Был хәл 1993 йылда Минск ҡалаһының бер йортонда була. Бер фатирҙың түшәм һәм стеналарынан эҫе бөркөлә башлай. Аҫтағы ҡатта янғын сыҡҡандыр тип ҡурҡып, улар 01 телефоны буйынса шылтырата. Янғын һүндереүселәр әле ишектән үтмәҫ элек үк эштең янғында түгеллеген аңлай. Ишек артында төтөн дә, ут та, бер ниндәй тауыш та һиҙелмәй. Йоҙаҡты ватып, аш-һыу бүлмәһенә ингәс, улар 70 йәшлек хужабикәнән ҡалған бер өйөм көл һәм уның ике бөтөн аяғына тап була. Ҡатындың кәүҙәһе, ике аяғын һанамағанда, тулыһынса янып бөткән, ә тирә-яғындағы хатта еңел яна торған әйберҙәргә бер ни ҙә булмаған. Газ плитаһы һүндерелгән, бер ерҙә лә тәмәке ҡалдыҡтары күренмәй, электр сымдары ла зарарланмаған. Иң ябай логикаға таянып эш иткәндә, ошондай һығымта яһарға мөмкин: әгәр кеше янып үлерлек янғын булған һәм уның сығанағы табылмаған икән, тимәк, кеше үҙе ялҡын сығанағы булып сыға. Һирәк осрай торған феномен булһа ла, донъяла бындай күренештәр билдәле. |