Көрәк бөтмәһә - тиҙәк бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Оҙаҡламай электромобилдә йөрөрбөҙ әле...
  • [b]Орлоҡ һалығыҙ, тип көтә ер[/b]
  • Балыҡҡа йөрөгән һайын сәм арта
  • Ҡолаҡ һал!
  • Октябрь
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Орлоҡтоң ниндәйе генә юҡ Иҡтисад

    Йәшелсә, емеш-еләк
    үҫтерергә яратыусылар өсөн
    Күңелле лә, мәшәҡәтле лә көндәр етте – баҙарҙа орлоҡтар, үрсетмәләр күпләп һатыла, улар янында халыҡ мыжғып тора. Баш ҡаланың Үҙәк баҙары янындағы майҙандарҙа орлоҡтар һатыла башланы. Стаканлап һатылған орлоҡтарҙың хаҡы ҡаптарҙа һа­тылғандарҙыҡынан күпкә арзаныраҡ килеп сыға. Мәҫәлән, 100 грамлы бер стакан кишер орлоғон – 40, укропты – 10 – 15 һумға алырға була.
    Түбәндәге таблицала хаҡтар 2 апрелгә ҡарата Өфөнөң Үҙәк баҙары миҫалында бер килограмм аҙыҡҡа бирелгән.

    авторы: admin | 10 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Орлоҡтоң ниндәйе генә юҡ Иҡтисад

    Йәшелсә, емеш-еләк
    үҫтерергә яратыусылар өсөн
    Күңелле лә, мәшәҡәтле лә көндәр етте – баҙарҙа орлоҡтар, үрсетмәләр күпләп һатыла, улар янында халыҡ мыжғып тора. Баш ҡаланың Үҙәк баҙары янындағы майҙандарҙа орлоҡтар һатыла башланы. Стаканлап һатылған орлоҡтарҙың хаҡы ҡаптарҙа һа­тылғандарҙыҡынан күпкә арзаныраҡ килеп сыға. Мәҫәлән, 100 грамлы бер стакан кишер орлоғон – 40, укропты – 10 – 15 һумға алырға була.
    Түбәндәге таблицала хаҡтар 2 апрелгә ҡарата Өфөнөң Үҙәк баҙары миҫалында бер килограмм аҙыҡҡа бирелгән.

    авторы: admin | 10 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙ был донъяға һынау өсөн генә килгәнбеҙ Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Үҙебеҙҙе, бер-беребеҙҙе, үҙ милләтебеҙҙең киләсәген һаҡлай алмайбыҙ икән, ниндәй милләт булабыҙ һуң?!
    Беҙ был донъяға һынау өсөн генә килгәнбеҙБеҙ бөтәбеҙ ҙә милләттәштәребеҙҙе идеаллаштырып ҡарарға күнеккәнбеҙ, шуға ла арабыҙҙа йәмһеҙ холоҡлоларҙы осратһаҡ, бик ауыр кисерәбеҙ, ә енәйәт тураһында бөтөнләй ишетке лә килмәй. Үҙ милләттәшенең йөҙөн йыртҡан, золом ҡылған кеше үҙ халҡының дошманы була. Әммә, үкенескә күрә, арабыҙҙа дан, дәрәжә артынан ҡыуған, кеше хаҡы ашап, саф йәндәрҙе нахаҡҡа рәнйетеп, гонаһҡа батып йәшәүселәр бар. Улар, беҙгә бының өсөн бер нәмә лә булмаҫ, тип тыныс йәшәй. Тик шуны иҫтән сығарырға ярамай: ер йөҙөндә ҡылған саң-туҙан бөртөгөндәй ҙә яуызлыҡ язаһыҙ ҡалмаясаҡ. Сөнки беҙ был фани донъяға ваҡытлыса һынау өсөн генә килгәнбеҙ.
    БАНЫУ Ҡаһарманованың «Йәшлек»тең 11 февраль һанында сыҡҡан «Закон – һыңар тәртәме, ҡайһы яҡҡа борһаң, шунда илтәме?» тигән мәҡәләһен уҡып, ныҡ тетрәндем. Ҡыҙҙың ата-әсәһен, туғандарын йәлләп, көнө-төнө уйланып йөрөнөм. Был ахырызаман яҡынлашыуының тағы бер дәлиле түгелме?

    авторы: admin | 10 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    18 миллион кеше – үлем лагерҙары тотҡоно Башҡортостан » Хәтер

    Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында фашистик Германияла, Өсөнсө рейхтың союздаш илдәрендә һәм улар баҫып алған территорияла 14 мең концлагерь һанала. Ундағы тотҡондарҙы нацистар крематорий мейестәрендә яндыра (күп осраҡта хатта тереләй), газ камераларында ағыулай, вермахт һалдаттары өсөн ҡанын ала, уларҙың тәндәрендә төрлө ҡурҡыныс препараттар менән эксперименттар үткәрә, аслыҡтан һәм арыуҙан үлер сиккә еткергәнсе яфалай.
    1945 йылдың мартында Бухенвальд (иң ҙур концлагер­ҙарҙың береһе) территорияһында тотҡондарҙың ҡораллы ихтилалы тоҡана. Бухенвальдҡа Америка ғәскәрҙәре ингәндә, унда был интернациональ ойошма контролде үҙ ҡулы аҫтына алған һәм лагерь өҫтөнә ҡыҙыл флаг элгән була.

    авторы: admin | 10 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәрәкәттә – бәрәкәт. Беҙ булдырабыҙ! Яңылыҡтар » Спорт

    Ур-ра-а! «Салауат Юлаев» еңде! Бындай ҡыуанысты беҙҙең, меңәрләгән көйәрмәндең, күптән, дөрөҫөрәге, 2008 йылдан бирле кисергәнебеҙ булманы, буғай.
    Әлбиттә, әлегә һөрән һалырға иртәрәк. Әммә ошондай хәл иткес уйындарҙа юлаевсыларҙың уйынды алып сығыуы ҡаһарманлыҡҡа тиң. Күптәр Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәрен бик иртә ялға оҙатмаҡсы булды. Быға ситтәге көстәр ҙә үҙ өлөшөн индереп маташты. Әле маташырҙар ҙа… Тик «Салауат Юлаев»ҡа, провокацияға бирелмәй, уҙған осрашыуҙағы һымаҡ үҙ уйынын уйнарға кәрәк. Хөкөм итеүселәр, теләһә ниндәй һылтау табып, кәрәкле уйынсыларыбыҙҙы уйындан күпме генә ситләтмәһен, өфөләрҙе барыбер аяҡтан йыға алмаясаҡ. Тегеләре лә, йәрәхәт алған шикелле килештереп, боҙҙа һуҙылып ятып, судьянан хөкөм көттө. Уныһы, шуны ғына көткәндәй, ярҙамға ашыҡты. Ә «йәрәхәтләнеүсе», бер ни булмағандай, уйнауын дауам итте. Ҡыҫҡаса әйткәндә, был юлы ла ҡара көстәр беҙгә ҡаршы уйнаны, тик пландары тор­мошҡа ашманы. Үҙ уйыны менән күптәр­ҙе ҡыуандырған виртуоз Александр Радулов, икенсе һулыш алғандай, йәнә үҙ асылына ҡайтты һәм командаһына кәрәкле еңеү килтерҙе. Афарин!

    авторы: admin | 10 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бешкәктә хәл хәтәр! Яңылыҡтар

    Ҡырғыҙстандағы ығы-зығы һөҙөмтәһендә 75 кеше һәләк булған, меңдән ашыу кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Әле унда ике көнлөк матәм иғлан ителгән. Был хаҡта ҡарарҙы урындағы ваҡытлыса хөкүмәт ҡабул иткән.
    8 апрелгә ҡараған төндә Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһындағы сауҙа нөктәләренең бөтәһе лә тиерлек емерелде, яндырылды, таланды. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, кафеларға, сауҙа нөктәләренә һөжүм итеүселәрҙең күпселегендә атыу ҡоралдары булған, хатта Калашников автоматын ҡулланыусылар ҙа күренгән. Етмәһә, кесе йомала бер нисә йөҙ кешенән торған төркөм бик күп ҡорал һаҡланған бинаны баҫып инергә маташа. Тик уларҙы махсус саралар ҡулланған милиция хеҙмәткәрҙәре туҡтатып өлгөргән. Шулай уҡ хәлле йәшәгән кешеләрҙең йорттарына һөжүм итеү осраҡтары ла теркәлгән.
    Ҡырғыҙстан халҡы Президент Ҡорманбәк Баҡыевҡа, хөкүмәткә ҡаршы ысын ихтилал ойошторҙо. Кешеләрҙең: «Ҡорманбәк Баҡыев Ҡырғыҙстанды приватизацияланы», – тип урамдарға сығыуы юҡтан ғына түгел.

    авторы: admin | 10 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үткәндәрҙе барлап, киләсәкте уйлап… Яңылыҡтар

    Үткәндәрҙе барлап, киләсәкте уйлап…Һәр синыфтан сығыш яһаусылар, делегаттар һайлап алынды. Йәш делегаттар, һуңғы бер нисә тиҫтә йыл арауығында үтелгән тарихи юлды байҡап, халыҡтың киләсәген күҙал­лар­ға тырышты. Барыһының да теләге бер: яҡты, бәхетле яҙмышҡа ирешеү. Ҡоролтайҙа һөйләнгән телмәрҙәрҙә лә фекерҙәшлек, татыулыҡ һәм туғанлыҡ кәйефе ярылып ятты. Һәр кем үҙендә яуап­лылыҡ тойоп сығыш яһаны. Бөгөн нисек йәшәргә, киләсәктә уҡыу­сыларҙың, иптәштәренең аңын, рухын ҡайҙа йүнәлтергә – шул борсоно делегаттарҙы.
    “Һәр халыҡ, ҙурмы ул, бәләкәйме, быуаттар буйы тупланған тәжрибәһен үҙ балаларына тапшырырға тырыша. Уларҙың һәр береһенең үҙ педагогикаһы, милли үҙенсәлектәре бар. Беҙ оҙаҡ йылдар ошо борон­­ғонан, үткәнебеҙҙән оялып йөрөнөк. Башта иҫкелектән, унан уның “ҡалдыҡ”тарынан арына торғас, барып сыҡтыҡ. Бөгөн дөрөҫлөк – башын эйеп, ә алдашыу түшен киреп йөрөй. Бысраҡлыҡтың урыны түрҙә, ә дөрөҫлөк һыйыныр урын тапмай. Сәбәп нимәлә һуң?

    авторы: admin | 10 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иҫтә, һаман да иҫтә Башҡортостан

    Стәрлетамаҡ пединститутының «Маяҡ – 78» студент отряды бер йәй эсендә ауылыбыҙға телефон линияһы һуҙҙы. «Йәшлек»тең ғинуар айындағы һандарының береһендә «Студент төҙөлөш отрядтары кәрәкме?» тигән мәҡәләне уҡығас, күптәнге бер хәл-ваҡиға тураһында яҙырға булдым.
    Мин Хәйбулла районындағы таулы-урманлы Йылайыр йылғаһы буйында Аҡъюл ауылында тыуып үҫтем. Хәҙер 53 йәштәмен, әле лә ошо районда йәшәйем. Ул ваҡытта, армиянан ҡайтып, Баймаҡ ҡалаһында шоферҙар курсын тамамлағас, 1978 йылдың майынан Салауат исемендәге колхозда шофер булып эшләй башлағайным. 1978 йылдың йәйе баштарында Ғәлиәхмәт, Аҡназар, Аҡъюл һәм Урыҫбай ауылдарына телефон үткәреү өсөн Стәрлетамаҡ педагогия институтынан студент отряды килеп төштө. Ошо отряд дүрт ауылға бер йәй эсендә телефон линияһы үткәрҙе.

    авторы: admin | 10 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru