Көсөң барҙа эшеңде ҡара, көсөң киткәс, эшең һине ҡарар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ай башы
  • Сыңғыр
  • Еребеҙ йәмле улар менән
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле,
  • Яңы штрафтар кемдәргә ҡағыла?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ветерандарға бушлай Яңылыҡтар

    3 – 12 майҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтар ҡала-ара, ҡала яны автобустары, йылға суднолары, тимер юлы транспорты һәм самолеттарҙа бушлай йөрөй ала. Билет алыу өсөн юл йөрөү документын һатып алғанда ташламаға хоҡуҡты билдәләүсе танытманы күрһәтеү ҙә етә. Шулай уҡ 1941–1957 йылдарҙа күрше дәүләт территорияларын «таҙартыу»ҙа ҡатнашҡан махсус хеҙмәт вәкилдәре, хәрби бурысын үтәгәндә зыян күргән локаль һуғыш инвалидтары транспорт хеҙмәте менән бушлай файҙалана ала.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күтәренке кәйеф менән Башҡортостан

    Күтәренке кәйеф менәнДүртөйлө районы­ның «Россия», «Победа», «Нива» хужалыҡтары хеҙмәтсәндәре тәүгеләрҙән булып яҙғы сәсеү эштәрен башлап ебәрҙе.
    «Нива» агропредприятиеһы механизаторҙары эшкә айырыуса әүҙем тотондо. Бөгөн унда 850 гектар майҙанда күп йыллыҡ үлән сәсеүлектәренә өҫтәмә туҡландырыу үткәрелә, ер тырматыу эше бара. Манъяҙыбаш һәм Ивач ауылдары баҫыуҙарында ужым культуралары 900 гектар майҙанды биләй. Хужалыҡ етәксеһе Ирек Зарипов әйтеүенсә, сәсеүҙә барлығы ете агрегат эшләйәсәк.
    – Айырыуса игенселәр Ө. Ғиләжев, В. Айдубаев, В. Сәлимгәрәев, В. Минлин, Р. Илдархановтарҙың тырыш хеҙмәте маҡтауға лайыҡ, – ти Ирек Ғаян улы.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә отошло Яңылыҡтар

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Республика йортонда «Мечел» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Игорь Зюзин менән осрашты. Унда металлургия өлкәһендә яңы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостан Республикаһы менән «Мечел» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһындағы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре ҡаралды. «Мечел» асыҡ акционерҙар йәмғиәте составына ингән Белорет металлургия комбинаты эшмәкәрлегенең йомғаҡтары ҡаралды.
    Мортаза Ғөбәйҙулла улы әйтеүенсә, Белорет металлургия комбинатының тотороҡло эшләүен тәьмин итеү – республиканың «Мечел» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән хеҙмәттәшлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бөйөк Ватан һуғышы көндәлегенән Башҡортостан » Юбилейҙар

    1945 йыл
    25 апрель
    – 3-сө Белоруссия фронты Пиллау ҡалаһын азат итә.
    – Торгау районында Эльба йылғаһы эргәһендә Советтар Союзы һәм Америка ғәскәрҙәре осраша.
    25 апрель – 26 июнь
    – Сан-Францискола БМО конференцияһы үтә. Унда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Уставын ҡабул итәләр.
    – Лондонға Гиммлерҙың тыныслыҡ тәҡдиме барып етә.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Беҙ йәш яҡташтарыбыҙҙың киләсәгенә битараф түгел» Башҡортостан

    «Беҙ йәш яҡташтарыбыҙҙың киләсәгенә битараф түгел»Республика йәштәрен эш менән тәьмин итеү йәһәтенән байтаҡ эш башҡарыла. Ошолар иҫәбенә «Йәштәргә – эш!» акцияһы ла инеп, әһәмиәтле урын биләй. Был сара сиктәрендә үткәрелгән вакансиялар йәрминкәһендә йәш белгестәргә, сығарылыш курстары студенттарына һөнәре буйынса эш һайлау мөмкинлеге бирелә. Күгәрсен районы ойошторған йәрминкә лә егет һәм ҡыҙҙар өсөн ҙур ярҙам булды, тиһәк, һис яңылышмаҫбыҙ.
    Бындай сара тәүгә үткәрелде: йәштәргә Өфөләге предприятие, учреждениелар ғына түгел, ә Күгәрсен районы ойошмалары ла эш урындары тәҡдим итте. Район хакимиәтенән делегация килгәйне, бынан тыш, яҡташтар берлеге лә ойоштороусылар рәтендә сығыш яһаны. Әйткәндәй, БДУ студенты Фәнил Ҡолшәрипов белдереүенсә, яҡташтар берлеге баш ҡалалағы Күгәрсен йәштәрен төрлө мәҙәни һәм спорт сараларына йыйып ҡына ҡалмай, ә ошондай киләсәккә юл күрһәтеүсе, йүнәлеш биреүсе сараларҙы ла ойоштороуҙы маҡсат итеп ҡуя.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Буласаҡ уҡытыусылар стартҡа баҫа Мәғәриф

    Буласаҡ уҡытыусылар стартҡа баҫаЙәштәрҙә спортҡа һөйөү, сәләмәт тормош алып барыуға теләк уятыу, уларҙың сәләмәтлеген нығытыу, спорт төрҙәрен, спорт секцияларын пропагандалау кеүек изге маҡсатҡа йүнәлтелгән спартакиадалар көндән-көн үҙенең сафына күберәк халыҡты йәлеп итә бара. Әле был, әле икенсе уҡыу йортонда төрлө спорт төрҙәре буйынса ярыштар үтә.
    – Ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр күп. Мәктәп уҡыусылары араһында ғына түгел, башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары менән урта махсус уҡыу йорттары студенттары араһында ла спартакиада уҙғарыла. Ә юғары уҡыу йорттары студенттары араһында универсиадалар үтә. Бөгөн беҙ башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһап, етешһеҙлектәр хаҡында фекер алышырға йыйылдыҡ, – тине БР Хөкүмәтенең фән һәм мәғариф бүлеге етәксеһе Альберт Ҡорманов, уҡыу­сылар спартакиадаһына арналған кәңәшмәне асып.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Белем ҡото»на рәхим итегеҙ! Мәғәриф

    28 апрелдә сәғәт 3-тә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының акттар залында, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына һәм Республика йылына арнап, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте уҡыу йорто менән берлектә «Белем ҡото» тип аталған байрам үткәрә. Унда ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, артистар ҡатнаша.
    Байрамда билдәле ғалимә һәм сәсәниә Розалия Солтангәрәеваның күптән түгел баҫылып сыҡҡан китаптарының исем туйы ла билдәләнәсәк.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шихандарыбыҙ өҫтөндә ғазраил шәүләһе йөрөй Яңылыҡтар

    Шихандарыбыҙ өҫтөндә ғазраил шәүләһе йөрөйСтәрлетамаҡ ҡалаһынан алыҫ булмаған урында шихантауҙар теҙелеп киткән. Улар дүртәү: Йөрәктау, Ҡуштау, Шахтау, Торатау. Тауҙарҙың исеме улар­ҙың тышҡы ҡиәфәтенә оҡшап тора. Мәҫәлән, йырҙарҙа йырланған Йөрәктау рәүеше менән йөрәкте хәтерләтә. Алыҫтан уҡ матур ҙа, олпат та, мөһабәт тә булып күренә. Һырлы-һырлы булып тәбиғәт тарафынан уйылған текә битләүҙәре замок стеналарын төҫмөрләтә. Унан бик алыҫ түгел, көньяҡтараҡ, Ҡуштау йәйге көндәрҙә йәшеллеккә күмелеп ята. Уның итәгендә имән, саған, ҡарама, аҡ ҡайындар, тәбиғәттә бөтөп барған, донъяла һирәк осрай торған үҫемлектәр үҫә: хуш еҫле сәскәле тимьян, себер күк сәскәһе, тал япраҡлы ҡырағай сәтләүек ағасы, ҡылған, сейә, ҡәнәфер, умырзая, урман елбегәйе. Ә инде донъяла Шахтауҙы белмәгән кеше бармы икән?

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru