Ашағанда телһеҙ бул, эшләгәндә өнһөҙ бул.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • һорау-яуап
  • Белем – хазина, уға асҡыс – хеҙмәт
  • «Төндә атыр гөл»
  • МОТОРҘЫ НИСЕК ҺЫУЫТЫРҒА?
  • Хужалары булғас башлы, эштэре бара яҡшы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Беҙ кешеләрҙең дөрөҫ мәғлүмәт алыуы яҡлы» Перепись

    – Халыҡ иҫәбен алыу элек-электән уҙға­рылған. Унда дәүләт власы органдарының бурысы иҫәп алып барыусылар эшен ойоштороуҙан һәм һуңынан һөҙөмтәләрҙе иҫәпләүҙән тора. Башҡортостан Республикаһында бер кем дә уны халыҡты дөйөм мобилизациялауға әүерелдерергә йыйынмай. Беҙ демократик йәмғиәттә йәшәйбеҙ, һәм һәр граждан үҙ аллы, тормош тәжрибәһе нигеҙендә үҙенең теге йәки был милләткә, социаль төркөмгә, дингә ҡарауын билдәләй. Беҙ кешеләрҙең үҙ ғаиләһе, тыуған төбәге тарихы хаҡында объектив, дөрөҫ мәғлүмәт алыуы яҡлыбыҙ. Бының менән компетентлы белгестәр – тарихсылар, демографтар, социологтар шөғөлләнергә тейеш.
    Шуның менән бер рәттән, ни өсөндөр Ҡаҙанда төрлө сәйәси белдереүҙәргә һәм акцияларға ойотҡо һалына. Улар яһалма рәүештә халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы тирәһендә хәлде ҡатмарлаштыра. Ниндәйҙер проблема бар икән, уны һәр ваҡыт тыныс, эшлекле шарттарҙа, артыҡ мәшәҡәтһеҙ хәл итергә мөмкин.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап, тарих арбаһында барасаҡбыҙ... Королтай

    Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап, тарих арбаһында барасаҡбыҙ...Мәҫәлән, Мәрйәм Сафиуллинаның уң ҡулы – Прасковья Гавриловна милләте буйынса сыуаш, Ишембай ра­йонының Васильевка ауылынан. Һаман да төҫ ташламаған яҡташыбыҙ йәш сағында комсомол путевкаһы буйынса төҙөлөшкә килеп, Барнаулда тороп ҡалған: «Саҡ ҡына эшләрбеҙ ҙә ҡайтырбыҙ, тигәйнек тә бит... Башҡорттар минең өсөн иң яҡын туғаным кеүек. Яратам һеҙҙең халыҡты, телегеҙҙе үҙ итәм, шуға ла «Ҡурай» үҙәгенең эшендә ҡатнашып, күңел йыуанысы табам».
    Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ ауылында тыуған оло йәштәге Мәүжиҙә Якунина бар ғүмерен Барнаулда үткәргән, яҙмышы ошо ер менән тығыҙ бәйле. Әммә кескәй сағында нисек итеп ата-әсәһе менән бергә тиҙ генә төйөнсөктәр төйнәп, тыуған йорттарынан күҙ йәше менән сығып киткәнен яҡшы хәтерләй.
    – Ғаиләбеҙ менән репрессия тирмәненә эләккәнбеҙ, – ти сибәр ханым, ауыр һулап. – Күп нәмә иҫтән сыҡҡан, ләкин ошо күренеш ниңәлер онотолмаҫлыҡ булып хәтергә уйылған.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Авиация предприятиелары эшмәкәрлегенә арналды. Яңылыҡтар

    Мортаза Рәхимов Республика йортонда «Оборонпром» корпорацияһының генераль директоры Андрей Реус менән осрашты. Юғары ҡунаҡ Өфөгә Рәсәйҙә вертолет төҙөлөшөн үҫтереү стратегияһын тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмәлә ҡатнашыу өсөн килгән.
    Осрашыу барышында программаны тормошҡа ашырыу буйынса республика һәм корпорацияның берҙәм эше ҡаралды. Мортаза Рәхимов республикала ӨМЭБ һәм Күмертау авиация производство предприятиеһы кеүек авиация сәнәғәте предприятиеларының эшмәкәрлегенә ҙур иғтибар бирелеүен билдәләне һәм республиканың Рәсәй вертолет төҙөлөшө продукцияһының дәғүәселек һәләтлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән проекттарҙы ҡарарға әҙер булыуын белдерҙе.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар

    З. Биишева исемендәге Баш­­­ҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Тыл геройҙары» серия­һында һуңғы – 20-се том сыҡты. Унда «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән Башҡортостан халҡы исемлеге баҫылған. Шулай уҡ 1 – 17-се томдарға өҫтәмә исемлектәр ҙә индерелгән.

    Рәсәйҙә иң арзан интернет – Волга буйы федераль округында һәм Уралда. Интернеттың таралыу кимәле буйынса округ дүртенсе урында тора. Ил төбәктәрендә интернетҡа тоташыу тиҙлеге, Мәскәү һәм Санкт-Пе­тербургты иҫәпкә алмағанда, бер йыл эсендә өс тапҡырға артып, секундына 1100 Кбитты үтеп киткән.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    АТЭС саммиты үтәсәк федераль юл төҙөлөшөндә эшләүселәр сәйәси золом ҡорбандары ерләнгән ҡәберлектәргә юлыҡҡан.
    Ошоға бәйле, төҙөлөш шунда уҡ туҡтатылған, эргә-тирә кәртәләп алынған. Владивосток йәмәғәтселеге, табылған һөлдәләрҙе яңынан ерләргә кәрәк, тип иҫәпләй. Бының өсөн эксперт комиссияһы төҙөү, белгестәрҙе йәлеп итеү, ҡорбандар рухына тарихи-мемориаль комплекс булдырыу зарур. Мемориалды урынлаштырыу мәсьәләһе хәл ителһә лә, бөтә һөлдәләрҙе лә ерләп бөтөү мөмкин түгел, тиҙәр. Сөнки улар бик күп. Ни өсөн тигәндә, районда быуат башында аҡ гвардиялыларҙың ҡәберлеге булыуы асыҡланған. Ә төҙөләсәк төп магистраль тап ошо ҡәберлектәр аша үтә икән. Был хаҡта архив мәғлүмәттәре күрһәткән.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Илдә сәпсек үлмәй... Яңылыҡтар

    Етем балалар даими иғтибар үҙәгендә. Төрлө сәбәптәр арҡаһында ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған, яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған балаларҙы тәрбиәләү, белем биреп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырыу, хатта торлаҡлы итеү ҙә дәүләт иңендә. Дөрөҫ, илебеҙ был ҡатлам тураһында һис бер ҡыйынһыныу кисермәй хәстәрлек күрә. Шулай ҙа ғаиләлә буй еткереүгә, әсәй, атай, тип иркәләнеп үҫеүгә ни етә?! Был бәхеткә һәр сабый лайыҡ та бит... Тик тормош тигәнең аяуһыҙ, тыныс, матур тормошта ла кемдеңдер күңеле китек, әсәй-атайлы килеш етемдәр сафын тулыландырырға мәжбүр.
    Һандарға күҙ һалһаҡ, былтыр Башҡортостанда 1 831 кеше ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үҙәктән үҙәккә үтерлек елдәр иҫкеләй... Яңылыҡтар

    Әле лә РФ Генераль прокуратураһынан биш белгес килеп, республикала ҡануниәттең үтәлешен «энә күҙенән үткәрә». Был тикшереүселәр делегацияһынан берәү туған телдәр уҡытыуға бәйле шундайыраҡ йөкмәткеле фекерен әйтә (өҙөк уның сығышынан алынды): «Беҙҙең төбәк компонентын «быуыу»ға бары тик ике генә республика аяҡ салып маташа. Ҡалғандарға – сыуаш, мари һәм башҡаларға был кәрәкмәй». Ошондай һүҙгә битараф ҡалыу мөмкинме һуң?! Федераль ведомство хеҙмәткәре ниңә шулай киҫкен фекер әйткән, тиһегеҙме? Баҡһаң, республикала әлеге тикшереүҙе ойоштороу­сы урындағы «эшмәкәр», халыҡсан телдә «маргинал оппозиционер», имеш. Прокуратура тиклем прокуратура белгестәренең, ниндәйҙер бер республиканы күрә алмаусы бәндәгә ышанып, килеп етеүҙәрен әйт. Етмәһә, халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырыусы һүҙҙәрен дә ауыҙ асып һөйләргә тартынмаған бит әле.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (2) | Тотош уҡырға
    Еңеүемә теләһә ниндәй шарттарҙа ла юғалып ҡалмауым сәбәпсе Мәғәриф

    Еңеүемә теләһә ниндәй шарттарҙа ла юғалып ҡалмауым сәбәпсеБашҡортостан Республикаһының М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында студенттар араһында «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте – 2010» төбәк-ара конкурсы үтте. Туған телебеҙҙең баһаһын күтәреүгә, уға ҡарата һөйөү тәрбиәләүгә йүнәлтелгән конкурста Силәбе дәүләт университеты филология факультетының көнсығыш бүлеге студенттары ла ҡатнашты. Бәйгелә ҡатнашып, өсөнсө урынды яулап ҡайтҡан 4-се курс студенткаһы Әлфиә Камалова менән осрашып, бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
    – Әлфиә, мәртәбәле бәйгелә өсөнсө урынға лайыҡ булыуың менән ҡотлайбыҙ. Быға тиклем ошондай конкурстарҙа ҡатнашҡаның булдымы?

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru