Донъяла кеше эшләй алмаған эш юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы

Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Заяға үткән ғүмерҙе ҡайтарып булмай кире...
  • Наркоманияға – юҡ!
  • «Төндә атыр гөл»
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • «Беларусь» ал, шарттар бар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!

  • Заказдар портфеле кәрәк Яңылыҡтар

    Өфөлә «Рәсәй йәмғиәтенең инновация йәһәтенән үҫешендә йәштәрҙең роле» темаһы буйынса «түңәрәк өҫтәл» үтте. Ҡыҙыҡлы һөйләшеүҙә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин сығыш яһап, «Берҙәм Рәсәй» төбәк сәйәси советы ижади йәштәрҙе инновация эшмәкәрлегенә йәлеп итеүҙе төп маҡсат итеп ҡуйыуын билдәләне.
    Илдә инновацияны үҫтереү бурысы бөгөн иң өҫтөнлөклө йүнәлеш һанала һәм быны хәл итеү талантлы йәштәр ҡулында, тине ул. Тик, үкенескә күрә, әле булһа сәнәғәт ғалимдар тәҡдимен әкрен ҡабул итә. Күптән түгел ҡабул ителгән һәм юғары уҡыу йорттарына бәләкәй предприятиелар булдырыуҙы рөхсәт иткән федераль закон да артыҡ бум «тыуҙыра» алманы. Юғары уҡыу йорттары асырға планлаштырған 925 предприятиеның бөгөн 213-ө генә асылған.

    авторы: admin | 29 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кекс Сәләмәтлек

    Кекс250 грамм шоколад, 2 стакан он, 1 аш ҡалағы кофе, 200 грамм маргарин, 1 стакан һөт, 1 йомортҡа, ярты стакан самаһы шәкәр, 1 балғалаҡ сода, ярты балғалаҡ тоҙ, 1 аш ҡалағы үҫемлек майы.
    Шоколадтың яртыһын кофе, маргарин һәм һөт менән бер туҡтауһыҙ бутап тороп, талҡын утта иретергә.
    Йомортҡа, он, шәкәр, сода һәм тоҙ һалып, ҡамыр туғырға. Ошо массаға иретеп һыуытыл­ған шоколадлы массаны, ҡалған шоколадты ваҡлап өҫтәргә.

    авторы: admin | 29 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ауылында тыуып үҫкән яҡташтар иғтибарына! Яңылыҡтар » Иғтибар

    ауылында тыуып үҫкән яҡташтар иғтибарына!
    9 майҙа көндөҙгө сәғәт 12-лә Мулдаҡай ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир ауылдаштарыбыҙ хөрмәтенә һәйкәл асыласаҡ.
    Тантанаға ҡайтығыҙ, көтәбеҙ!

    авторы: admin | 29 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Аҡ барс» – чемпион! Яңылыҡтар » Спорт

    «Торос» – көмөш, «Салауат Юлаев» менән «Толпар» – бронза миҙал призерҙары. Шулай итеп, быйылғы миҙгел беренселеге лә тағы бер сағыу битен ябып, тарихта үҙ эҙен ҡалдырҙы. Ҡаҙандың «Аҡ барс»ы, етенсе уйында МВД хоккейсыларын 2:0 иҫәбенә отоп, икенсе йыл рәттән уйнатылған Гагарин кубогын үҙендә ҡалдырҙы. Көйәрмәндәре: «Гагарин кубогы татар кубогына әйләнде инде хәҙер», – тип мәрәкәләй.
    Ҡаҙан – чемпион! Ҡотлайбыҙ! Башҡортостан был йәһәттән әлегә юғары уңышҡа өлгәшмәһә лә, уның өс клубы Рәсәй беренселегенең призерҙар исемлегенә инде. Был – республикабыҙ тарихында булмаған хәл. «Салауат Юлаев» менән уның бер туған «ҡустыһы» – «Толпар» командаһы үҫмерҙәре бронза миҙал призеры булһа, Нефтекаманың «Торос» командаһы үҙ тарихында башлап юғары лиганың көмөш миҙалына эйә булды. Афарин!

    авторы: admin | 29 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көйөргәҙе студенттары иғтибарына! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Көйөргәҙе районы хакимиәте юғары уҡыу йорттарында белем алып йөрөгән яҡташ студенттарҙы осрашыуға саҡыра. Сара 2 майҙа 10.30 сәғәттә Ермолаев ауылының «Йәшлек» мәҙәниәт һарайында була.
    Үҙегеҙ менән паспортығыҙҙың, социаль номерығыҙҙың (ИНН) күсермәләрен, студент билетын алырға онотмағыҙ.

    авторы: admin | 29 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Сәйәр» мәрхәмәтлелек сәйәхәтендә Яңылыҡтар

    Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Иҙрис Кәлимуллин етәкселек иткән “Сәйәр” эстрада театры артистары күп изге эш ҡыла: балалар һәм ҡарттар йорттарында концерттар ҡуялар, кескәйҙәр һәм ололарҙы бүләктәр менән шатландыралар.
    Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына бағышлап артистар, йылдағыса, баш ҡалалағы революция яугирҙарына ҡуйыл­ған һәйкәл янында һуғыш ветерандары өсөн театрлаштырылған концерт күрһәтәсәк. Ветерандарҙы “поход кухнялары”нда һыйлаясаҡтар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырасаҡтар. Ә был көндәрҙә, йәғни 1 май байрамы алдынан “Сәйәр”ҙәр “Сәйәр”ҙең әҙәбиәт бүлеге мөдире, Башҡор­тостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, танылған шағир, унлаған шиғыр китабы, меңдән ашыу популяр йыр һүҙҙәренең авторы Рәмил Сурағолдоң тыуған яҡтарында – Архангел район үҙәгендә һәм Ҡырмыҫ­ҡалы районының Прибельский ҡасабаһында уның ижад кисәһен уҙғарасаҡ.

    авторы: admin | 29 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Агутиндар ары торһон! Мәҙәниәт

    Агутиндар ары торһон!Зилә һәм Хәсән Усмановтар сәхнәлә лә, тормошта ла пар килгән. Зилә һәм Хәсән Усмановтар ҙур сәхнәгә «Бер алманың ике яртыһы беҙ» йыры менән килеп инде һәм тиҙ арала моңло тауыштары менән тамашасы күңелендә үҙ урындарын да яулап алырға ла өлгөрҙө. Сәхнәлә генә түгел, тормошта ла пар килешкән йәштәр күгәрсендәрҙәй гөрләшеп йәшәй һәм ижад итә.
    Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында Зилә һәм Хәсән Усмановтарҙың «Белермен ҡәҙереңде» тигән концерты булды. Зал йәш йырсыларҙың ижадын һөйөүсе тамашасылары, дуҫтары, яҡташтары менән тулы ине.
    Концерт Х. Усмановтың йыры менән башланды. Йыр бөткәс, артист хисләнеп кенә шиғыр һөйләргә тотонғайны, сәхнә артынан тағы ла бер Хәсән килеп сыҡмаһынмы. Тамашасылар аптырап ҡалды: ҡайһыһы ысын Хәсән һуң быларҙың?

    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru