Бушты бушҡа бушатма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хәүефһеҙлек – төп бурыс
  • Йондоҙнамә 5-12 июль
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • ҺАНДАР ТЕЛЕ МЕНӘН
  • Баш йортомдағы телде башҡорт аңлаймы?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Cерҙәшем дә, моңдашым да – БАЯН» Мәҙәниәт

    «Cерҙәшем дә, моңдашым да – БАЯН»Һис ҡасан да баянынан айырылмаған, музыка ҡоралын йәне-тәне менән һөйгән Редик Фәсхетдинов – сираттағы ҡунағыбыҙ. Фәйзи Ғәскәров үҙе етәкселек иткән осорҙа бейеү ансамблендә, һуңынан бөгөнгө көнгә тиклем Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләгән Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы күптән түгел үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан юғары башҡарыу оҫталығы менән нисәмә быуын тамашасыһын хайран иткән, мәшһүр йырсылар менән эшләгән баянсы үҙенең уй-кисерештәре, донъяға ҡарашы һәм хатта ҡайһы бер серҙәре менән дә уртаҡлашты. Мәрәкәсел, ябай булыуы менән йәнә бер һоҡландырҙы.
    – Редик ағай, Һеҙҙең йыр-моңға бай төбәктә – Баймаҡ районының Темәс ауылында тыуып үҫеүегеҙҙе беләбеҙ. Ғаиләгеҙ, Һеҙҙе тәрбиәләгән мөхит ниндәйерәк ине?

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Туғанымды эҙләйем Яңылыҡтар » Иғтибар

    Туғанымды эҙләйемҒафури районының Ибраһим ауылында 1974 йылдың 14 июнендә тыуған ҡустым Айҙар Әкрәм улы Рәхмә­туллинды эҙләйем. Ул 2003 йылдың октябрь урталарында ауылдан юҡҡа сыҡты. Үҙе менән бер документы ла юҡ. Буйы 170 – 174 см, ҡара тура сәсле, ҡара күҙле. Һул ҡул суғы һыртында «А» (хәрефтең ике яғынан өсәр һыҙыҡ) рәүешле, һул күкрәк тәңгәлендә ҡан составы тураһында белешмә, пуля төшкән татуировка (R (+) пуля һүрәте А (II) кеүек) бар.
    Бәлки, Айҙарҙы күреп ҡалыусылар, ишетеүселәр барҙыр, хәбәр итһәгеҙ ине. Телефондар: 8 (34740) 2-37-21, 8-962-519-40-35, 8-903-355-50-51. Адресым: Ғафури районы, Игенйылға ауылы, Таңһылыу Сәйетбатталова.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Маркаһы – Илештеке, һый-табынға килешле Иҡтисад

