Дәртһеҙ кешенән эш сыҡмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Балаларҙың ялы ял булһын
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Яҡты иҫтәлеге йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр
  • Яуығыҙ ҡарҙар күберәк!
  • Ғали йәнәптәре Хәреф
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Батырҙың исеме мәңгеләштерелде Яңылыҡтар

    Гәзитебеҙҙең үткән һандарының береһендә Советтар Союзы Геройы, башҡорт батыры Ғәфиәтулла Арыҫлановҡа Ырымбурҙа мемориаль таҡтаташ асыласағы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Һөйөнөслө ваҡиға оҙаҡ көттөрмәне: 21 апрелдә Ырымбур дәүләт аграр университетында тантаналы рәүештә башҡорт ир-арыҫланының исеме мәңгеләштерелде.
    Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында университеттың иҡтисад факультеты бинаһында Чкалов танк училищеһы урынлаша. Унда фронтҡа 6 мең ярымдан ашыу офицер әҙерләнә. Һуғыш башланған мәлдә бына ошо хәрби уҡыу йортонда Ғәфиәтулла Арыҫланов уҡытҡан була.
    Көйөргәҙе районынан сыҡҡан, бөгөн университетта эшләгән Фәрит Нәҙершин геройға мемориаль барельеф эшләтеү инициативаһы менән яна. Был эште ҡала властары ла, университет етәкселеге лә әүҙем күтәреп ала. Әлбиттә, Көйөргәҙе районы ла ситтә ҡалмай.

    авторы: admin | 24 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Нефть тармағын – республика мәнфәғәтенә Иҡтисад

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов «Транснефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе Владимир Шиманович менән осрашты. Осрашыуҙа шулай уҡ «Урал­транснефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең яңы генераль директоры Наил Баһауетдинов та ҡатнашты.
    Унда нефть продукттарын транспортировкалауға, магистраль нефть үткәргестәрҙең торошона бәйле мәсьәләләр ҡаралды. Шулай уҡ «Уралтранс­нефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 2009 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре, производство процестарын яңыртыу, предприятиеның үҫеш перспективалары тураһында ла һүҙ булды.

    авторы: admin | 24 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Түләүҙәр ни өсөн тотҡарлана? Иҡтисад

    1 майға тиклем бөтә уҡытыусыларға торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә компенсация бирелергә тейеш
    21 апрелдә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев республиканың айырым район башлыҡтары менән кәңәшмә үткәрҙе. Премьер-министр ауыл уҡытыусыларына торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә компенсация бурыстарын биреүгә ҡағылышлы эштәрҙең тейешле кимәлдә булмауына юл ҡуйырға ярамағанлығын ҡәтғи билдәләне.
    Март аҙағында Башҡортостан юлдаш каналында ауыл ерендә йәшәүсе һәм эшләүсе педагогик хеҙмәткәрҙәргә торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса сығымдарҙы компенсациялау мәсьәләләрендә барлыҡҡа килгән проблема хаҡында сюжет булды.

    авторы: admin | 24 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Батырҙың исеме мәңгеләштерелде Башҡортостан » Хәтер

    Батырҙың исеме мәңгеләштерелдеГәзитебеҙҙең үткән һандарының береһендә Советтар Союзы Геройы, башҡорт батыры Ғәфиәтулла Арыҫлановҡа Ырымбурҙа мемориаль таҡтаташ асыласағы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Һөйөнөслө ваҡиға оҙаҡ көттөрмәне: 21 апрелдә Ырымбур дәүләт аграр университетында тантаналы рәүештә башҡорт ир-арыҫланының исеме мәңгеләштерелде.
    Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында университеттың иҡтисад факультеты бинаһында Чкалов танк училищеһы урынлаша. Унда фронтҡа 6 мең ярымдан ашыу офицер әҙерләнә. Һуғыш башланған мәлдә бына ошо хәрби уҡыу йортонда Ғәфиәтулла Арыҫланов уҡытҡан була. Көйөргәҙе районынан сыҡҡан, бөгөн университетта эшләгән Фәрит Нәҙершин геройға мемориаль барельеф эшләтеү инициативаһы менән яна. Был эште ҡала властары ла, университет етәкселеге лә әүҙем күтәреп ала.

    авторы: admin | 24 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡатыныма рәхмәт! Башҡортостан » Хәтер

    Ул 65 йыл буйы «хәбәрһеҙ юғалған» һаналған атайымдың яҙмышын асыҡланы.
    Хөрмәтле «Йәшлек»тәр! «Рәхмәт айлығы»н иғлан итеп, бик шәп иттегеҙ, әй! Минең дә рәхмәт һүҙе әйтерлек кешем бар. Атайым Һаҙый Шәмсетдинов 1914 йылда Әбйәлил районының Дәүләт ауылында тыуған. Шунда уҡ эшләп йөрөгәнендә, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, һуғышҡа китә. Әсәйем ике ағайым менән яңғыҙ ҡала. Был хәл 1941 йылдың аҙағында була, ә мин 1942 йылдың апрелендә генә тыуғанмын. Миңә бер йәш тулып ҡына килгәндә атайымдың «хәбәрһеҙ юғалған» тигән ҡағыҙы килә. Шулай итеп, атайымдың төҫөн дә күрмәгән баламын. 65 йыл буйы уның ҡайҙа ерләнгәнен, үлгәнме-юҡмы икәнлеген дә белмәй йәшәнем. Һәр көн ошо хаҡта уйлана инем.

    авторы: admin | 24 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшлек» гәзите «Рәхмәт айлығы» иғлан итә Яңылыҡтар » Иғтибар

    Уфтанмайыҡ, зарланмайыҡ. Моңһоҙ, вайымһыҙ булыуыбыҙҙы, хатта ялҡаулығыбыҙҙы ла заманға, булыр-булмаҫ көрсөккә япһарырға күнектек тә киттек. Матур тойғолар тураһында бөтөнләй онота башланыҡ түгелме? Туҡтайыҡ әле. Ҡарайыҡ, күрәйек: ҡайғылы минуттарыбыҙҙа яурыныбыҙға ҡулын һалыр, хәсрәтле миҙгелдәрҙә йылы һүҙе менән йөрәгебеҙҙә өмөт уты тоҡандырыр, бәләгә тарыған мәлебеҙҙә, үҙ донъяһын онотоп, яныбыҙға ашығыр кешеләр бөтмәгән дә, бөтмәйәсәк тә. Ҡайһы саҡта һиңә бөтөнләй таныш булмаған ете-ят әҙәм дә миһырбанлығы, мәрхәмәтлелеге менән булмышыңды әсир итеп, һине хыял атына ултыртып ебәрә, иңдәреңә ҡанат ҡуя. Ә беҙ... Ә беҙ, әлеге лә баяғы тормош ауырлығына һылтанып, ошо изгелеккә яуап бирергә онотабыҙ. Тимәк, тағы ла бер кешенең күңелендә яҡтылыҡҡа ышанысты һүндерәбеҙ.

    авторы: admin | 24 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Заманса федерализм ниндәй булырға тейеш? Сәйәсәт

    Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында «Рәсәй федерализмы һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең үҫеш перспективалары» секцияһы эшләйәсәк. «Заманса федерализм һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең үҫеш перспективалары: сағыштырыу аспекты» темаһына халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уға әҙерлек маҡсатында ойошторолдо. Был сара шулай уҡ Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүенең 20 йыллығына арналды.
    Сараның пленар өлөшөндә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитеты рәйесе, юридик фәндәр докторы Зөфәр Еникеев, БР Президенты советнигы Сергей Лаврентьев, БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, РФ Президенты ҡарамағында Татарстан Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы Михаил Столяров һ.б. ғалимдар, фән кандидаттары федерализмға, федератив бәйләнештәргә, ошо юҫыҡтағы проблемаларға ҡағылышлы докладтар менән сығыш яһаны.

    авторы: admin | 24 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тамырҙарыбыҙ тәрәндән барлана, киләсәгебеҙ бөгөндән башлана Башҡортостан

    Был конференцияны ойоштороу­сыларҙың береһе булып Башҡорт дәүләт университеты сығыш яһаны. Уның ректоры Әхәт Мостафин әйтеүенсә, сараның темаһы республика өсөн дә, ил өсөн дә актуаль. Башҡортостан менән Рәсәйҙең киләсәге, үҫеш юлдарын төрлө төбәктәрҙән йыйылған ғалимдар­ҙың берлектә ҡарау мөмкинлеге булыу үҙе үк әһәмиәтле.
    Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Румил Аҙнабаев та, конференцияла ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, республикалағы милләт-ара тотороҡлоҡ, һәр милләттең үҙ тамырҙарын өйрәнеү мөмкинлеге хаҡында әйтеп үтте, был мәсьәләлә йәмәғәт ойошмаларының ролен билдәләне. Әйткәндәй, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы – улар араһында иң әүҙемдәренең береһе. Ҡоролтайҙар башҡорттар йәшәгән һәр төбәктә эшләп килә, шул иҫәптән сит илдәрҙә лә. Румил Аҙнабаев һүҙҙәренсә, май айында Сит илдәр­ҙә йәшәүсе ватандаштар эштәре буйынса федераль агентлыҡ булышлығы менән Евросоюзда ла башҡорт ҡоролтайы төҙөү ҡаралған.

    авторы: admin | 24 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru