Бөгөнгө эшенде иртәгәгә ҡалдырма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Башҡорт балы Кувейтҡа ла етте
» Газға баҫам, рулде борам
» Сканвордтар китабын сығарһын ине
» Газға баҫам, рулде борам – 2
» Ғәйнә Иле тураһында риүәйәтт ...
» Йондоҙнамә (31 март - 6 апрель)



Енәйәтсе ниндәй генә ролгә инмәй... Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы
Өфөлә үҙен наркокүҙәтеү бүлеге хеҙмәткәре тип танытып, халыҡтан аҡса йыйыусы әҙәм өс йыл ярымға төрмәгә китәсәк

Төҙөлөш колледжы студенты Р. Д. былтыр Шишмә районының бер кешеһен, үҙен наркополициянан тип таныштырып, наркотиктар таратыуҙа ғәйепләй. Ҡорал менән янап, туҡмап, етмәһә, бер пакет марихуана «тапҡан» булып (алдан үҙе әҙерләгән), тегенән 30 мең һум аҡса таптыра. Әммә икенсе көндө үк был наркотиктар­ға ҡаршы «көрәшсе»не ҡорбанынан Өфөнөң тимер юл вокзалында аҡса алып торғанда ысын наркополиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала. Р. Д. аҡса талауҙа ғәйепләнеп, өс йыл да алты айға төрмәгә эләгә.
Әйткәндәй, бындай күренеш тәүгә теркәлмәй. Быйыл февралдә генә, үҙҙәрен наркополицейский тип танытып, бер вуз студентынан 10 мең һум аҡса таптырыусы өс енәйәтсене миҫалға килтерергә мөмкин. Көс ҡулланып, егетте машинаға төртөп индерәләр һәм, кеҫәһенә героин һалып, унан «ҡотолоу» хаҡы 10 мең һум булыуын белдерәләр. Аптыраған студент ризалаша, шулай ҙа үҙендә тейешле ергә хәбәр итергә ҡыйыулыҡ таба. Аҡсаны тапшырғанда, теге енәйәтселәрҙе (уларҙың береһе лә тәртип һаҡсыһы ла, наркотиктарға ҡаршы эш алып барыусы ла булмай, әлбиттә) «оперативниктар» һәм наркополиция тота. Әле тикшереү бара.
Әгәр һеҙ ошондай хәлгә тарыһағыҙ, түбәндәге ышаныс телефондары аша хәбәр итегеҙ: 8-800-347-20-30 (БР наркокон­троль идаралығы), 128 (БР буйынса Эске эштәр министрлығы).

Константин МАКСИМОВ.
Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль
хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы матбуғат хеҙмәте.
 (голосов: 0)
авторы: admin | 15 апреля 2010 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Күмәк көс менән генә еңеп була
  • «Үлем менән ҡайҙа сауҙа итәләр?»
  • Наркотиктарға – юҡ!
  • Үлем таратыусы хаҡында хәбәр ит!
  • Ете йыл Ватанға хеҙмәттә
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru