Бүрене аяғы туйҙыра.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Төньяҡ амурҙары» – тағы ла еңеүсе!
  • Хужабикәгә кәңәш
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • Тойғоларым толпар булһа, фекер – нуҡта
  • МӘРХҮМДЕ ЙЫУЫУ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Беҙҙән ялҡынлы сәләм әйт Мортаза олатайға» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең?
    Сәскә йыйып болондан.
    Унда һөйөү сатҡылары –
    Нур сәселә ҡулыңдан.
    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең?
    Донъяны нурға мансып.
    Йәш ғүмерең үтеп бара,
    Маңлайға һырҙар һалып.

    авторы: admin | 8 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәш сибәргә күҙ ташлаһаң, Күгәүендәй тешләшә» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Һөйһөн әйҙә түрәне.
    Эше була, даны була –
    Кәрәк түгел бүтәне.
    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Һөйөп-һөйөлөр мәле.
    Ҡосағында бер төн ҡунһаң,
    Һин дә булырһың тиле.

    авторы: admin | 8 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, «эшҡыуарҙар»! Иҡтисад

    «Бәләбәй инеше» («Белебеевский источник») тигән минераль һыу барлығын белә инегеҙме? Баҡһаң, уны ошо ҡалала һыуыҡ көндә эҫе пирожкиҙар урынына, йәғни «һә» тигәнсе алып бөтәләр икән. Хатта ҡиммәткә алырға ла ризалар, ти. Был һыу бик ҙур үҙенсәлеккә эйә булған, градусы ла ябай түгел, ә теп-теүәл 39-ҙы күрһәткән.
    Шундай уңышлы эшҡыуарҙар кем һәм нисек эшләй, тиһегеҙме? Бизнес-берлек түбәндәгесә табыш алған: Көньяҡ Осетиянан спирт махсус транспортта килтерелгән. Аҙналыҡ йөк 20 тоннаға еткән. Юридик яҡтан белемле булған «эшҡыуарҙар» документтарҙы бер кем бәйләнә алмаҫлыҡ итеп төҙөгән. Милиция хеҙмәткәрҙәре «еҫкәнеп» йөрөмәһен өсөн спиртҡа теләһә ниндәй «исем» бирелгән: ул медицина спирты булһынмы, ванна йыуа торған техник матдәме, хатта мөгөҙ һәм тояҡ йомшарта торғанын да уйлап сығарғандар

    авторы: admin | 8 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һандар һәм факттар Сәләмәтлек

    Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, былтыр 2,5 миллион Рәсәй кешеһенә «алкоголизм» диагнозы ҡуйылған. Был һан йыл һайын арта. Шуныһы ла бар: медицина статистикаһы менән ысынбарлыҡтағы һандар йыш ҡына тап килмәй. Һуңғыһы хатта 17 миллионға барып еткән булыуы мөмкин.
    Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, һәр кеше йылына уртаса 14 литр алкоголь ҡуллана. Был күрһәткес имсәк балаларҙы ла иҫәпләп индерелгән, дөрөҫөн әйткәндә, өлкән кешеләр иҫерткесте күпкә артығыраҡ ҡуллана. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белдереүенсә, бер кешегә йылына 8 литр спиртлы эсемлек тә сик тип иҫәпләнә һәм милләт генофондына хәүеф менән янай.

    авторы: admin | 8 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Әсәйем эсә лә йығыла, шуға күҙҙәремдән йәш ҡойола...» Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Ошондай мәғәнә биргән һүҙҙәре булған йырҙы урыҫ телендә бер берәҙәк бала йырлағайны. Бәләкәй бер ҡала автовокзалында йыш ҡына күрә инем ул малайҙы. Янында өлкәнерәк ҡыҙ бала ла йөрөй ине. Аңлашылыуынса, улар – апалы-ҡустылы. Вокзалдағыларҙан йә аҡса һорап, йә тәртипһеҙ шаярып, һүгенешеп, бер-береһен төрткөләп ваҡыт үткәрәләр. Кешеләрҙең: «Ниңә хәйерселәп йөрөй­һөгөҙ?» – тигән һорауына малай: «Атай-әсәйебеҙ эсә, асыҡтыҡ», – тип яуаплай. Эргәләренән хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре лә үтеп-һүтеп йөрөй, һүҙ әйтмәйҙәр. Ҡыҙ ара-тирә тәмәке лә тарта. Бер һүҙ менән әйткәндә, улар – ата-әсәһе, ғөмүмән, өлкәндәр тарафынан «онотолған» йәндәр. Оҙаҡ ҡына шул хәлдә ҡалдылар. Хәҙер генә юҡтар. Бәлки, бәлиғ булмағандар эше буйынса хеҙмәткәрҙәр был икәүҙе берәй ергә урынлаштырғандыр, бәлки, өлкәнерәк берәҙәктәргә ҡушылғандарҙыр.

    авторы: admin | 8 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Юрматылар Башҡортостан

    Юрматы улусы составына (Илсек-Тимер түбәһе тип тә йөрөтәләр) гәрәй-ҡыпсаҡтар йәшәгән Үрге һәм Түбәнге Ташбүкән ауылдары халҡы, шулай уҡ Ҡармыш түбәһенә ҡараған Бағраш ( гәрәй-ҡыпсаҡтар ), Мораҡ, Туғай, Үтәк, Яңғыҙҡайын, Яңы Ҡарамыш ауылдары ҡарай. Яңы Ҡарамыш ауылынан 1880 йылда Ҡотлоғужа ауылы айырылып сыға. Шуныһын әйтеп китергә кәрәк, Юрматы улусының Ҡармыш түбәһенә ҡараған ауылдарына ваҡыт үтеү менән яһаҡ түләүсе татар, мишәрҙәрҙе, сыуаштарҙы индереү был ауылдар халҡын ҡатнаш итә. Мәҫәлән, 1795 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәлендә Мораҡта 77 аҫаба башҡорт (ошонда тыуып үҫеп, үҙ ере булған), 53 ерһеҙ башҡорт йәшәгәнлеге билдәле. Һуңынан ерһеҙ башҡорттарҙы типтәр итеп теркәйҙәр. Ошо уҡ перепистә ауылда татарҙарҙан 14 типтәр, 32 сыуаш теркәлгән.

    авторы: admin | 8 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғафури районы халҡының этник составы Башҡортостан

    Табындар
    1676 йылда был төбәктә Табын ырыуҙар берләшмәһе кесе, дыуан, күрпәс, ҡумрыҡ, кәлсер тармаҡтарына бүленә. Дыуан-табын ырыуына райондағы Баҡраҡ, Яҡтыкүл ауылдары ҡарай. Шулай уҡ өлөшләтә Юлыҡ, Ибраһим ауылдарында ла дыуан-табындар осрай.
    Кәлсер-табындар Һабай, Ҡауарҙы, Тайыш, Яңы Тайыш, Ташаҫты, Мораҙ, Юрмаш, Толпар, Имәндәш, Юлыҡ, Ибраһим ауылдарында ла төпләнгән. Имәндәш ауылы халҡының кесе-табын башҡорттарынан ер һатып алып, уларҙың ерҙәрендә урынлашыуы билдәле. Алда әйтеп үтеүемсә, Юлыҡ, Ибраһим ауылдары тулыһынса кәлсер-табындарҙан тормай. Кесе-табын ырыуы вәкилдәре Сәйетбаба, Ҡолҡан, Ҡаранйылға, Ерек, Яугилде, Уҫман, Йөҙимән, Имәнлек, Байымбәт, Үзбәк, Оло Үтәш, Бәләкәй Үтәш, Урта Үтәш ауылдарында йәшәй.

    авторы: admin | 8 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иҫәп теүәллекте ярата Башҡортостан

    Халыҡ иҫәбен алыу тураһында һүҙ йөрөткәндә, иң башта уның барлыҡҡа килеү тарихына туҡталып үтеү урынлы булыр. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, бынан дүрт мең йыл элек үк боронғо Мысыр (Египет ) һәм Ҡытайҙа халыҡ иҫәбен алыуҙары билдәле. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың иҫәбен тәү башлап Алтын Урҙа осоронда алғандар. Билдәле булыуынса, Алтын Урҙа дәүләте хандары оҙайлы йылдар күрше дәүләттәр менән һуғышып, ярты Европаны баҫып алып, Африкаға тиклем барып етә. Ғәскәр туплау өсөн ир-ат иҫәбен алыу ихтыяжы килеп тыуа. Алтын Урҙа хандарының һәр бишенсе ир-атты ғәскәргә алыуы билдәле.

    авторы: admin | 8 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru