
Стәрлетамаҡ ҡалаһынан алыҫ булмаған урында шихантауҙар теҙелеп киткән. Улар дүртәү: Йөрәктау, Ҡуштау, Шахтау, Торатау. Тауҙарҙың исеме уларҙың тышҡы ҡиәфәтенә оҡшап тора. Мәҫәлән, йырҙарҙа йырланған Йөрәктау рәүеше менән йөрәкте хәтерләтә. Алыҫтан уҡ матур ҙа, олпат та, мөһабәт тә булып күренә. Һырлы-һырлы булып тәбиғәт тарафынан уйылған текә битләүҙәре замок стеналарын төҫмөрләтә. Унан бик алыҫ түгел, көньяҡтараҡ, Ҡуштау йәйге көндәрҙә йәшеллеккә күмелеп ята. Уның итәгендә имән, саған, ҡарама, аҡ ҡайындар, тәбиғәттә бөтөп барған, донъяла һирәк осрай торған үҫемлектәр үҫә: хуш еҫле сәскәле тимьян, себер күк сәскәһе, тал япраҡлы ҡырағай сәтләүек ағасы, ҡылған, сейә, ҡәнәфер, умырзая, урман елбегәйе. Ә инде донъяла Шахтауҙы белмәгән кеше бармы икән? Борон был тауҙы башҡорттар Шәкетау тип йөрөткән. Халыҡ бөгөн дә уның боронғо исемен юғалтмаған. Рустар Башҡортостанға инеп тулғас, уға, үҙҙәренсә, Шахтау тигән исем бирәләр. «Сода» акционерҙар йәмғиәте уны цемент, сода, кер йыуыу порошогы етештереү өсөн умырып «ашау»ын белә. Шахтауҙың юҡҡа сығыуына һанаулы көндәр ҡалып килә. Эзбизлы тау тоҡомдары тейәлгән вагонеткалар «Сода» комбинатына көнө-төнө ағылып тора. Хәҙер Торатауға тотонорға самалайҙар.
Торатау, ғөмүмән, ниндәй тау һуң ул? Текә тауҙың өҫтө юнып ташланған кеүек тип-тигеҙ майҙандан ғибәрәт. Бер яғында мәмерйәһе лә булған. Борон ата-бабаларыбыҙ тау башына менеп, байрам, йыйындар үткәргән, бөтә башҡорт иленең именлегенә бәйле мәсьәләләрҙе хәл иткән. Торатау боронғо башҡорттарҙың нығытылған ҡәлғәһе булыуы менән дә ҡиммәт.
Стәрлетамаҡ шихандары аҡ эзбизлы тоҡомдарҙан тора. Улар борон шул ерҙә булған диңгеҙҙең төрлө ҡалдыҡтарын һаҡлай. Бындай геологик ҡомартҡылар ер шарында башҡа бер ерҙә лә юҡ. Шунлыҡтан ул донъя геологтарын ғына түгел, ә донъя йәмәғәтселеген дә ҡыҙыҡһындыра. 1937, 1984 йылдарҙа үткәрелгән халыҡ-ара геологик конгрестарҙа ҡатнашыусылар Стәрле шихандарын килеп күрҙе. Был тауҙарҙың уникаль ҡомартҡы булыуына хайран ҡалдылар, сикһеҙ һоҡланыуын белдерҙеләр. Улар, бындай шихандар, һис шикһеҙ, һаҡланырға тейеш, тигән фекерҙе әйтеп китте. Торатау 1965 йылда ҡомартҡы тип иғлан ителһә лә, унан төҙөлөш ташы ташыйҙар. Шәкетау таланып бөтөп бара. Тиңе булмаған уникаль тауҙар фәнни әһәмиәтен юғалта бара, сеймал сығанағы итеп кенә ҡаралып, әрәм-шәрәм ителә, башҡорт халҡының ҡомартҡылары булараҡ, уларға юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай.
Башҡортостандағы бик күп тауҙарҙың яҙмышы Стәрлетамаҡ шихандарыныҡына оҡшаш. Бындай тауҙар Архангел, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Дыуан райондарында емерелеп туҙҙырыла, шартлатыла. Бөгөн был тауҙарҙың иң күренеклеһе – Торатауға ҡурҡыныс янай. Беҙ бөтә көс менән уны һаҡлап алып ҡалырға тейешбеҙ!
Марс НУРИЕВ.