– Хәсбиямал, ҡайҙа киттең? Инде ҡояш һүрелә. Ҡыҙыл эңер төшкән саҡта Күҙгә ендәр күренә.
– Рамаҙаным яңғыҙ ҡуна, Бесәнгә киткән ине. Өсөнсө көн өйгә ҡайтмай, Хәлен беләһе ине.
– Хәсбиямал, ҡайҙа киттең? Ишеттем имеш-мимеш: Һинең Рамаҙаныңдың Һөйәркәһе бар, имеш.
– Ышанмаҫ инем, әгәр Һөйләһә миңә бүтән. Күрһәт юха йыланды, Сыбыртҡы менән һүтәм!
Тамаҡҡа төйөр тығылды, Йөрәктә ҡупты дауыл. Инде ни хәл итергә? Ҡысҡырайым «ҡарауыл!»
– Хәсбиямал, ҡайҙа киттең? Тыныслан инде, туҡта. Арағыҙға кергәнде Яндырырҙар тамуҡта.
– Ҡуй, еңгә, мин ҡайтайым, Ҡайтайым да ятайым. Сабырлыҡ төбө – алтын, тип Әйтер ине атайым.
Иртән торғас, Хәсбиямал Икенсегә әйләнде. «Юлдаш» биргән бейеү көйгә Тыпырлап бейеп алды.
Хәсбиямал йүгерә-йүгерә Өй эштәрен бөтөрҙө. Күңеле көр, шат көлә, Ә ниңә – үҙе белә.
Кистән уйлаған хәйләһен Ашырасаҡ ул бөгөн. Бесәнлеккә юл тотто, Ҡулына алып сөгөн.
Урмандағы аҡланда Рамаҙан бесән саба. Ә унан алыҫ түгел Исемһеҙ йылға аға.
Шул йылғаның аръяғында Йәйрәгән «Биреле туғай». Күп кенә ауыл малдары Юғала бында, буғай.
Хәсбиямал күп уйламай Йәһәт кенә сисенде. Ышанмаһаң – ышанма, Һыуһылыуҙай күренде.
Шәп-шәрә тәнен, битен Ҡоромға ул буяны. Уны күргәс, йән бирҙе Хатта ки үр ҡуяны.
Ҡап-ҡара оҙон сәсен Тирә-яҡҡа туҙҙырҙы. Ҡурҡыныс ҡиәфәт менән Шайтанды ла уҙҙырҙы.
Ире сапҡан аҡланға Йән-фарман ул йүгерҙе. Үҙе барған ыңғайына Үгеҙ булып үкерҙе.
Бер нисә аҙым етмәй, Шып туҡтаны алдында. Уны күргәс, иренең Ни булғандыр аңында?
Хәсбиямал үкерҙе, Үрле-ҡырлы һикерҙе. Таштай ҡатҡан иренә Асыуланып екерҙе:
– Ят ҡатындар ҡуйынында Ләззәт күрәһең икән. Улай булғас, әйҙә һаҙға, Ҡыуанырһыңмы, иркәм?
Ҡатыныңды рәнйетмәҫкә, Ант итә күр ҡысҡырып. Һин – әҙәм аҡтығы, Ҡаса алмаҫһың ысҡынып.
Хәсбиямал, ымһындырып, Түшкәйҙәрен һыйпаны. Ҡулдары менән әйҙәп, Һаҙ буйына ымланы.
Рамаҙан торған еренән Метеорҙай атылды. Хатта ки ҡурҡыуынан Юя яҙҙы аҡылын.
Хәсбиямал көн кисләтеп Ҡайтып инде өйөнә. Алып барған сөгөнөн Элеп ҡуйҙы сөйөнә.
Уны күргәс, Рамаҙаны Ҡосағына уҡ алды. Сәскәйҙәренән һыйпап, Битенән үбеп алды.
Түкмәй-сәсмәй һөйләне Урманда булған хәлде. – Уф, албаҫтыны әйтәм, Ҡыуып етмәне әлдә.
Хәсбиямал әртис инде, Ҡурҡҡан булып тыңланы. Бына шулай хәйлә менән Үҙ бәхетен һаҡланы. * * * «Әсмә киленде Алдым улыма. Бер эште тейҙермәй Минең ҡулыма.
Иртәнсәк тороп, Һыйырын һауа. Әйткән һүҙҙәре лә Йөрәккә дауа.
Телде йоторлоҡ Аш-һыу бешерә. Игелекле гелән Ингән кешегә.
Бәйләһә ойоҡ, Энәләр сыңлай. Әл дә йомошто Шауламай тыңлай.
Ҡоласын ташлап Бесәнен саба. Баҙарҙа һатышып, Аҡсаһын таба.
Еләккә килен Алдан йүгерә. Барыһына ул Нисек өлгөрә?» –
Их, был йоҡонан Ниңә уяндым? Белһәң – төшөмдә Нисек ҡыуандым.
Тормошта иһә, Бөтөнләй кире. Улыма ла йоҡто Килендең сире.
Малайым һәр саҡ Уны яҡланы. Килендең холҡон Шулай аҡланы:
«Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ, Мин бит яратам. Бар эштәреңде Үтәр аҙаҡтан.
Ҡәйнә тупрағынан Килен ярала. Сабыр бул, әсәй, Инмә араға!»
Рәғиҙә АЙЫТБАЕВА. Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш ауылы. |