Күп һөйләгән - аҙ эшләгән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • 1 һорауға 3 яуап
  • Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана
  • Йондоҙнамә
  • Йылға башы – шишмәнән, эскелек – бер шешәнән
  • Ҡарбуз, ҡауын һәм нитраттар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ташҡын әллә ни көслө булмаясаҡ Башҡортостан

    Үткән бер-ике йылда Башҡортостанда яҙғы ташҡын әллә ни көслө булманы. Дөрөҫөрәге, ул булманы, тип әйтергә мөмкин. Ниһайәт, быйыл йылғалар һәйбәт кенә ташыр, тип фаразлана. Былай тип яҙыуыбыҙ юҡтан ғына түгел. Тәбиғәттә бөтәһе лә камил бит – ташҡын ваҡытында йылғалар, ярҙар таҙарып ҡала. Ә таҙа һыу беҙҙең бөтәбеҙгә лә бик кәрәк.
    Тик һыу баҫыр тип ҡурҡып китмәгеҙ. Дөйөм алғанда, ташҡын күп йыллыҡ уртаса кимәлдән уҙмаясаҡ, ти метеорологтар. Былтыр көҙ Ағиҙел йылғаһы бассейны төбөнөң дымлылығы норманан – 20, ә Өфө йылғаһында 15 процентҡа түбәнерәк булды. Ағиҙелдә боҙҙоң ҡалынлығы 40 – 70 сантиметр тирәһе, ә был инде нормаға бик яҡын. Ә үткән йылдың мартында йылғала боҙҙоң ҡалынлығы норманан 5 – 30 процентҡа түбәнерәк ине. Әйткәндәй, белгестәр, Һаҡмар йылғаһы ныҡ ҡына ташасаҡ, тип фаразлай. Унда һыуҙың норманан 30 – 45 сантиметрға юғарыраҡ күтәрелеүе ихтимал. Ағиҙел йылғаһында ҡышҡы һыу күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 10 – 25 процентҡа юғарыраҡ. Дим йылғаһы бассейны буйынса ҡар ҡатламында һыу запасының юғары булыуы асыҡланған.

    авторы: admin | 1 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бандит ҡулға алынды Яңылыҡтар

    Теракттар, ҡораллы һөжүмдәр, бер ғәйепһеҙ кешеләрҙе атып китеү… Бындай хәл-ваҡиғалар илебеҙҙә йыш күҙәтелә башланы. Интернет мәғлүмәттәре ошондай темаларҙан «сәсәй» кеүек. Улар иҫәбендә – республиканың Октябрьский ҡалаһында булған хәл.
    Билдәле булыуынса, 23 мартта бер төркөм ҡораллы бандит магазин-складҡа һөжүм итә, ундағы хеҙмәткәрҙәрҙе яралай. Әйткәндәй, төрлө сығанаҡтар был бандиттарҙы тотоу операцияһын төрлөсә яҡтырта. Ҡалала йөҙәрләгән тәртип һаҡсыһы дежур итә. Милиция транспорты, юлдарҙы ябыу халыҡты хәүефкә һала, хатта БТР-ҙарҙы күреүселәр ҙә булған, имеш.
    Шик аҫтына алынған енәйәтселәрҙең фотороботы һәр бағанаға эленә. Шул иҫәптә булған Бәшир Плиевты ғына ла бөтә республика буйынса эҙләйҙәр. Ул иһә, погонлылар ҡуйған ҡапҡанды еңел үтеп, Силәбегәсә барып етә. Әммә ҡасырһың чекистарҙан!

    авторы: admin | 1 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сифатлы белемдән – уңышлы карьераға Мәғәриф

    Мәктәптән һуң уҡыуыңды дауам итеү, күңелеңә оҡшаған һөнәр алыу өсөн хәҙер ниндәй генә уҡыу йорттары юҡ. Улар, береһен-береһе уҙҙырырға тырышып, яңынан-яңы специальностар, белем биреүҙең төрлө структураларын тәҡдим итә. Хатта араһынан тап үҙеңә тейешлеһен һайлап алыуы үҙе бер мәсьәлә булып тора. Өҫтәүенә, һәр береһе хаҡында белеп бөтөү мөмкин дә түгел. Уҡыу йорттары, улар тәҡдим иткән специальностар хаҡында ҡайҙан тулы һәм ентекле мәғлүмәт алырға һуң? Бының өсөн йыл һайын Өфө ҡалаһында уҙғарылған «Мәғариф. Фән. Карьера» күргәҙмәһенән дә уңайлыһы юҡтыр. Быйыл ул унынсы тапҡыр уҙғарылды һәм, ғәҙәттәгесә, бик күп халыҡты йыйҙы. Билдәле, уларҙың күпселеген һөнәр һайлау алдында торған йәштәр тәшкил итте.
    – Быйылғы күргәҙмәлә Башҡортостандан, күрше өлкәләрҙән, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан 107 предприятие һәм ойошма ҡатнаша, – тине мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, күргәҙмәне асып.

    авторы: admin | 1 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дядя Степа хуплай, бүләкләй Әҙәбиәт

    Дядя Степа хуплай, бүләкләйДядя Степа хуплай, бүләкләйКөлкө көнө алдынан Яҙыусылар ойошмаларының халыҡ-ара берләшмәһендә Марсель Сәлимовҡа Сергей Михалков исемендәге халыҡ-ара премия тапшырылды. Был юғары бүләккә күренекле башҡорт яҙыу­сыһы үҙебеҙҙең «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан һайланма әҫәрҙәренең беренсе томы өсөн лайыҡ бул­ды. Ул «Юмор һәм сатира» номинацияһында Рәсәйҙә «Йылдың иң шәп китабы» тип тә билдәләнгән. Әйткәндәй, был китап совет һәм Рәсәй әҙәбиәте классигы Сергей Михалковтың баш һүҙе менән асыла. «Мин уҡыусыларҙы күренекле башҡорт яҙыусыһының яңы китабы сығыу шатлығы менән ҡотлайым. «Белым по черному» китабына яҙыусының халыҡ яратып ҡабул иткән әҫәрҙәре ингән. Уларҙа автор бөгөнгө тормошто, бер ни йәшермәй, асыҡтан-асыҡ һүрәтләй, йәмғиәтте һәм кешелекте борсоған көнүҙәк етешһеҙлектәрҙе ҡыйыу рәүештә тәнҡитләй», – тип яҙа «Дядя Степа».
    – Сергей Михалков Башҡортостан халҡына, әҙәбиәтенә бик һәйбәт мөнәсәбәттә булды. Йыш ҡына «Янғантау»ға ял итергә килә торғайны.

    авторы: admin | 1 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт йәштәре иттифағының ҡаршылыҡ акцияларын туҡтатыу тураһындағы мөрәжәғәте Сәйәсәт

    Башҡорт йәштәре иттифағы, Бөтә Рәсәй йәмәғәтселеге 29 мартта Мәскәүҙәге теракт­тарҙа һәләк булыусылар өсөн ҡай­ғырған мәлдә, көс структураларына, атап әйткәндә, РФ Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығына ситләтеп булһа ла күләгә ташлаусы ҡаршылыҡ акцияларын дауам итеүҙе урынһыҙ, тип һанай һәм көс органдарының илебеҙ баш ҡалаһында теракт ойоштороусыларҙы тотоу буйынса эшмәкәрлеген тулыһынса хуплай. Беҙ шулай уҡ РФ Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы етәксеһе В. Н. Палагиндың отставкаһын талап итеүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлегебеҙҙе туҡтатыуыбыҙ тураһында белдерәбеҙ.
    Эйе, беҙҙең республикала барған сәйәси процестарҙы төрлөсә күреү һәм айырым ҡаршылыҡтар бар!
    Эйе, беҙҙең талаптарыбыҙҙың бөтәһе лә тулыһынса ҡәнәғәтләндерелмәгән әле!

    авторы: admin | 1 апреля 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 25 26 27 28 29 30 31 32 33 34  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru