Күңел - ҡурҡаҡ, ҡул - батыр: эшләһәң, эш ҡарышмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «МИНЕРАЛКА»МЫ, ӘЛЛӘ «СИНТЕТИКА»МЫ
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • Балалар өсөн махсус сығарылыш
  • Ҡарбуз күп!
  • Асарбаҡҡа хәйер бирергәме?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • улҡынландырҙы, күҙҙәргә йәш эркелдерҙе Еңеүгә 65 йыл

    2009 йылдың майында республикала Еңеүҙең 65 йыллығына арналған «Еңеү салюты» конкурсы иғлан ителгәйне. Яңыраҡ был конкурстың гала-концерты уҙҙы. Тамашала 2-се этаптың еңеүселәре тип табылған төрлө райондар, ҡала округтарының ижади коллективтары, башҡарыусылар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ҡатнашты. Байрам Салауат Юлаев майҙанында марш-парад менән башланып китте. Артабан Конгресс-холда дауам иткән «Тереләр, беҙҙең хаҡта йырлағыҙ!» («Живые, пойте о нас!») исемле театрлаштырылған программа тарих дәресе кеүек төҙөлгәйне. Тамашасылар өсөн фронтҡа оҙатыу, һуғыш, Еңеү көнө күренештәре тасуирланды. Сара бигерәк тә йәштәр өсөн фәһемле булды. Илебеҙҙәге тыныс тормош миллионлаған ҡорбандар аша яулап алынған, имен киләсәк өсөн бик тә ҡиммәт хаҡ түләнгән.

    авторы: admin | 29 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Баш ҡалала митинг үтәсәк Сәйәсәт

    Башҡортостан Республикаһының Профсоюздар федерацияһы Өфөлә 1 Май митингыһын үткәрергә әҙерләнә. Был турала БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов хәбәр итте. Митингыла профсоюздарҙың талаптарын һәм лозунгыларын яҡларға әҙер булған сәйәси партиялар ҙа ҡатнаша ала. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһе менән ошондай килешеүгә өлгәшелгән. Республика Профсоюздар федерацияһы хеҙмәтсәндәрҙең 1 Май митингыһы резолюцияһын әҙерләгән дә инде. Унда бөтә кимәлдәге ҡануниәт һәм башҡарма власть органдарына ҡуйылған талаптар бирелгән.

    авторы: admin | 29 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Оҫта һөйләүселәр ярышы Мәҙәниәт

    БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында яҙма текст белгестәре һәм ораторҙарының Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған конкурсы үтте. Сараға әҙерлек эштәре биш ай буйы алып барылды, һәм 400-гә яҡын студент унда ҡатнашырға теләк белдерҙе.
    Конкурс ике этапта уҙғарылды. Һайлап алыу турында финалға үтеү өсөн 50 кеше көрәште, әммә тик һигеҙе генә – Алина Шагиева, Владимир Денисов, Александр Митюрев, Вадим Будуев, Марат Сәләхов, Илмира Исламғолова, Зөлфиә Ғәзимова һәм Резеда Ғәлимова, финалға сығып, беренсе урын өсөн көс һынашыу мөмкинлегенә эйә булды.

    авторы: admin | 29 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Альпинистар байрамды үҙҙәренсә билдәләйәсәк Яңылыҡтар

    «Башинформ» агентлығында ошо көндәрҙә үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостан альпинистарының 2010 йылдың 9 майына планлаштырылған Европаның иң бейек нөктәһенә – Эльбрус тауына артылыуына һәм унда Еңеү байрағы менән Башҡортостан флагын урынлаштырыуына бәйле экспедицияһы хаҡында һүҙ алып барылды.
    Был сара 1943 йылдың февралендә иҫ киткес ҡыйын шарттарҙа совет һалдаттарының һәм һуғышсы-альпинистарҙың фашистарҙы тау битләүенән ҡыуып төшөрөп, унда СССР флагын ҡаҙау ҡаһарманлығына арналасаҡ.

    авторы: admin | 29 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өлгө итеп күрһәттеләр Башҡортостан

    Шишәмбелә Волга буйы федераль округы субъ­ект­тары етәкселәре «Энергияны һаҡлау, энергетик һөҙөмтәлелекте күтәреү һәм РФ закон сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» Федераль законды тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе. РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота үткәргән кәңәшмә видеоконференция режимында барҙы. Уның эшендә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов та ҡатнашты.
    Кәңәшмә яңы законда быйыл хәл ителергә тейешле ҡайһы бер сараларға арналды. Һөйләшеү барышында төбәктәрҙең эшенә баһа бирелде һәм артабанғы эш йүнәлештәре билдәләнде. Атап әйткәндә, энергетик һөҙөмтәлелекте күтәреү буйынса төбәк программалары әҙерләү, муниципаль учреждениелар һәм торлаҡ милекселәрен энергетика ресурстарын иҫәпкә алыу приборҙары менән тәьмин итеү мәсьәләләре күтәрелде.

    авторы: admin | 29 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көндәр йылынасаҡ! Яңылыҡтар

    Үәт, исмаһам, кисә тәбиғәт беҙҙе аптыратты – баш ҡалабыҙҙа бер нисә минут эсендә ҡарлы ямғыр ҙа яуып үтә, сағыу ҡояш та килеп сыға! Тәҙрәнән бер ҡараһаң, ҡояш йылмая, икенсе ҡараһаң, күҙ асҡыһыҙ буран уйнай. Байрам көндәре яҡынлашып килгәндә һауа температураһының нисек буласағын белге килә.
    Синоптиктар биргән мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн 14 градусҡа тиклем йылынасаҡ, ҡояш та күренәсәк. Иртәгә лә шулай уҡ буласағы төҫмөрләнә. Ә инде 1 Май байрамында көндөҙ һауа температураһы 15 градус йылы, әммә көн болотло буласаҡ. 3 майҙа тәбиғәт тулыһынса «йәй режимы»на күсә – синоптиктар, 22 градус йылы буласаҡ, тип вәғәҙәләй. Шулай ҙа был көндө йәшенле ямғыр яуасаҡ.

    авторы: admin | 29 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғорурлыҡ тойғоһо уята Еңеүгә 65 йыл

    Өфөнөң «Родина» кинотеатрында тылда ҡалғандар тураһындағы фильмдың премьераһы үтте. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл тулыуға арналған саралар тотош илгә байрам кәйефе бирә. Башҡортостанда ла байрамдың яҡынлашыуы көндән-көн нығыраҡ һиҙелә, ошо айҡанлы төрлө концерттар, «түңәрәк өҫтәл»дәр, башҡа мөһим саралар ойошторола.
    Бөйөк Еңеүгә 65 йыл тулыуға арнап, баш ҡалабыҙҙың «Родина» кинотеатрында «Һуғыш беҙҙе балаға һанаманы» документаль фильмының премьераһы булды. Тыл һәм һуғыш ветерандары, мәктәп уҡыусылары, журналистар фильмдың тәүге тамашасылары булыу бәхетенә иреште. Шулай уҡ БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев та премьераны ҡарарға килде.

    авторы: admin | 29 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Аферистар ҡулға алынған Яңылыҡтар

    27 апрелдә Әбйәлил районында ЮХХДИ һәм урындағы эске эштәр бүлегенең енәйәти эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ҡарата мутлыҡ ҡылыуҙа ғәйепләнеүселәрҙе ҡулға алды.
    БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 26 апрелдә Әбйәлил районы буйынса эске эштәр бүлегенә Сиҙәм ҡасабаһынан 85 йәшлек ветеран үҙен БР Ветерандар советы рәйесе урынбаҫары тип танытҡан кешенең 13 мең һум аҡсаһын алып китеүе хаҡында ғариза менән мөрәжәғәт итә. 27 апрелдә Баймаҡ районы һәм ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлегенә Билал ауылынан 86 һәм 89 йәшлек пенсионерҙарҙан да ошондай уҡ ике ғариза була. Уларҙың да ошондай уҡ юл менән 7 һәм 14 мең һум аҡсаһын алып киткәндәр.

    авторы: admin | 29 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru