һәр өлкә буйынса Рәсәйҙә, донъяла күренерлек ҡаҙаныштарға ирешә икән, бында Ҡырмыҫҡалы районының да өлөшө бар, әлбиттә. Ауыл хужалығында, сәнғәттә булһынмы, мәҙәниәттә, мәғарифтамы, социаль мәсьәлә­ләр­ҙе хәл итеүҙәме – район тотороҡло уңыштарға ирешеп килә һәм республикала иң алдынғы урындарҙы биләп тора.
    Был хаҡта баштан уҡ район башҡорттарының оло байрам төҫөн алған 6-сы ҡоролтайында район хакимиәте башлығы Ирек Сафин тормоштоң барлыҡ өлкәләрен сағылдырған докладында асыҡ һөйләп бирҙе.

    авторы: admin | 6 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һәр береһе талантлы Яңылыҡтар

    Илеш районында үткән «Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре» конкурсы был өлкәлә осраҡлы кешеләр эшләмәүен асыҡланы.
    Игенселәр төбәгендә бөтә мәҙәни-ағартыу эше тарихи һәм мәҙәни традицияларҙы һаҡлауға йүнәлтелгән. Рухи ҡиммәттәрҙе, халыҡ ижадын үҫтереү урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы булып тора.
    Мәҙәниәт усаҡтарында саралар планына ярашлы бик күп мәҙәни сара ойошторола, әллә күпме программа тормош­ҡа ашырыла. Күптән түгел район мәҙәниәт һарайында Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан «Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре» тип аталған конкурс-тамаша үтте. Унда иң уңған, тырыш, үҙ эшенә бар күңелен һалып хеҙмәт итеүсе хеҙмәткәрҙәр ҡатнашты. Бәйгенең «Таныш булайыҡ» исемле беренсе өлөшөндә конкурсанттар үҙҙәренең үткән тормош юлына, ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға байҡау яһап, киләсәккә пландары менән ижад иткән шиғырҙары аша уртаҡлашты.

    авторы: admin | 6 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ир-ат психолог ярҙамына мохтажмы? Мәҙәниәт

    Үәт, был Сәғиҙулла! Йыр-моң, уйын-көлкө, сағыу тамаша һөйөүселәр йөрәгенә асҡыс таба белә лә инде. Дәртле лә, һағышлы ла йырҙары, урғылып-ташып торған көс-ғәйрәте менән тамашасыларының күңел ҡылдарын сиртеп, моңһоҙҙо моңло итер, эсе бошҡанды йыуатыр, кәйефһеҙҙең күңелен асыр. Нәҡ йомарт ҡояш нурына ҡойондорған яҙҙың үҙе кеүек үк. Ышанмаһағыҙ, йырсының 9 апрелдә киске сәғәт етелә Конгресс-холда үтәсәк мәрәкәле шоуын тамаша ҡылып, быға үҙегеҙ шаһит булығыҙ. Башҡортостандың атҡа­ҙанған артисы Сәғиҙулла БАЙЕГЕТ менән ойошторолған сираттағы әңгәмәбеҙ ошо тамаша хаҡында.
    – Сәғиҙулла, һәр яҙ һайын концертыңды ойоштороп, тамашасыларыңды ҡыуандырып тораһың...
    – Быйылғы концертты «Ирҙәрҙең психологик үҙәге» тип исемләнек. Музыкаль проект ижадымда, тормошомда булған бер нисә мөһим ваҡиғаны күҙ уңында тотоп әҙерләнде. Шуларҙың береһе күптән хыялланған «Байегет» йыр театры асылыуға бәйле исем туйы булһа, икенсенән, апрелдең тәүге аҙнаһында тыуған көнөм. Тик быйыл концертымдың бер өлөшөн ҡатынымдың юбилейына арнамаҡсымын.

    авторы: admin | 6 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кәзә аҫрау отошло Яңылыҡтар

    Кәзә аҫрау отошлоКәзә – иң әүҙем, тиктормаҫ мал. Тирә-яҡ мөхиттең үҙгәреүенә шунда уҡ иғтибар итә, яңылыҡҡа ла бик тиҙ яраҡлаша. Ул – кешегә эйәләшкән, йорт янында йәшәүгә ҡулайлашҡан иң тәүге мал. Был, тәү сиратта, кәзәнең әллә ни күп аҙыҡ талап итмәүе, күпселек осраҡта сәләмәт булыуы һәм сыҙамлығына бәйле. Уға, бесәндән тыш, кешенән ҡалған аҙыҡ-түлек тә ярап ҡала. Кәзә эре малдан алты-ете тапҡырға әҙерәк ашай, әммә һөтөн дә, итен дә етерлек бирә. Бөгөн һүҙебеҙ – һөт кәзәләре тураһында.
    Саҡ ҡына тарихҡа, легендаларға туҡталайыҡ. Боронғо бер легенда буйынса, Амалфея исемле кәзәнең һөтөн Зевсҡа эсергәндәр. Боронғо Римдә был һөт менән талаҡты дауалағандар. Уның файҙаһын арттырыу өсөн төрлө нәмәләр ҡушып ҡайнат­ҡандар. Күҙ катарактаһын дауалау маҡсатында – кунжут, эс китеүгә ҡаршы диңгеҙ таштары һалып эсергәндәр. Кәзәне юҡҡа сығарырға маташҡан ваҡыттар ҙа булған. Хатта һөтөн «ағыу» тип тә атағандар. Шөкөр, һаҡалтай хайуанды бөтөрөргә тырышыу заманы артта ҡалды. Медицина белгестәре, әсә һөтөн алмаштырыу талап ителгән ваҡытта кәзә һөтөнән дә уңышлырағы юҡ, ти башлаған.

    авторы: admin | 6 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Информационное сообщение Яңылыҡтар » Иғтибар

    Организатор торгов ООО «Аукцион-Гарант» сообщает о проведении открытого аукциона с открытой формой подачи предложений о цене приобретения лота по продаже имущества ГУП «Мелеузовский элеватор» (Решение АС РБ от 24. 09. 2008 г. по делу № А07-22152/06-Г-ШАБ) юр. адрес: РБ, Мелеузовский район, г. Мелеуз, Пл. Элеватора, д. 1.
    Торги состоятся 6 мая 2010 года в 11.00 ч. местного времени по адресу: 450001, Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. Бессонова, д. 2 Б. Регистрация участников проводится в день и по адресу проведения торгов с 10.30 ч. до 11.00 ч.

    авторы: admin | 6 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ауырлыҡтар кешене сыныҡтыра Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    «Һуғыш ваҡытындағы ҡытлыҡ мәле. Миңә 13 – 14 йәштәр самаһы булғандыр. Атайым ҡара урманға – мин белмәгән ят урынға алып барҙы. Бер аҡланда торғоҙоп ҡалдырҙы ла: «Хәҙер киләм», – тип юҡ булды. «Атай, атай!» – тип ҡысҡырам, ә ул өндәшмәй, урманда тауыш-тын юҡ. Оҙаҡ ҡына уны эҙләп, ҡысҡырып саҡырып йөрөнөм. Аҙаҡ ҡына килеп таптым. Бик күп йылдар үткәс кенә Дәүләтбикә апайымдан белдем: атайым мине аҙаштырырға тип урманға алып барған булған икән», – Ғәйнулла бабайым ул ҡот осҡос йылдарҙағы был ваҡиғаны тулҡынланып һөйләй. Хатта ошо бер генә ваҡиға аша ла беҙ бөтә замандың ауыр, йән өшөткөс һулышын тоябыҙ. Үҙ балаңды урманға аҙаштырырға алып барыр өсөн тормош кешене ниндәй сиккә еткерергә тейеш?!

    авторы: admin | 6 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәбәр ит! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Силәбе өлкәһе Ҡатау-Ивановск ҡалаһының «Жилпоселок» биләмәһендә йәшәп киткән, дини мөнәжәт төркөмөндә ҡатнашҡан Таһиранан хәбәр көтәбеҙ.
    Учалы ҡалаһы, Бабич урамы, 20.

    Исмәғил хәҙрәт.

    авторы: admin | 6 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Аталы-уллы рустар, тотҡан балыҡтарын тейәп, инглиз портына килә. Атай кеше инглиз сауҙагәре менән һөйләшә. Ике бармағын күрһәтә:
    – Му-у!
    Өс бармағын күрһәтеп:
    – Бе-е! – ти.
    Инглиз ике һыйыр һәм өс һарыҡ биреп, балыҡты алып китә. Улы (үҙ алдына):
    – Үҫкәс, мин дә инглиз телен өйрәнәсәкмен, – ти.

    авторы: admin | 6 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru