Булмаҫтайҙан булмаҫ: Ул да тыумаҫ, ҡыҙ ҙа тыумаҫ, тыуһа ла - тормаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Балаларҙың ялы ял булһын
  • [b]Орлоҡ һалығыҙ, тип көтә ер[/b]
  • «Ағиҙел»һеҙ ҡалмағыҙ!
  • [b]Берҙәмлек һәм рух тәрбиәләне[/b]
  • Ай башы - июль
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яҙ – ҡояшһыҙ, ҡояш – яҙһыҙ, Дыуан Йосоповһыҙ булмай Әҙәбиәт

    Яҙ – ҡояшһыҙ, ҡояш – яҙһыҙ, Дыуан Йосоповһыҙ булмайДыуандар хаҡлы рәүештә үҙҙәренең таланттары менән ғорурлана ала. Халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле шағир Тимер Йосоп улы Йосоповты ғына алайыҡ. Шиғырҙарында тыуған ергә ҡарата тәрән һөйөү, ҡәҙерләү һәм һаҡсыл ҡараш, халыҡ яҙмышы, уның ҡанлы, данлы тарихы, кешенең бөйөклөгөнә инаныу һәм киләсәге тураһында хәстәрлек, тормошо ваҡлыҡтарынан ҡотолорға теләү – шағирҙың сағыу һәм халыҡсан ижадын тап ошо мотивтар билдәләй. Туған тел, милли рух, халыҡтың киләсәге проблемаларын бөтә тәрәнлегендә күрһәтеүгә ирешә ул.
    «Күкрәгендә ҡояш йөрөткән», «кешеләрем, ерем» тип янған шағир яҡташтары өсөн рухиәт шишмәһе. Тыуған яғында ул һәр саҡ көтөп алын­ған ҡәҙерле ҡунаҡ та. 1996 йылдан районда Тимер Йосопов призына милли көрәш буйынса зона ярыштары үткәрелә, ә 2001 йылдан уҡыу алдынғыларына, фәнни эшмәкәрлек менән әүҙем шөғөлләнгән уҡыу­сыларға шағир исемендәге премия тапшырыла башланы.

    авторы: admin | 20 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һантыҡ Әҙәбиәт » Хикәйә

    Маллыбай фронтташы Абдрахмандың урам яҡ тәҙрә төбөнән, ҡорған артына ышыҡланып, тышты күҙәтергә уңайлап урынлашып та өлгөрмәне, өй тәңгәленән ҡойон уйнатып Мәстүрә үтеп китте. Аръяғын Маллыбай күрмәһә лә ни буласағын һиҙә.
    Һуғышта ул разведка взводы командиры ине. Дошман позицияларын асыҡлап, «тел» алырға йөрөгәндә егеттәренең күңеле күтәренке булһын өсөн шаяртып, һәр саҡ уларҙы көлдөрөп йөрөр булды. Шунан ҡалған ғәҙәт уның шуҡлыҡтары. Төрлө мәрәкәләр уйлап табырға оҫтарып алды, тик әле бында һуғыш түгел икәнен генә онотоп ебәргән.
    «Арҡаһынан һөйөп кенә күңелен күтәрәһе урынға, бер гонаһһыҙ сабыйҙы үпкәләтеп ҡайтарҙым. Бына хәҙер ғәйепте нисек аҡларға?» Татлыбикәһе уны, яртаҡыл, тип дөп-дөрөҫ әйтә.

    авторы: admin | 20 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшлек хаталары хаҡ һорай Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    1990 йылдың ҡышында таныштыҡ беҙ. Өҙөлөп тороуыңа ҡарап, күрҙең дә ғашиҡ булдың, тип әйтергә булыр ине һине. Мин ул ваҡытта 18 йәшлек ҡыҙ. Оҙатып уҡ ҡалмаһам да, Илмир исемле егет менән хатлашам. Оҙаҡ ҡына һиңә өйрәнә алманым, Иҙел. Үҙеңде кире ҡағып та ҡараным. Ә һин ныҡыш булып сыҡтың. Шул ваҡытта уҡ өҙә һуғырға булған да бит... Был тиклем дә йөрәк яраларым әрнемәҫ, рәнйешемдән үҙәктәрем өҙөлмәҫ ине. Күрәһең, яҙмыш....
    Бик матур итеп осраша башланыҡ. Һин мине өҙөлөп яраттың, буғай, Иҙел. Һөйөү тулы наҙлы ҡараштарың, ҡурсалауың әйтеп тора ине был хаҡта. Мин дә үҙем эҫендем, һин тип йән аттым, һөйҙөм, һөйөлдөм, наҙыңда иренем, мөхәббәткә сорналдым.
    Ваҡыт үтә торҙо. Икебеҙ өсөн дә донъя гүзәл! Тормош ваҡлыҡтары, насар кешеләр, аҡ-ҡара юҡ, барыһы ла йәйғор төҫөндә. Беребеҙ өсөн икенсебеҙ өҙөлөп, күҙ ҡарашыбыҙҙан аңлашып, кино-концерттарға йөрөп үтә ине йәшлек таңыбыҙҙың матур көндәре. Бәхетле инек. Өйләнешергә теләнек.

    авторы: admin | 20 апреля 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Ер – етди мәсьәлә Башҡортостан » Милли проекттар

    Өсөнсө бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек барышында билдәләнеүенсә, Башҡортостанда ер мәсьәләһе бөгөн дә көнүҙәк булып ҡала. Беҙҙең республика 14 миллион гектарҙан ашыу майҙанда йәйрәп ята. Тимәк, ерҙе дөрөҫ, файҙа килтерерлек итеп ҡулланыу, һаҡлау тураһында юғары кимәлдә фекер алышыу өсөн тулы нигеҙ бар.
    Өсөнсө бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында эшләйәсәк «Башҡортостан Республикаһының яңы иҡтисади үҫеше шарттарында ер менән файҙаланыуҙың проблемалары» секцияһына әҙерлек сиктәрендә «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Сараға ғалимдар, министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының әүҙем эшмәкәрҙәре, журналистар йыйылды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Өфө ҡалаһы ҡала округының Ленин районы буйынса төбәк һайлау комиссияһы рәйесе Динир Әхмәтйәнов рәйеслегендә үткән «түңәрәк өҫтәл»дә ер закондарының федераль һәм республика кимәлендәге төрлө аспекттары, ер реформалары кеүек мөһим проблемалар ҡаралды.

    авторы: admin | 20 апреля 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Илгиз, миңә 100 һум бирергә тейешһең.
    – Теләйһеңме, ошо 100 һумың өсөн бер төркөм ҡыҙ килтерәм.
    – Һин нимә, 100 һумға ниндәй ҡыҙҙар?
    – Мин һиңә шундай ҡыҙҙарҙы килтерәсәкмен,

    авторы: admin | 20 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хикмәтле хикәйәттәр Әҙәбиәт » Хикәйә

    Бер батшалыҡта бик көслө сихырсы йәшәгән. Бер ваҡыт ул тылсымлы үлән уйлап таба һәм бөтә батшалыҡ эскән һыу сығанағына һала. Кем шул һыуҙы ауыҙ итә, шунда уҡ иҫәрләнә икән. Иртәнгә ошо һыуҙы эскән батшалыҡтың бөтә халҡы ла аҡылдан яҙа. Ә батша һәм уның ғаиләһе һыуҙы икенсе ҡоҙоҡтан эскән була. Сихырсы был сығанаҡҡа бер нисек тә үтә алмай, сөнки ул бик йәшерен урында урынлашҡан. Шуның өсөн батша һәм уның ғаиләһе үҙ аҡылында ҡала.
    Илдә шундай тәртипһеҙлек, хаосты күреп, батша яңы указдарға ҡул ҡуя. Әммә эргәһендәгеләр, батша аҡылдан яҙған, шуның өсөн дә шундай бойороҡтар бирә, тип тәхетенән баш тартыуын талап итә. Батша үҙенең көсһөҙлөгөн тоя һәм тажын һалырға уйлай. Әммә батшабикә ире эргәһенә килә лә: «Әйҙә, беҙ ҙә шул һыуҙы эсәйек.

    авторы: admin | 20 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Изге концерт Мәҙәниәт

    Ошо көндәрҙә Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында Башҡортостандың атҡаҙанған, Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың хәйриә концерты үтте. Йыйылған аҡсаны ҡатмарлы тормош хәленә ҡалған, дауалауға мохтаж балаларға йүнәлтеү уның төп маҡсаты булды. Самородов исемендәге хәйриә фонды ойошторған концертҡа Өфө ҡалаһының 1-се һәм 9-сы, Благовещен ҡалаһының балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр, ғәриптәр йәмғиәтенән тамашасылар саҡырылды.
    Бик йәнле башланған концертта башҡарылған йырҙар тәү сиратта балаларға бағышланды. Айҙар Ғәлимов киң танылыу алған һәм үҙе бала сағында яратып тыңлаған рус йырҙары менән дә тамашасыларҙы ҡыуандырҙы. Сығыштар «Айҙар» театр-студияһындағы «Салют» хореография мәктәбе балаларының бейеүҙәре менән оҙатылды.

    авторы: admin | 20 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәм һәм ғәмгә тулды «Ҡашҡаҙан»! Яңылыҡтар

    Дөйөм алғанда, кроста етеҙлек буйынса Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты командаһына етеүселәр булманы. Егеттәр араһынан иң һәйбәт күрһәткескә гимназияның 9-сы синыф уҡыусыһы Эдуард Лаврентьев өлгәшһә, ҡыҙҙар араһынан Эльвина Йәрмөхәмәтоваға етеүселәр табылманы.
    Рәүеф Кәримовтың уҡыусыһы, еңел атлетика буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, Рәсәй чемпионы Фәнил Басиров та кроста ҡатнашырға килгәйне.

    авторы: admin | 20 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru