Иртәгә ҡалған эшең - һынып төшкән тешең.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Сыңғыр
  • Ислам беҙҙе изгелеккә илтә
  • «Ағиҙел»һеҙ ҡалмағыҙ!
  • Ҡорос хәҙер бында сыныҡмай
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Шиғриәт тулҡынында – бабичсылар Әҙәбиәт

    М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында мәҙәни һәм әҙәби саралар йыш үткәрелә. Бигерәк тә башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы был йүнәлештә планлы эш алып бара. Хал­ҡыбыҙҙың мәшһүр яҙыусыһы Һ. Дәү­ләтшинаның 105 йыллығына арнап матур саралар үткәреп ебәреү ҙә студенттар күңелендә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Бөйөк шағир Ш. Бабичтың тыуыуына 115 йыл тула. Ошоға бәйле факультет тарафынан байтаҡ ҡына сара уҙғарылды. Уның һөҙөмтәһе булараҡ, «Тулҡын» әҙәби түңәрәге ойошторған Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары, шағирәләр З. Ханнанова һәм Л. Абдуллина менән осрашыу ҙа бик фәһемле, файҙалы һәм ике яҡ өсөн дә ҡыҙыҡлы үтте. Шағирәләр, шиғри күстәнәс, заман хаҡында һүҙ менән бергә, шиғриәт тураһында ҡыҙыҡлы әңгәмә алып барҙы. Бигерәк тә студенттарҙы З. Ханнанованың «Мәскәү бесәйе», «Килен тәңкәһе», Л. Абдуллинаның «Өфөмә», «Хыял» һәм башҡа башҡорт рухындағы шиғырҙары рухландырҙы.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таланттар йәйғоро Мәҙәниәт

    21 апрелдә Өфө ҡалаһы Киров районының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында район уҡытыусыларының «Таланттар йәйғоро» тип аталған фестиваль-конкурсы үтте. Ул Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына, Уҡытыусылар һәм Республика йылына арналды. Концертты 14-се мәктәп уҡытыусылары Эльмира Фәхрүтдинова менән Рифат Бикҡолов «Дуҫлыҡ» бейеүе менән асып ебәрҙе. Шул тиклем ихласлыҡ һәм тыйнаҡлыҡ сағылды уларҙың бейеүендә. Шулай уҡ тажик, үзбәк, рус халыҡ бейеүҙәрен тамашасы хөкөмөнә сығарҙы белем биреүселәр. Уҡытыусылар коллективтары башҡарған сыуаш, украин, рус телендәге йырҙар ҙа бик сағыу яңғыраны.
    Уҡытыусыларҙың спорт менән дә дуҫ булыуы асыҡланды. 41-се мәктәп педагогтары коллективының бейеүе, 11-се балалар баҡсаһынан Юлиә Дәүләткилдиева башҡарыуында акробатик этюд ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ниңә Рәсәйҙә прогрессив һалым шкалаһын индереү әлегәсә утопия булып ҡала? Иҡтисад

    РФ Дәүләт Думаһында прогрессив һалым шкалаһын индереү буйынса закон проекты әҙерләнеп, тиҙҙән ҡарала башланасағы тураһында үҙәк матбуғатта имеш-мимештәр күренә башланы. 16 апрелдә, мәҫәлән, «Независимая газета»ла «Байҙарға һалым тулы программа буйынса һалынасаҡ» тигән мәғәнәле баш менән ҙур ғына мәҡәлә донъя күрҙе. Федераль парламенттың Түбәнге палатаһындағы финанс баҙары комитеты ағзаһы Алексей Багаряковҡа һылтанып, гәзит, ҡайһы бер депутаттар, һалым ауырлығын ярлылар елкәһенән байҙарҙыҡына нығыраҡ һалмай тороп, Рәсәй финанс көрсөгөн еңеп сыға алмаясаҡ, тигән ҡараш белдерә, тип яҙа. Быны прогрессив һалым, йәғни килем ни тиклем күберәк булһа, һалым да шундай дәрәжәлә артырға тейеш, тигән принципты ҡулланмай тороп, хәл итеп булмауын донъя илдәре ғәмәленән дә күрергә мөмкин. Остап Бендер иҫән булһа, әфәнделәр, ниһайәт, боҙ ҡуҙғалды, тип ҡул сабыр ине.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәндә ҡупҡан дауыл Яңылыҡтар » Конкурстар

    Студент йылдарында уҡ һабаҡташыбыҙҙы тос фекерле, тапҡыр һүҙле, шаян, шиғри күңелле тип таныныҡ. Уның «нишләп эшләмәйҙәр икән йәшел помада» тигән шиғыры ирекһеҙҙән йылмайырға мәжбүр итте. Баҫалҡы, тәрбиәле булыуы, күҙгә сүп кеүек инеп бармауы ихтирам уятты, шул уҡ ваҡытта һәр күренеште баһалап, күреп йөрөүен аҙаҡ ҡына төшөндөм. Уның билдәле шағир Камил Фазлыйҙың улы, уҡытыусы ғаиләһенән булыуын да шулай уҡ һуңынан белдем. Икебеҙ ҙә Әхмәт Сөләймәновтың аспиранты булып, диссертация яҡлайбыҙ, тип йүгерешә башлағас та, уның һәр аҙымын үлсәп баҫыуын, тәүәккәллеген, төплө белемле, егәрле кеше булыуын ишетеп түгел, үҙе менән аралашҡанда асыҡланым. Албырғап, арманһыҙ булып туҡтап ҡалғанда уның дуҫтарса иғтибарын һәм ярҙамын тойҙом. Быныһы уның кеше булараҡ алсаҡ, ярҙамсыл, ихтирамлы булыуынан.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Әллә нисек булды беҙҙең һөйөү...» Яңылыҡтар

    «Әллә нисек булды беҙҙең һөйөү...»Яҙ айында тыуған артистканың йырҙары нәҡ миҙгелдең үҙе ише, күңелдәрҙе берсә ҡояш нурҙарына мансый, берсә яҡты һа­ғышҡа һала, илаһи тойғоларға сорнай. Әммә гел хисләнеп, моңайып ҡына ла ултырырмын тимә, бер аҙҙан урғылып торған ҡайнар тулҡын ҡосағына ташлай ул һине. Көслө ташҡында йырсы менән бергә тирбәләһең... Яҙмыш, тормош, һынауҙар хаҡында уйланаһың, ялҡынлы мөхәббәт утында янаһың, дәрт-дарман алаһың. Йыр менән серләшкәндәй, уйҙарға уйылып, ике арала уртаҡлыҡ эҙләйһең. Йырҙары шулай тәрән кисерештәргә бай булғанға ла Әлфиә Юлсуринаның сәхнәгә сығыуын көтөп алаһың. Был йәһәттән йырсы үҙе лә тамашасыларын зарыҡтырмай, әленән-әле соло концерттар ойоштороп, ҡыуандырып ҡына тора. Сиратта – алтын юбилейына бәйле ижад кисәһе. Йырсы ошо уңай­ҙан 29 апрелдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына тамашасыларын йыймаҡсы. Сер итеп кенә аңғартабыҙ: программаға йырсының иң матур йырҙары һайлап алынған.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ирәндек бөркөтө Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Ирәндек бөркөтөБөйөк Ватан һуғышы фронттарында дошман менән аяуһыҙ көрәшеп батырҙарса һәләк булған баһадирҙарын Тыуған ил онотмай. Уларҙың исемдәре – халыҡ телендә. Ғәйәт ғәйрәтле яугир, Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Таһир улы Миңлеғоловтың исемен дә күк Ирәндек буйҙарында, Баймаҡ тарафтарында ғорурланып телгә алалар. Әйткәндәй, бала сағымда мин көн һайын тигәндәй Тәфтизан ағай менән күрешеп, сәләмләшеп йөрөй торғайным. Бер тиҫтер ма­лайҙар һәр ваҡыт уның тирәһендә урала инек. Уның имән һымаҡ мыҡты һыны, ғорур ҡарашы, яҡты образы һаман да күҙ алдында тора. Шул да мәғлүм булһын, яу ҡаһарманына ғәзиз төйәгендә, Күсейҙә, бюст ҡуйылған. Тыуған ауылының үҙәк урамдарының береһе Тәфтизан Миңлеғолов исеме менән аталып йөрөтөлә.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҡташыбыҙ Лилиә Шобухова – марафон еңеүсеһе Яңылыҡтар » Спорт

    Яҡташыбыҙ  Лилиә Шобухова – марафон еңеүсеһеХалыҡ-ара марафон йүгереүендә финишҡа беренсе килеп, Рәсәй тарихында тәүгә ошо ҙур уңышҡа иреште. Уҙған йыл да яҡташыбыҙ 42 саҡрым араны өсөнсө булып килеп, маҡ­тауға лайыҡ булғайны. Һәм бына быйыл, уҙған һөҙөмтәһенән ике минутҡа шәберәк килеп, икенсе урын алыусы тағы бер Рәсәй спортсыһы Инга Абитованы 19 секундҡа артта ҡалдырҙы. Шобухова өсөн был өсөнсө марафон. Быға тиклем ул Чикаголағы марафонда еңеүсе булғайны.
    Ғөмүмән, донъялағы иң абруйлы әлеге бәйгелә 37 меңгә яҡын спортсы һәм һәүәҫкәр йүгереүсе ҡатнашҡан. Был уңыштан һуң Лилиә Барселонала уҙасаҡ Европа беренселегендә ҡатнашырға йыйына.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар, бик боронғо халыҡ Башҡортостан

    «Башҡорт» атамаһында ниңә «баш» һәм «ҡорт» тигән төрки һүҙҙәр ҡулланылған һуң, тигән һорауға яуап биреп ҡарайыҡ. Һуңдар хәрәкәте Урал тауҙарына еткәндә бындағы сарматтарҙың, металл эшкәртеп, иген игеп, ултыраҡ тормошта йәшәгәнлеген әйтеп үткәйнек инде. Сарматтарҙың торлаҡтары, Урал тәбиғәтенә ярашлы ағастан буралып, яртылаш ергә уйып ултыртылған булған. Бер ҡасан да был рәүешле йәшәгән халыҡтарҙы күрмәгән төрки телле (Алтай яғынан килгән) һуңдар сарматтарҙы, тәү күреүҙә үк ер ҡорттарына оҡшатып, «ҡорттар» тип атаған (Алтын Урҙа осоронда килгән төркиҙәрҙә «ҡорт» һүҙе бүрене аңлатһа ла, боронғораҡ төркиҙәр – һуңдарҙа был һүҙ, башҡорттарҙағы кеүек үк, бөжәктең бер төрөн аңлат­ҡан). Тимәк, был осраҡта «ҡорт» һүҙе «уйғыр» һүҙенең синонимы сифатында ҡулланыла («уйғыр» тип ултыраҡ тормошта, ергә уйып эшләнгән өйҙәрҙә йәшәгән тәүге төрки халыҡтарҙы атағандар).

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru