Аяғың тәп итмәй, ауыҙың сәп итмәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ислам әҙәбе
  • Аҡ йыланды осратһаң – бәхеткә, имеш
  • [b]ПРЕЗИДЕНТТЫҢ АБРУЙЫ АРТА[/b]
  • «ИҒТИБАР: БАЛАЛАР!»
  • “Аманат”тың өлкәндәргә аманаты
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Зәки Вәлидиҙең Башҡортостандағы фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостан » Хәтер

    Зәки Вәлидиҙең Башҡортостандағы фәнни эшмәкәрлегеЯңыраҡ Башревком рус телендә сығарған «Известия Башкирии» тигән гәзитте ҡараштырып ултырырға тура килгәйне. Баҫманың 1920 йылдың 4 июнендә сыҡҡан һанында авторы күрһәтелмәгән бер кескәй генә мәҡәлә күҙгә салынды. Унда Кесе Башҡортостанда фәнни ойошманың барлыҡҡа килеүе тураһында һүҙ бара ине. Быға тиклем республикала беренсе фәнни ойошманың Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетының 1922 йылдың 16 февралендә ҡабул ителгән ҡарарына ярашлы эшләй башлауы ғына мәғлүм ине. Ойошма «Общество по изучению быта, культуры и истории Башкирии» тип аталған, һәм уның эшмәкәрлеге тураһында фәнни әҙәбиәттә аҙ яҙылмаған. Әммә Кесе Башҡортостанда әле Зәки Вәлиди идара иткән мәлдә ниндәйҙер фәнни ойошманың барлыҡҡа килеүе, уның эше быға тиклем ғалимдарға билдәһеҙ булып ҡала килгән, буғай. Һәр хәлдә, был турала миңә фәнни әҙәбиәттә бер ниндәй ҙә мәғлүмәт осратырға тура килгәне юҡ ине. Шуға күрә лә әлеге мәҡәлә, әлбиттә, ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

    авторы: admin | 24 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бала күңеле далала Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Балалары тәүге көндән үк ҡарттың күпме байлығы, аҡсаһы барлығын тикшерҙе. Өй эсендә соҡона торғас, үҙе иҫән саҡта Фәһимгә әйтеп күрше ауыл магазинынан килтерткән өс тоҡ он, ике тоҡ шәкәр, шулай уҡ ике бидон умарта балы, үткән йылдарҙан ҡалған һигеҙ-туғыҙ банка сейә, еләк ҡайнатмаһын килтереп сығарҙылар. Китте талаш. Кемгә он, шәкәр һәм башҡа нәмә – барыһын да бүлештеләр. Тик бының менән ҡәнәғәт булмай, соҡоноуҙы дауам иттеләр. Шулай эҙләнә торғас, ҡарттың оло ҡыҙы Фәнисәнең ҡулына теге Фәһим асмай, ҡыҫтырып ҡуйған конверт киҫәге килеп эләкте. Быныһы нимә тағы, тип асты ла, өнһөҙ ҡалды.
    Әнүәр ҡарт көс-хәл менән торҙо ла, таяғына таянып ишек алдына сыҡты. Ихатаһын бәрхәттәй күкрәп үҫкән бәпкә үләне баҫҡан. Ҡош-ҡорт, мал-тыуар булмағас, тапалмаған. Балалары, ейәндәре ҡайтһа, урам алдында һуҡмаҡ хасил була торғайны ла. Әсәләре вафат булғас, ҡайтып та әйләнмәйҙәр. Был хаҡта иҫенә төшкәс, Әнүәр ҡарттың күңеле тулды, йәшлеге иҫенә төштө.

    авторы: admin | 24 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Батырҙар ҡиссаһы Яңылыҡтар » Спорт

    Батырҙар ҡиссаһыБаймаҡтың "Баһадир" физкультура-һауыҡтырыу комплексында Темәс ауылы кубогына көрәш буйынса турнир уҙҙы. Темәс ауылы призына үҫмерҙәр араһында дүртенсе йыл рәттән уҙғарылып килеүсе көрәш турниры район халҡы өсөн ғәҙәти күренешкә әүерелеп килә, буғай. Быйыл да Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Ейәнсура райондарының йәш көрәшселәре – йәмғеһе 37 бала – команда һәм шәхси беренселектә ярышты. Көсөргәнешле алыш һөҙөмтәһендә Баймаҡ командаһы беренсе урынды яуланы, икенсе, өсөнсө, дүртенсе урындарҙы Әбйәлил, Хәйбулла һәм Ейәнсура райондары бүлеште. Шәхси беренселектә еңеүселәр булып 35 кг ауырлыҡта Артур Талипов, 40 кг ауырлыҡта Тимур Солтанов, 45 кг ауырлыҡта Рәфис Ишмуллин, 55 кг ауырлыҡта Шамил Солтанов, 60 кг ауырлыҡта Венер Нәбиев, 65 кг ауырлыҡта Өлфәт Шөғөров, 70 кг ауырлыҡта Рифат Моратов, 70 кг-дан ашыу ауырлыҡта Рәфис Сәлимов еңеүсе тип табылды.

    авторы: admin | 24 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Фотоательенан ҡайтҡан ҡатын иренә:
    – Ҡәҙерлем, миңә паспортҡа төшкән фотом бер ҙә оҡшамай. Йөҙөмдө ҡап-ҡара итеп, күҙҙәремде аҡайтып, сәсемде тырпайтып төшөргәндәрсе, – ти.
    – Ярай, тапҡанһың ҡайғырыр нәмә, минең өсөн Мәскәй әбей булһын, иң мөһиме, һиңә оҡшаһын, – тигән ире.

    авторы: admin | 24 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ветерандар менән осрашыуға килегеҙ! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Ветерандар менән осрашыуға килегеҙ!
    30 апрелдә «Аҡ тирмә» башҡорт Милли-мәҙәни үҙәге, Ҡатын-ҡыҙҙар йәм­ғиәте һәм Башҡорт йәштәре иттифағы Нефтселәр мәҙәниәт һарайында, Еңеүҙең 65 йыллығына арнап, һуғыш ветерандары менән 18.00 сәғәттә осрашыу кисәһе үткәрә.
    Инеү ирекле.

    авторы: admin | 24 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бөйөк еңеүгә 17 көн ҡалды Еңеүгә 65 йыл

    Бөйөк Ватан һуғышы көндәлегенән
    1945 йыл
    21 апрель
    – Мәскәүҙә СССР һәм Польша араһында дуҫлыҡ, үҙ-ара ярҙам, һуғыштан һуңғы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыла.
    – Италияла Германия фронты тарҡала.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ырыҫлы булһын ерем! Яңылыҡтар

    Республиканың 19 районында яҙғы баҫыу эштәре гөрләй. Ба­ҫыуҙарға иң тәүҙә тырматыу агрегаттары сы­ғарылды. Бөгөн ауыл хужалығы эшсәндәре алдында торған төп бурыс – тупраҡтың дымлылығын һаҡлап ҡалыу. Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте еткергән мәғлүмәттәр буйынса, 11 районда ҡышҡы культураларҙы өҫтәмә туҡландырыу менән шөғөлләнәләр. Ә инде 15 районда күп йыллыҡ үләнде ашлау бара.
    Яҙғы сәсеү эштәре әлегә ни бары Дүртөйлө районында ғына башланған. Унда сәсеү кампанияһы борсаҡтан старт алды. Ул яҡынса 100 гектар майҙанда сәселгән.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    һорауҙарығыҙ булһа... Яңылыҡтар » Иғтибар

    23 апрелдә сәғәт 10-дан 12-гә тиклем Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре сафына алыу һәм хәрби хеҙмәт үтеү, сроклы һәм контрактлы хәрби хеҙмәткә алыу, хеҙмәтте кисектереү, хәрби училищеларға уҡырға инеү шарттары, сроклы хеҙмәттең хәрби хеҙмәткәрҙәре ғаиләләренә пособиелар түләү, альтернатив граждан хеҙмәте үтеү тәртибе һәм башҡа мәсьәләләр буйынса граждандарҙы ҡабул итеү үткәрелә.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru