Кеше үлгәндә лә: <Өс көнлөк эшем ҡалды>, тип әйтер, ти.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Мәскәү беҙҙә ҡунаҡта
» Ҡайырылмаһын ҡанаттар!
» 2 – 3 көн ҡаңғырам
» Йүгереп ҡайтыр инем бала сағыма
» «Ҡара квадрат» йәки «ҡара упҡын»
» Илһаметдин Ғәйфетдин улы Мифтахов



Хәрәкәттә – бәрәкәт. Беҙ булдырабыҙ! Яңылыҡтар » Спорт
Ур-ра-а! «Салауат Юлаев» еңде! Бындай ҡыуанысты беҙҙең, меңәрләгән көйәрмәндең, күптән, дөрөҫөрәге, 2008 йылдан бирле кисергәнебеҙ булманы, буғай.
Әлбиттә, әлегә һөрән һалырға иртәрәк. Әммә ошондай хәл иткес уйындарҙа юлаевсыларҙың уйынды алып сығыуы ҡаһарманлыҡҡа тиң. Күптәр Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәрен бик иртә ялға оҙатмаҡсы булды. Быға ситтәге көстәр ҙә үҙ өлөшөн индереп маташты. Әле маташырҙар ҙа… Тик «Салауат Юлаев»ҡа, провокацияға бирелмәй, уҙған осрашыуҙағы һымаҡ үҙ уйынын уйнарға кәрәк. Хөкөм итеүселәр, теләһә ниндәй һылтау табып, кәрәкле уйынсыларыбыҙҙы уйындан күпме генә ситләтмәһен, өфөләрҙе барыбер аяҡтан йыға алмаясаҡ. Тегеләре лә, йәрәхәт алған шикелле килештереп, боҙҙа һуҙылып ятып, судьянан хөкөм көттө. Уныһы, шуны ғына көткәндәй, ярҙамға ашыҡты. Ә «йәрәхәтләнеүсе», бер ни булмағандай, уйнауын дауам итте. Ҡыҫҡаса әйткәндә, был юлы ла ҡара көстәр беҙгә ҡаршы уйнаны, тик пландары тор­мошҡа ашманы. Үҙ уйыны менән күптәр­ҙе ҡыуандырған виртуоз Александр Радулов, икенсе һулыш алғандай, йәнә үҙ асылына ҡайтты һәм командаһына кәрәкле еңеү килтерҙе. Афарин!

Шулай итеп, бәйге әле дауам итә. Бөгөн «Аҡ барс» үҙендә «Салауат Юлаев»ты ҡабул итәсәк. Уйын әле бының менән генә бөтмәй, Өфөгә әйләнеп ҡайтыр, тип ышанғы килә. Алға, «Салауат»!
Көнбайыш конференцияһының ярымфиналында «Локомотив» МВД хоккейсыларын 4:0 иҫәбенә еңеп, серия буйынса алға сыҡты. Хәҙер уларға инде өсөнсө йыл рәттән финалға сығыр өсөн бер генә еңеү етә.
Шулай уҡ йәштәр лигаһында ла плей-оффтың ярымфинал уйындары башланды. Өфөнөң «Толпар» үҫмерҙәре тәүге уйында үҙендә Новокузнецкиҙың «Кузнецкие медведи» хоккейсыларын ҡабул итте һәм, өҫтәмә ваҡытта уларҙы 2:1 иҫәбенә отоп, тәүге еңеүен байрам итте. Кисә кис улар йәнә үҙ-ара осрашты.
Н. ТИМЕРОВ.
 (голосов: 0)
авторы: admin | 10 апреля 2010 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Күршеләр быйыл да көслөрәк
  • Бер аҙым...
  • Кем кемлеген күрһәт
  • Аҡылға ултырттылар
  • Беҙ таҙа уйын, дуҫтарса еңеү яҡлы
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru