Көрәк бөтмәһә - тиҙәк бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тырнаҡтарҙы ҡасан киҫергә?
  • Хеҙмәт – намыҫ эше
  • Заяға үткән ғүмерҙе ҡайтарып булмай кире...
  • Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән!
  • Тиҙ ышаныусан булмағыҙ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ Иҡтисад

    Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ«ВАЗ – 2107» һәм «Mitsubisi Pajero 2010» автомобилдәре араһында ниндәй оҡшашлыҡ бар, беләһегеҙме? Тап өҫтөнә баҫтығыҙ – танкыны хәтерләткән япон джибы ла, Рәсәй автопромының дүрткел «мөғжизә»һе лә йөҙ саҡрымға берҙәй күләмдә – яҡынса 8,5 – 9 литр – яғыулыҡ ҡуллана. Шулай, йәмәғәт, бер ҙә ҡалышмайбыҙ япондарҙан.
    Көлкө көлкө урынында, шулай ҙа «семерка»мдың тулыр-тулмаҫ бер йыл эсендә үҙ хаҡының өстән бер өлөшөнә торошло күләмдә бензин һемереүенә ныҡ ҡына эсем бошто. Утыҙ мең саҡрым юл үткәнмен. Был ваҡыт эсендә, литрын 21 һумдан һалғанда ла, 56700 һумлыҡ бензин яҡҡанмын. Мин алған саҡта рәсми дилерҙарҙа «ВАЗ – 2107» 158 000 һумға һатыла, ә бензиндың бер литры, иҫләүе ҡурҡыныс, 22 һум 20 тин тора ине...

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар, бик боронғо халыҡ Башҡортостан

    Сарматтарҙың ҡатын-ҡыҙҙары ла ир-ат менән бергә яуға сапҡан. Үҙ заманы өсөн сарматтар ярайһы уҡ һәйбәт ҡоралланған. Уларҙың төп ҡоралы булып уҡ-һаҙаҡ һәм төрлө һөңгөләр торған (башҡортса «һаҙаҡ» тип аталған ҡорал сармат­тар­ҙа шул замандарҙа уҡ шулай атал­ған булған). Ә бына ҡалҡанды был халыҡ яуҙа һирәк ҡулланған, йә бөтөнләй ҡулланмаған. Дошмандың уҡ һәм һөңгөләренән уларҙы ҡалын тиренән бөкләп (сырыштырып) тегелгән өҫ кейемдәре һаҡлаған. Боронғо грек вазаларына төшөрөлгән сармат яугирҙарының һүрәтенә ҡарап, уларҙың баш кейеменең әлеге көндә беҙгә билдәле булған башҡорт милли баш кейемен хәтерләтеүен күреп була. Сарматтарҙың байлыҡҡа бер ҙә иҫе китмәгән. Үлгән кеше менән бергә уның (мәрхүмдең) ҡоралдарын да, әйберҙәрен дә (шул иҫәптән алтын-көмөштән яһалғандарын да) күмеп ҡуйыу­ҙы был халыҡ ғәҙәти күренеш һанай.
    Бөтәһе лә тура килә. Тик бына сарматтарҙың иран телле халыҡ (индо-арий) һәм европеид расалы (күпселек аҡ йөҙлө) кешеләр булыуы башҡорттарға (күп кенә осраҡта) тура килмәй һымаҡ. Тик был айырмалыҡтарҙы ла тарихҡа һәм логикаға таянып аңлатып була.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Батыр үлһә лә, исеме онотолмай Яңылыҡтар » Спорт

    Батыр үлһә лә, исеме онотолмайОшо көндәрҙә Өфө һынлы сәнғәт гимназияһында егеттәр араһында Әбйәлил районының Амангилде ауылында тыуып үҫкән Вадим Баҡыевтың яҡты иҫтәлегенә арналған волейбол ярышы үтте. Ике йыл элек Ҡаҙан юғары хәрби-танк училищеһы курсанты, лейтенант Вадим Нурислам улы Баҡыев хәрби полигонда батырҙарса һәләк була. Атыш урынына китеп барғанда уның экипажында кемдер яңылыш танкының янғын һүндереү системаһын эшләтеп ебәрә. Ике кеше газдан иҫен юғалта. Экипаж командиры булараҡ, Вадим юғалып ҡалмай, иптәштәрен ҡотҡарырға үҙендә көс таба. Әммә үҙенә ярҙам итеп өлгөрмәйҙәр. Вадим Баҡыевҡа үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены бирелә. Былтыр ул уҡыған Амангилде ауылы урта мәктәбендә иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Ә быйыл синыфташы Айнур Ҡужәхмәтов уның иҫтәлегенә волейбол ярышы ойошторҙо. Бағыусыһы булып та үҙе сығыш яһаны. Был изге эште башҡарыуҙа Гусев ауылы егете Динислам Ғәтиәтуллин да ярҙам итте.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Майҙан тотор егеттәр кәрәк Яңылыҡтар

    ибай ҡалаһы гимназия-интернатының физкультура уҡытыусыһы Хөрмәт Зөбәйер улы Таһировты күптәр көрәшсе булараҡ белә. Көрәш майҙанына һуңғы тапҡыр сығыуына ярайһы уҡ ваҡыт уҙһа ла, ул яратҡан шөғөлөн ташламай – көрәш серҙәрен балаларға төшөндөрә. Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында тыуып үҫкән, Стәрлетамаҡ физик культура техникумында, һуңынан физкультура академияһында белем алған. Хеҙмәт юлын Ҡуянтау урта мәктәбендә башлаған, әлеге ваҡытта 17 йыл хеҙмәт стажлы юғары категориялы педагог, спорт тренеры. Милли көрәш буйынса Рәсәй, Башҡортостан, Урал аръяғы чемпионы, спорт мастеры уҡыусыларын үҙ өлгөһөндә тәрбиәләргә тырыша. Былтыр Хөрмәт Зөбәйер улы Таһиров «Башҡортостан Республикаһының физик культура һәм спорт өлкәһендә иң һәйбәт хеҙмәткәре» тигән маҡтау билдәһе менән бүләкләнде. Үҫеп килгән быуынды һау-сәләмәт, спорт яратыусан итеп тәрбиәләүгә мөкиббән китеп бирелгән ир уҙаманы менән нимәләр хаҡында һөйләшеп була? Әлбиттә, яратҡан шөғөлдәре – көрәш һәм тәрбиә хаҡында.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Телеграммалар әйләнеше:
    «Борсолмай тороғоҙ, хатҡа ентекләп яҙырмын». «Нимәлер булдымы ни?» «Ирек үлгән, буғай». «Буғаймы, әллә ысынлапмы?» «Әлегә – буғай».

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Алдан ҡысҡырған «кәкүк»тәр яңылышты. Әлегә... Яңылыҡтар » Спорт

    Алдан ҡысҡырған «кәкүк»тәр яңылышты. Әлегә...Бөтә донъя Исландиялағы тәбиғәт афәтенә зарланып, шау-гөр килгәндә, кемдәрҙер ҡәҙимге тормошон дауам итеп, үҙ эше менән мәшғүл. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта Европа ла, Америка менән Канада ла ҙур хоккей менән йәшәй. Сөнки һәр береһендә беренселектең иң ҡыҙыу мәле башланды. Шул уҡ Рәсәйҙә генә өс титул уйнатыла. КХЛ-да Гагарин кубогы өсөн көрәш ҡыҙһа, Йәштәр һәм юғары лигала бәйге башланып ҡына тора. Шулай уҡ Белоруссияла 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында донъя беренселеге үҙенең юғары нөктәһенә етеп килә. Гагарин кубогына килгәндә, Зиннәтулла Билалетдиновтың тәрбиәләнеүселәре МВД уйынсыларына ҡаршы тәүге ике осрашыуҙа ауырлыҡһыҙ ғына ике еңеү яулағас, барыһы ла уларҙы фаворит итеп, Гагарин кубогын был юлы ла ҡаҙандар яулар, тип һөрән һалырға ашыҡты.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иғлан Яңылыҡтар » Иғтибар

    Башҡорт дәүләт аграр университетының (БДАУ) Урал аръяғы филиалы «Агрономия», «Бухгалтер иҫәбе, анализ һәм аудит», «Ветеринария», «Зоотехния», «Ауыл хужалығын
    электрлаштырыу һәм автоматлаштырыу», «Иҡтисад һәм предприятиела идара итеү (АХК-ла)» специальностары буйынса студенттар ҡабул итә.
    Тәүге ике йылда студенттар – Сибай ҡалаһында, өсөнсө курстан Өфөлә БДАУ-ла уҡыуҙарын дауам итә.
    Филиал яҡшы матди-техник базаға эйә, уңайлы дөйөм ятағы, ашханаһы, спорт комплексы бар. Студенттарҙың ижади эшмәкәрлеген үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырылған.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Әллә нисек булды беҙҙең һөйөү...» Мәҙәниәт

    Сәхнәгә сығыу менән тамашасы иғтибарын яулап алған йырсылар була. Беренсе йырҙарынан уҡ халыҡты серле моң донъяһына алып инеп китәләр ҙә концерт бөткәнсе хистәр ҡойонона күмәләр – берсә һары һағышҡа сорнайҙар, берсә һөйөү утында яндыралар, берсә фәлсәфәүи уйҙарға һалалар. Ана шундай йырсыларҙың береһе ул Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Әлфиә Юлсурина.
    29 апрелдә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында йырсының «Әллә нисек булды беҙҙең һөйөү...» исемле юбилей концерты үтә. Был тамашала Бөрйән ҡыҙының ижадташ дуҫтары ҡатнаша. Килгән ҡунаҡтар өсөн матур-матур сюрприздар көтөлә. «Әммә был туралағы серҙе әлегә сисмәй торам, тамашасылар үҙҙәре килеп күрһен. Зөһрә Бураҡаева сценарийы буйынса бик ҡыҙыҡлы программа буласаҡ», – ти Башҡор­тостандың халыҡ артисткаһы.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru