Булыр ир алты йәшендә башмын, тир, булмаҫ ир алтмыш йәшендә йәшмен, тир.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • Бөрйәндең күренекле зыялыһы
  • Йөҙ йәшендә лә һикереп төшөп бейерлек
  • Йөрәгеңде тыңлайһыңмы, әллә...
  • Батша васыяты
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Грецияға юл ала БАШҠОРТ ҡыҙы Мәғәриф

    Грецияға юл ала БАШҠОРТ ҡыҙыАптырата, һоҡландыра был стәрлетамаҡтар. Бигерәк тә спорт өлкәһен әйтәм. Әле генә башҡорт егете Ирек Зарипов, Ванкуверҙа уҙған Паралимпия уйындарында дүрт миҙал яулап, донъя­ны шаҡ ҡатырғайны, әле килеп баш­ҡорт ҡыҙы бар Рәсәй Олимпия коми­тетын аптыратты. Нисек, кем ул, тиерһегеҙ. Стәр­летамаҡ физкультура институты студенты Айгөл Тимер­булатова Мәскәүҙә үт­кән йәш ғалимдар һәм студенттарҙың ХХI Бөтә Рәсәй Олимпия сессияһында студенттар араһында беренсе урынды яуланы. Сессияның төп бурысы шунда – «Олимпизм. Олимпия уйындары. Олимпия хәрәкәте: тарих һәм бөгөн» – ошо темаларҙы үҙ эсенә алған фәнни эшеңде күрһәтеп, яҡларға тейешһең. Йүгереү йә һикереүҙә судьялар ғәҙел баһа бирергә мөмкин әле, ә фәнни эштә... Шуныһы икеләтә ҡыуаныслы: ғәҙәттә, был сарала мәскәүҙәр тәүге урындарҙы бер кемгә лә, бигерәк тә милли төбәктәргә, биреп бармай.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    «Яңы башҡорт»тарҙың балалары уҡыған мәктәптә математика дәресе бара. Уҡытыусы:
    – Илгиз Сәғитович, әйтегеҙ әле, әгәр бер «бишле» 20 доллар тора икән, ул сағында дүрт «бишле» күпмегә төшә? – ти.
    Малай эре генә кеҫәһенән 100 доллар сығара ла:
    – Бөтәһенә лә, – ти.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ағас һәм донъя Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Ҙур юлға яҡын ғына ҡороған ағас ултыра. Бер ҡараңғы төндә уның эргәһенән бур үтеп бара. Ағасты күреп, милиционер тора икән тип уйлап, ҡото осоп, тиҙерәк ҡаса.
    Икенсе көн кис ғашиҡ егет үтеп барғанда алыҫтан ағасты күреп, һөйгәне уны көтөп тора икән тип уйлап, шат йылмая һәм аҙымдарын йышайта.
    Ә бер ваҡыт ағас эргәһенән әсәһе менән бәләкәй бала үтеп барғанда, сабый әкиәттәрҙәге ҡот осҡос нәмәләрҙе хәтерләп, ағасты шуларға оҡшатып, ҡурҡып илап ебәрә.
    Әммә ағас һәр ваҡыт ағас булып ҡала килә. Уратып алған донъя – беҙҙең сағылышыбыҙ.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Толпар» – бронза миҙал призеры! Яңылыҡтар » Спорт

    «Толпар» командаһының баш тренеры Александр СЕМАК:
    – Бөгөн тәрбиәләнеүселәрем һаҡланыбыраҡ уйнап, булған мөмкинлектәрен оҫта файҙаланды. Ғөмүмән, дөйөм плей-оффҡа һәм дә даими беренселек һөҙөмтәләренә килгәндә, командаға «дүртле» билдәһен ҡуйырға була. Беҙ беренселектә икенсе урынды алып, плей-оффта көслө Череповец, Омск командаларын оттоҡ. Шул уҡ ярымфиналда «Кузнецские медведи» хоккейсыларын да еңергә тейеш инек тә, тик ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында финалға сыға алманыҡ.
    Әлегә тәрбиәләнеүселәремдән айырып ҡына бер кемде лә маҡтарға йыйынмайым. Иң мөһиме – команда бар. Барыһы ла тырышты, матур уйын күрһәтеп, бына ошо уңышҡа барып еттек.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Заман ҡатын-ҡыҙы бөтә нәмәгә лә өлгөрөргә тейеш!» Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    «Заман ҡатын-ҡыҙы бөтә нәмәгә лә өлгөрөргә тейеш!»Шулай тип иҫәпләй Мәләүез һылыуы Әлиә. Конкурсҡа тәүге һылыу­ҡай итеп Мәләүез ҡалаһы һылыуы Әлиә Ҡараҙбаева­ны тәҡдим итәм. Ул – Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының 4-се курс студенткаһы. Донъяны һүҙ, ҡеүәтле тел көсө менән яҡтыраҡ итеренә ышанып, ошо факультетҡа килгән. Шуға ла киләсәк тормошон журналистика менән бәйләү иҫәбе. Ҡыйынлыҡтарға бирешеп, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп ултырырға яратмай Әлиә. Алсаҡлығы, тормошҡа ыңғай ҡарашы менән дуҫтарына ла күңел­һеҙләнергә ирек бирмәй. Ныҡышмал, маҡсатына табан ҡыйыу барыусы ҡыҙ былтыр «Һылыуҡай» республика конкурсында ҡатнашып, 3-сө урынға лайыҡ булды.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Гүзәлкәйҙәр, һеҙ ҡайҙа? Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Күңелдәргә наҙ, йылылыҡ, дәрт өҫтәп яҙ килгән мәлдә беҙ «Йәшлек» гүзәле» конкурсын яңыртып ебәрергә булдыҡ. Үҙеңдә ысын башҡорт рухын тояһың, быйылғы йылдың икенсе яртыһына «Йәшлек» гәзитенә яҙылғанһың, сибәр һәм аҡыллыһың, «Йәшлек» гүзәле – 2010» титулын тап һин алырға лайыҡлы тип һанайһың икән, әйҙә, һылыу, конкурсҡа рәхим ит! Матур ғына итеп яратҡан шөғөлдәрең, тормош девизың, уй-хыялдарың тураһында ҡыҫҡаса яҙып, сифатлы, йөҙөң, буй-һының асыҡ күренгән фотоларыңды редакцияға ебәреүеңде көтөп ҡалабыҙ. Ятып ҡалғансы, атып ҡал, ти бит халыҡ мәҡәле.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Батырҙың исеме мәңгеләштерелде Яңылыҡтар

    Гәзитебеҙҙең үткән һандарының береһендә Советтар Союзы Геройы, башҡорт батыры Ғәфиәтулла Арыҫлановҡа Ырымбурҙа мемориаль таҡтаташ асыласағы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Һөйөнөслө ваҡиға оҙаҡ көттөрмәне: 21 апрелдә Ырымбур дәүләт аграр университетында тантаналы рәүештә башҡорт ир-арыҫланының исеме мәңгеләштерелде.
    Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында университеттың иҡтисад факультеты бинаһында Чкалов танк училищеһы урынлаша. Унда фронтҡа 6 мең ярымдан ашыу офицер әҙерләнә. Һуғыш башланған мәлдә бына ошо хәрби уҡыу йортонда Ғәфиәтулла Арыҫланов уҡытҡан була.
    Көйөргәҙе районынан сыҡҡан, бөгөн университетта эшләгән Фәрит Нәҙершин геройға мемориаль барельеф эшләтеү инициативаһы менән яна. Был эште ҡала властары ла, университет етәкселеге лә әүҙем күтәреп ала. Әлбиттә, Көйөргәҙе районы ла ситтә ҡалмай.

    авторы: admin | 24 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Нефть тармағын – республика мәнфәғәтенә Иҡтисад

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов «Транснефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе Владимир Шиманович менән осрашты. Осрашыуҙа шулай уҡ «Урал­транснефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең яңы генераль директоры Наил Баһауетдинов та ҡатнашты.
    Унда нефть продукттарын транспортировкалауға, магистраль нефть үткәргестәрҙең торошона бәйле мәсьәләләр ҡаралды. Шулай уҡ «Уралтранс­нефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 2009 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре, производство процестарын яңыртыу, предприятиеның үҫеш перспективалары тураһында ла һүҙ булды.

    авторы: admin | 24 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru