Белмәгәндең беләге тыныс, белгәндең йөрәге тыныс.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ӨФӨ ЯНЫНДА ИГЕН ҮҪТЕРЕП, ҠОРТ ҮРСЕТЕП...
  • Ауыл хужалығын үҫтереү стратегияһы дөрөҫ һайланған
  • Һабантуйҙы мәскәүҙәр ҙә көтөп ала
  • [b]Йәш эшҡыуарҙар мәктәбе[/b]
  • «Ағиҙел»һеҙ ҡалмағыҙ!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Күп яҡлы шәхес Мәҙәниәт

    Күп яҡлы шәхесБӘРХӘТТӘЙ йомшаҡ тауышы менән күптәрҙең йөрәген әсир итеүсе йырсы һәм композитор, продюсер, фортепьянола уйнау виртуозы Дмитрий Маликов – сәхнә түрендә үҙ урынын тапҡан сағыу «йондоҙ»ҙарҙың береһе.
    Буласаҡ артистың ижад юлы өйҙә уҙғарылған күнекмәләр­ҙән башлана – Дмитрийҙың атаһы Юрий, билдәле «Самоцветы» төркөмөн ойоштороу­сы, музыкант һәм композитор, улының үҙ юлын дауам итеүен теләй һәм өйҙәренә музыка уҡытыусыһын саҡыра. Әммә бәләкәй Димаға фортепьяноға ҡарағанда футбол күпкә ҡыҙыҡлыраҡ тойола һәм ул, йыш ҡына дәрестәрҙән ҡасып, стадионға туп тибергә йөрөй. Тик һуңғараҡ ҡына, музыка мәктәбенә уҡыр­ға ингәс, үҙен музыкант ролендә күҙаллай башлай һәм бер нисә йыл, шоу-бизнес тураһында уйлап та бирмәйенсә, тырышып уҡый.

    авторы: admin | 15 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Икһеҙ-сикһеҙ музыка» иле саҡыра Мәҙәниәт

    «Икһеҙ-сикһеҙ музыка» иле саҡыраМУЗЫКА – күңелдәрҙе һәр саҡ үҙенә арбап тороусы сихри көс бит ул. Йөрәккә шатлыҡ оялаһа ла, ҡайғы йәки бошонҡолоҡ биләп алһа ла, йыр – кешенең иң яҡын юлдашы. Тынысландырырлыҡ, уйландырырлыҡ, хатта тормошҡа яңынан ҡайтара алырлыҡ ҡөҙрәт ҡайҙан килә икән йырға? Бәлки, йырсының күңеленең бер өлөшө ошо йырҙа тороп ҡалыуҙан шулайҙыр? Йырлы күңел – зарлы, тиҙәр. Зарлы икән, тимәк, буш түгел. Тимәк, ул яна, көйә һәм башҡаларға ла әйтер һүҙе бар, әйләнә-тирәһенә битарафлыҡ сәсеп йөрөмәй, ә донъяны яҡтыраҡ, яҡшыраҡ итеп күрергә теләй. Башҡорт дәүләт филармонияһының йәш вокалистары Айгиз Ғиззәтуллин һәм Әлфиә Заһиҙуллина менән танышып әңгәмәләшеүем дә ошо фекерҙе раҫлай кеүек.
    Үҙ эштәренә мөкиббән ғашиҡ артистар төрлө жанрҙарҙа берҙәй үк уңышлы сығыш яһаусы йырсы ғына түгел, ә йәш быуындың киләсәген ҡайғыртыусы ла. «Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыу көсөнә эйә», – тигән хәҡиҡәткә ышанып йәшәй улар. Әлеге көндә «Икһеҙ-сикһеҙ музыка» исемле концерттарын әҙерләй йәштәр.

    авторы: admin | 15 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Һаумы, тыуған яғым!» Мәҙәниәт

    «Һаумы, тыуған яғым!»Миңзифа Исҡужина Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 22 апрелдә үтәсәк «Һаумы, тыуған яғым!» исемле концертында З. Исмәғилев, Т. Шәрипов һәм башҡа мәшһүр композиторҙарыбыҙҙың әҫәрҙәре, Башҡортос­тан­дың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов ижад иткән лирик һәм дәртле йырҙарҙы башҡарасаҡ. Ә сағыу бейеүҙәр, сатира-юмор номерҙары матур концертҡа йәм генә өҫтәйәсәк. Йырсы башҡарыуында беренсе тапҡыр «Оҙатыу», «Сәҙе буйы» исемле халыҡ йырҙарын ишетерһегеҙ. Концертта шулай уҡ талантлы музыканттар Р. Фәсхетдинов менән А. Аҙнағолов тамашасыға төрлө музыкаль әҫәрҙәрен бүләк итәсәк, Миңзифаның яҡташтары – Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров, Альберт Салауатов, Марсель Ҡотоев башҡарыуында иң популяр һәм өр-яңы йырҙар яңғыраясаҡ.

    авторы: admin | 15 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ике таныш осраша.
    – Ирек, ниңә гитарала уйнарға өйрәнергә йөрөүеңде ташланың? – ти береһе.
    – Эй, гитарала ете ҡыл, ә минең бармаҡтарым бишәү генә.
    – Ә бандурала ниндәй мутанттар уйнай икән?

    авторы: admin | 15 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәләүез «Ипотека»һы – иң шәбе! Мәҙәниәт

    Мәләүез «Ипотека»һы  – иң шәбе!Улар араһында йыл һайын уйнаған тәжрибәле командалар ҙа, беренсе тапҡыр үҙҙәрен һынап ҡараусылар ҙа бар ине. Уйын өс турҙан торҙо: беренсе – сәләмләү, икенсе – күнекмә, өсөнсөһө инде «музыкалка». Командалар һәр сығышында береһенән-береһе уҙҙырырға тырышты. Респуб­ликабыҙҙа барған сәйәсәт, яңылыҡтар, ауылдарҙан күренештәр уйын, мәрәкә аша сағылып торҙо. Мәләүез ҡалаһының «Ипотека» командаһы, Уҡытыусылар йылын күҙ уңында тотоп, улар хаҡындағы миниатюраларын күрһәтте. Ә инде Әбйәлилдең «Ох, әй!» егеттәре йәштәрҙе, эсмәйек, айыҡ аҡыл менән йәшәйек, тип «шаяртты». Шуныһы ҡыуаныслы: сәхнәлә башҡорт егеттәре ихлас уйнаны, үҙҙәренең йыр-моңға маһир, шаян-шуҡ икәнен күрһәтте. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән йыйылған уйынсылар үҙ-ара тәбиғәте менән дә, шәхестәре менән дә «маҡтанып» алды.

    авторы: admin | 15 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Наркотик байытмай ул... Яңылыҡтар

    Республиканың Салауат ҡалаһы наркополицияһы махсус операция барышында урында ғына түгел, ә Мәләүез һәм Стәрлетамаҡта ла ағыулы матдәне таратыу менән шөғөлләнгән енәйәтсел төркөмдөң 10 ағзаһын ҡулға алған.
    Операция төндә башҡарылған. Төркөмдөң 35 йәшлек «етәксеһе» (ул быға тиклем дә хөкөм ителгән булған) тотолорон һиҙгәс тә кеҫәһендәге героинды йоторға маташҡан, әммә полиция йылғырыраҡ булып сыҡҡан. Тентеү ваҡытында унан 100 доза наркотик тартып алынған. Был енәйәтсе үҙе етәкселәрҙең береһе булған автомобиль йыйыу бинаһы складында ла героинды йәшереп тотҡан. Төркөм башлығының «урынбаҫары» ла ҡасып ҡотола алмаған. Бер фатирҙа наркотик хатта миксерға йәшерелгән булған.

    авторы: admin | 15 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Енәйәтсе ниндәй генә ролгә инмәй... Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Төҙөлөш колледжы студенты Р. Д. былтыр Шишмә районының бер кешеһен, үҙен наркополициянан тип таныштырып, наркотиктар таратыуҙа ғәйепләй. Ҡорал менән янап, туҡмап, етмәһә, бер пакет марихуана «тапҡан» булып (алдан үҙе әҙерләгән), тегенән 30 мең һум аҡса таптыра. Әммә икенсе көндө үк был наркотиктар­ға ҡаршы «көрәшсе»не ҡорбанынан Өфөнөң тимер юл вокзалында аҡса алып торғанда ысын наркополиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала. Р. Д. аҡса талауҙа ғәйепләнеп, өс йыл да алты айға төрмәгә эләгә.
    Әйткәндәй, бындай күренеш тәүгә теркәлмәй. Быйыл февралдә генә, үҙҙәрен наркополицейский тип танытып, бер вуз студентынан 10 мең һум аҡса таптырыусы өс енәйәтсене миҫалға килтерергә мөмкин. Көс ҡулланып, егетте машинаға төртөп индерәләр һәм, кеҫәһенә героин һалып, унан «ҡотолоу» хаҡы 10 мең һум булыуын белдерәләр.

    авторы: admin | 15 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әҙәмдәрҙе йота «крокодил» Башҡортостан » Милли проекттар

    ­Дезоморфин – үҙ-үҙен үлтерергә теләүсе наркомандарҙың «аҙығы». Уны өй шарттарында ла әҙерләп була, бының өсөн химик булырға кәрәкмәй, тиҙәр хатта. Препараттың тәьҫире дүрт сәғәт самаһына етә, кеше эйфория кисерә. Унан һуң тағы кәрәк. Ваҡыт үтеү менән организм хәлһеҙләнә, наркоман ябыға, тәненә шешектәр сыға, һөйәктәр һыҙлай, аппетит юғала, аяҡ-ҡул тартыша... Был матдәнең кире йоғонтоһон һанай башлаһаң, оҙон исемлек хасил була. Аҙағы бер – үлем. Ҡайһы берәүҙәр күрәләтә шуға бара.
    ...Дауахана палаталарының береһендә ярым үлек хәлендә бер әҙәм ята. Ҡарашы ҡайҙалыр төбәлгән. Нимәлер уйлай ҙа кеүек үҙе. Бәлки, киләсәге хаҡындалыр, бәлки, үлем тураһындалыр. Ул – наркоман. Ошондай һәр бер кешенең «эсендә» иблис ултыра.

    авторы: admin | 15 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru