Рәсәй дәүләт статистика хеҙмәте Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға арналған викторина иғлан итте. Сараның маҡсаты – быйыл үтәсәк иҫәп алыу тураһында халыҡтың мәғлүмәтлелеген тикшереү. Викторинала ҡатнашыусыларға иҫәп бланкылары («переписной лист»), ошондай акциялар тарихы һ.б. хаҡында һорауҙар биреләсәк. Әйткәндәй, был «имтихан»да 18 йәше тулған һәр Рәсәй гражданы ҡатнаша ала. Еңеүселәргә 7 мең һум күләмендә аҡсалата приз тапшырыласаҡ. Викторина һорауҙары www.perepis-2010.ru сайтының шул исемдәге бүлегендә баҫыла һәм «Радио России» каналында һәр йомала «Переписные истины» тигән тапшырыуҙа яңғырай. Яуаптарҙы сайттағы махсус анкетаға тултырып ебәрергә кәрәк. Еңеүселәр исемен дә шунан һәм радионан белергә мөмкин. Викторина 2010 йылдың 27 октябренә тиклем дауам итә. А. АҠБУЛАТОВА. |