    Маркаһы – Илештеке, һый-табынға  килешле«Илеш һөтө кәрәк ине», – был һүҙҙәрҙе сауҙа нөктәләрендә йыш ишетергә тура килә. Үрге Йәркәйҙәге «Һөт» йәмғиәте етештергән продукция төрҙәренең киң билдәлелеге, тәү сиратта, уларҙың юғары сифатлы, шулай уҡ арзан булыуы менән дә аңлатыла. Әлеге йәмғиәт – республика сәнәғәтенең эшкәртеү тармағында билдәле предприятие. Ул хужалыҡтарҙан, халыҡтан һөт ҡабул итә һәм үҙенең эшкәртеү цехында киң ассортиментта продукция етештерә. «Һөт» йәмғиәте маркаһы менән эшләп сығарылған пастеризацияланған һөт, аҡ май, кефир, ҡаймаҡ, сыр, ҡатыҡ, эремсек, һөт өҫтө, тәмләндерелгән йогурт һ.б. халыҡ яратып ала.
    Предприятиеның заманса технологиялар нигеҙендә эшләүе продукцияның сифатына ҙур йоғонто яһай. Әйткәндәй, йәмғиәттең һөт етештереү цехы эшләй башлағанға йылдан ашыу ғына ваҡыт үткән. Уны төҙөү өсөн ҙур сығымдар талап ителгән.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Юғалған тойғолар Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Күреү йәки ишетеү һәләтен юғалтҡан кешеләр үҙҙәренең физик етешһеҙлеген икенсе тойоу органдарының һиҙемләүе көсәйеүе аша ҡаплай.
    Ҡайһы бер осраҡта юғалтҡан һиҙемләү тойғоһоноң икенсе органдарҙа килеп сығыуы мөмкин.
    Иң билдәле шундай осраҡ тураһында танылған невролог һәм психиатр Ломброзо хәбәр итә. Өс ай ҡаты ауырығандан һуң 14 йәшлек ҡыҙ күреү һәләтен юғалта. Әммә ул, күрәм, тип ата-әсәһен аптырата. Бер нәмә лә аңламаған ата-әсәһе уны Ломброзоға алып килә. Доктор ҡыҙҙың дөрөҫтө һөйләйме икәнен белеү өсөн күп кенә тәжрибә үткәрә. Күҙен бәйләп, алдына төрлө әйберҙәр һалып ҡарай. Шуныһы ҡыҙыҡ: ҡыҙ төҫтәрҙе айыра, хаттарҙы ла уҡый ала.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Бөркәнсек»тә тыуғандар Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    1891 йыл. Фолкленд утрауҙары эргәһендә «Тәүге йондоҙ» судноһында кашалот шлюпканы ауҙара. Алты балыҡсы ҡотола, береһен кашалот ҡойроғо менән бәреп үлтерә, ә һигеҙенсеһе – йәш моряк Джеймс Бартли – юғала. Шулай ҙа кашалотты үлтереп өлгөрәләр. Бер нисә сәғәт буйына балыҡсылар судно палубаһында кашалоттың түшкәһен эшкәртә һәм шул саҡ ашҡаҙанында ниндәйҙер хәрәкәт барлығына иғтибар итәләр. Ашҡаҙанды ярып ҡарағас, ҡурҡыштан туҡтап уҡ ҡалалар. Унда аңһыҙ Джеймс ятҡан була. Тимәк, уны кашалот йотҡан булып сыға. Балыҡтың тән температураһы шул тиклем юғары була – Бартли хатта аңын юғалта. Уны ҡотҡарыуға өлгәшәләр. Әммә был ваҡиғанан һуң моряк бары тик биш кенә йыл йәшәй.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ер аҫтында йәшен йәшнәгән Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Ер аҫтында йәшен йәшнәгәнБыл хәл 1996 йылда Ладога күленең төньяҡ ярында була. Август төндәренең береһендә урман ҡарауылсыһы өйөнә ҡайтып бара. Көтмәгәндә күктә нимәлер ялтлап ҡала һәм аяҡ аҫтында ер һелкенә, шаулай башлай. Был геүләү туҡтағас, урман өҫтөндә янып торған шар ҡалҡып сыға.
    Аптыраған урмансы бер аҙ көтөп тора ла, урмандың янып китмәүенә инанғас, артабан юлын дауам итә. Ә икенсе көндө был урынға килеп еткәс, сәйер һәм аңлата алмаҫлыҡ күренешкә осрай.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ХХ быуат аша Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Израиль ғалимдары ике мең йыл буйы һаҡланған ағас һөйәгенән финик пальмаһын үҫтергән. Был финик һөйәген боронғо йәһүд ҡәлғәһе Масадты тикшергәндә алып барылған ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәһендә бүтән матди мәҙәниәт әйберҙәре менән бергә табалар.
    ХХ быуат аша «әсәй» булған был орлоҡ бөгөн үҫемлеккә ғүмер биргән иң ҡарт орлоҡ тип һанала. Быға тиклем бары тик Ҡытай ғалимдары ғына 200 йыл буйы ерҙә ятҡан лотос орлоғонан үҫемлек шыттырып сығара ала.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бразилияла тәңкәһеҙ, тиреһеҙ балыҡ тотҡандар Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Бразилияла тәңкәһеҙ, тиреһеҙ  балыҡ тотҡандарБразилияның төньяҡ-көнбайышындағы Баия штатында фәнгә билдәле булмаған балыҡ тотҡандар.
    Оҙонлоғо 183 сантиметр, ауырлығы 40 килограмм булған балыҡ фәнни эксперимент ваҡытында 1000 метр тәрәнлектә яңылыш ҡына ҡармаҡҡа килеп эләгә. Уны һыуҙан сығарғанда уҡ тикшеренеүселәрҙе ғәҙәти булмаған тышҡы ҡиәфәте аптырата: тиреһе лә, тәңкәләре лә булмай, ә кәүҙәһе ҡуйылығы буйынса майға оҡшаш желенан тора.
    Океанологтар алдында был балыҡтың йәшәү урынын, ниндәй класҡа ҡарауын билдәләү мәсьәләһе тора. Тикшеренеүҙәр үткәрелгәндән һуң табылған ғәжәйеп балыҡ Баия штатының Федераль университеты музейына тапшырыласаҡ.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5 6  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru