Иренгән ике үлгән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Иртәгә – Төҙөүселәр көнө
  • Дәрестә
  • [b]Йәш эшҡыуарҙар мәктәбе[/b]
  • КҮҘ – МЕЙЕНЕҢ ТЫШҠЫ ЯҠҠА СЫҒАРЫЛҒАН ӨЛӨШӨ
  • Яңы штрафтар кемдәргә ҡағыла?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ғәм һәм сәмде уятып Башҡортостан

    Ғәм һәм сәмде уятыпБашҡорт дәүләт университетында эшләп килгән «Шоңҡар» түңәрәге – ошо уҡыу йортонда белем алған, әҙәби ижадҡа ынтылған йәштәрҙең бергә тупланған урыны. Ул, үҙ сиктәрендә ҡайнауҙан тыш, Башҡортостандың башҡа ҡалаларында белем алыусы ижадташ тиҫтерҙәре менән дә бәйләнештә йәшәй. Ошо көндәрҙә генә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы педагогия академияһының «Ашҡаҙар» түңәрәге менән осрашыу онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. – Күптән вәғәҙәләшкәнсә, бына, ни­һайәт, һеҙҙең янығыҙға килеп еттек, рухташтарыбыҙ. «Шоңҡар» түңәрәге ағзалары менән осрашыу беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Күңелдәге хис-тойғоларҙың ялҡыны уртаҡ усаҡҡа ҡушылып, донъяны йылытыуын теләйем, – тип теләген белдерҙе «Ашҡаҙар»ҙың етәксеһе, шағирә Рита Фәтҡуллина.
    Кисә «түңәрәк өҫтәл» рәүешендә барҙы. Тәүҙә «Шоңҡар»ҙың етәксеһе шағирә Гөлназ Ҡотоева ижади түңәрәктең тарихы менән таныштырһа, артабан һүҙ ҡунаҡтар­ға бирелде. Н. Мусин, Б. Рафиҡов, Әсхәл Әхмәт-Хужа, Рәмзиә Хисаметдинова, Ғилман Ишкинин кеүек һүҙ оҫталарын тәрбиәләгән «Ашҡаҙар»ҙар баш ҡалалағы дуҫтары менән осрашыуға ихлас әҙерләнгән.

    авторы: admin | 13 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәктәптәр генә түгел, вуздар ҙа ябыла Мәғәриф

    Уҡыу йылы аҙағына яҡынлашҡан һайын сығарылыш синыф уҡыусыларына уҡыуын артабан дауам итеү өсөн ниндәй юғары уҡыу йортон һайлау мәсьәләһе тынғылыҡ бирмәй. Элегерәк был тәңгәлдә артыҡ ҡыйынлыҡ юҡ һымаҡ ине, уҡыу йорттары ла бармаҡ менән генә һанарлыҡ, һәр береһе билдәле һәм халыҡ араһында абруйы ла юғары. Һуңғы йылдарҙа иһә юғары уҡыу йорттары һәм уларҙың филиалдарының һаны бермә-бер артты, бер үк ваҡытта уларға ышаныс та кәмене. Сөнки, уҡыу йорто ни тиклем олораҡ, шул тиклем төплөрәк белем бирә һәм профессиональ белгестәр әҙерләү тәжрибәһе лә бай, тигән ҡараш йәшәй. Ә яңы асылған филиалдарҙың уҡыу-уҡытыу программаһының да раҫланмауы, белгестәр әҙерләүгә лицензияһы ла булмауы, дәүләт аккредитацияһы ла үтмәүе, дәүләт өлгөһөндәге дипломдары ла булмауы ихтимал, һөҙөмтәлә унда үткән йылдарың һәм уҡыу өсөн түккән аҡсаң – барыһы ла елгә осоуы бар. Билдәле булыуынса, уларҙың күбеһе коммерция шарттарында эшләй.

    авторы: admin | 13 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Милләтебеҙ белемлелеге менән алдырырға тейеш Мәғәриф

    Ҡайһы ғына яҡтан алып ҡараһаң да, милләттәштәребеҙҙең белем кимәле, мәҙәнилеге туған халҡыбыҙҙың ысын йөҙөн, булмышын, башҡа милләттәр араһында тотҡан урынын асыҡ билдәләй. Шуға күрә лә үҙ еребеҙҙең ысын хужаһы булып, күкрәк киреп, тормош дилбегәһен ҡулда ныҡлы тотоп йәшәү өсөн физик һәм рухи яҡтан ғына камил булыу етмәй әле. Төрлө кимәлдә белемеңде үҫтереү, заман талаптарынан артта ҡалмай, киң ҡараш менән үҙ баһаңды белеп йәшәү бөгөн иң актуаль мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Нәҡ бына ошо тәңгәлдә эш алып барыуҙа уҡытыусыларҙың, юғары белем биреү усаҡтарының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Әлбиттә, уҡыу-уҡытыу эше үтә ҡатмарлы, күп яҡлы һәм яуаплы. Ә инде тәү башлап белем эстәргә килгән бала күңелендә кешелек сифаттары, халҡы яҙмышына ҡарата битараф булмаған шәхес тәрбиәләүҙә уҡытыусының роле бигерәк тә ҙур. Сөнки нәҡ мәктәптә үҙ халҡыңа хөрмәт, һөйөү тәрбиәләнә, туған телебеҙҙең, милләтебеҙҙең киләсәгенә ныҡлы нигеҙ булдырыла.

    авторы: admin | 13 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һеҙгә CЕБЕШ кәрәкмәйме? Иҡтисад

    Һеҙгә CЕБЕШ кәрәкмәйме?Инкубатор, тигәндән. Нимә тәүҙә барлыҡҡа килгән – тауыҡмы, әллә йомортҡамы, тигән риторик һорау­ға нисегерәк яуап бирер инегеҙ? Әлбиттә, йомортҡа, тип өҙә һуҡҡан Баймаҡта йәшәүсе Гөлнара менән Рәмил Байрамғоловтар һәм, һүҙҙәрен дөрөҫләр өсөн йомортҡаны инкубаторҙа баҫтырып, тауыҡ, ҡаҙ, өйрәк сығарыуға тотонғандар. Бына биш йыл инде улар, башҡалар менән бер рәттән, район халҡын тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ себештәре менән тәьмин итә. Эшһөйәр ғаиләнең бер көнөнә, уның араһында кәсептәренең нисек башланып китеүе тарихына күҙ һалайыҡсы. Ниндәй икән ул Байрамғоловтарҙың ғаилә кәсебе?
    Өфөлә уҡып йөрөгән Рәмил Байрамғолов, Һәмән ауылы ҡыҙы Гөлнараны кәләш итеп алып, уны тыуған еренә – Баймаҡҡа алып ҡайта. Кәләше мәктәптә балалар уҡытһа, Рәмил, ветеринар, үҙ өлкәһе буйынса эшкә урынлаша. Буш саҡтарында йәштәр киләсәккә пландар ҡороп, хыялдары менән уртаҡлаша. Их, икәүләп берәй уртаҡ эш асып ебәргәндә!

    авторы: admin | 13 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бер көнлөк милиционер Башҡортостан

    Бер көнлөк милиционерБер-ике иҫеректе кәрәкле урынға оҙатып, стационар посҡа килеп теге йәки был йорттоң, банкоматтың, магазиндың ҡайҙа урынлашыуын аңлата торғас, тамам арыным. Нимә, беҙ поста түгел, ә белешмәләр бюроһында ултырабыҙмы әллә?! Шул ваҡыт ҡылт итеп иҫемә төштө: үҙем дә ошондайыраҡ белешмәләрҙе милиционер­ҙарҙан алыуҙы хуп күрәм түгелме? Тимәк, халыҡ минең коллегаларҙа ярҙамсыны күрә, уларға ышана. Бик хуп, шулай булырға тейеш тә!
    Ярай әле, һигеҙ сәғәт буйы эшләмәйбеҙ, бер сәғәткә туҡланыу өсөн ваҡыт бирәләр. Ҡайтып киттек. Шул тиклем арыным. «Әллә телефонды һүндереп, йоҡларға ғына ятырға инде?» – тигән уйҙар ҙа килмәй ҡалманы башҡа. Етмәһә, төн етте. Ҡараңғыла тәртип боҙоусылар айырыуса артыр инде...
    Шулай ҙа бөтә көстө йоҙроҡҡа йыйып, тағы ла төнгө урамға сыҡтыҡ. Хәҙер бер урында ғына түгел, тотош Өфө буйлап йөрөйәсәкбеҙ. Нимәләр күрербеҙ икән баш ҡалам урамдарында?!

    авторы: admin | 13 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Милли кейем – халҡыбыҙҙың йөҙө ул Башҡортостан

    Милли кейем – халҡыбыҙҙың йөҙө ул«Һөйләшеүгә саҡырам!» рубрикаһына ҡушылып, яратып алдырған гәзитем аша уҡыусыларға үҙ фекеремде еткермәксе булдым. Эйе, «Беҙ кейемһеҙме әллә?» тигән мәҡәләһендә Роза Таймаҫова етди мәсьәлә күтәреп сыға. Ысынлап та, ниңә беҙ гел генә кемгәлер оҡшарға, ят мөхиткә яраҡлашырға тейеш һуң әле? Һәр кешегә хас үҙенсәлекле сифаттар булған кеүек, айырым халыҡҡа ғына хас кейем, биҙәнеү әйберҙәре бар. Милли кейемебеҙҙең тарихы ла ифрат бай, ул меңәр йылдар буйына формалашып, бөгөнгө көнгә килеп еткән.
    Башҡорттар – тәбиғәт балаһы. Халҡыбыҙҙың тәбиғәт күренештәрен йәнле зат эйәһе итеп ҡабул итеүе, уларҙың сихри көсөнә ышаныуы «файҙалы», «зыянлы» кеүек төшөнсәләрҙән сығып эш итеүгә килтергән. Ата-бабаларыбыҙ матди һәм рухи мәҙәниәтте айырмаған, ә бергә ҡараған.

    авторы: admin | 13 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Пенсия менән тауар хаҡы Сыҡҡан, тиҙәр, уҙышҡа» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең,
    Йөрөрһөңмө икән оҙаҡ?
    Самогон һатыусыларға
    Булырмы бер саҡ тоҙаҡ?
    Хәсбиямал, ҡайҙа киттең,
    Вәли менән йәнәшә?
    Магазинға барып инһәң,
    Тауар хаҡы тешләшә.

    авторы: admin | 13 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йыһан сыҙамдарҙы ғына ҡабул итә Башҡортостан » Юбилейҙар

    Йыһан сыҙамдарҙы ғына ҡабул итәПланетаның тәүге йыһангирҙәре тураһында бөгөн барыһы ла белә. Гагарин, Титов, Терешковалар бихисап йәш кешенең кумирҙары булғандыр. Уларҙың Йыһан гиҙеүе тейешле техниканы һәм кешенең мөмкинлектәрен һынаусыларҙың эшмәкәрлегенән башҡа үтмәгән, әлбиттә.
    Бынан 50 йыл элек, 1960 йылдың февралендә, совет йыһангирҙәренең тәүге отрядтары төҙөлә башлай. Алты төп кандидат һайлап алынһа ла, Йыһанға уларҙың береһе генә осорға тейеш була. Был бөтөнләй билдәһеҙлеккә осоу тигәнде аңлата. Һынаусыларҙы, кешенең экстремаль көсөргәнештәрҙе, үҙенең ауырлығын һиҙмәү шарттарын нисек кисереүе менән бер рәттән, сикһеҙ йыһанда аҡылдан яҙып, карап менән идара итә алмау хәүефе лә борсой.

    авторы: admin | 13 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru