Бармағына ышанған - ҡашыҡһыҙ ҡалған.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡоншаҡтар тыуған ерендә донъя көтә
  • 1 һорауға 5 яуап
  • Һуңғы ҡыңғырау сыңы, тынлыҡ ярып, киләсәккә бирҙе фатиха
  • Әсәй, өйрәт әле!
  • Быйыл да һынатмаҫтар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Телебеҙҙе һаҡлайыҡ! Королтай

    Тел, аралашыуҙың бер ысулы булараҡ, кешелек тормошонда иң мөһим роль уйнай. Ысынлап та, һөйләшергә өйрәнеп кенә кешеләр бер-береһе менән аралаша ала, коллективта йәшәү өсөн кәрәкле тормош тәжрибәһе туплай – үҙҙәрен йәмғиәттең, милләтенең тулы хоҡуҡлы шәхесе итеп тоя. Әлбиттә, уртаҡ тел генә бөтә халыҡтарҙы ла бер милләткә берләштерә алмай. Һәр халыҡтың үҙенең тарихы, мәҙәниәте, рухи ҡиммәттәре, теле бар. Телдә, көҙгөләге һымаҡ, теге йәки был халыҡтың күңеле, уның рухи донъяһы асыҡ сағыла. Шуның өсөн дә төрлө дәүләттәрҙә йәшәгән бөтә халыҡтар ҙа үҙҙәренең телен һаҡлау, үҫтереү, пропагандалау өсөн күп көс һала.
    Халыҡ яҙмышы менән тел яҙмышы айырылғыһыҙ. Береһе бөтһә, икенсеһе лә юғала. Илбаҫарҙар һәм тирандар баҫып алған илдә иң тәүҙә милләттең уҡымышлы кешеләрен үлтергәндәр, китаптарҙы яндырғандар, телдәрен бөтөрөргә тырышҡандар. Был кешеләрҙе аптырашта ҡалдырған, киләсәккә булған өмөттәрен һүндергән, көсһөҙләндергән. Александр Македонский, Сыңғыҙ хан, фашис­тар шулай эшләгән.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Быйыл тырыш, «брак» һалма, Ул табып бир иреңә» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Бик тә ярһыған сағы.
    Төнө буйы байрам иткән,
    Бахмурҙан йөрөй тағы.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Идеальный ирҙәр бары Йәшәйҙәр икән Айҙа...» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
    Аяҡтары ҡалтырай.
    Кәпәс сисһә, пеләш башы
    Ҡояш һымаҡ ялтырай.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Башҡортостан ынйылары» сәхнәне балҡытты, күңелде байытты Мәҙәниәт

    «Башҡортостан ынйылары» сәхнәне балҡытты, күңелде байыттыБыйылғы конкурсты ғына алайыҡ. «Башҡортостан Респуб­ликаһы балалары» БР Президенты программаһы һәм Рәсәй буйынса иғлан ителгән Уҡытыусы йылы сиктәрендә «Башҡортостан ынйылары» республика балалар фольклор бәйгеһе тип аталды һәм республикабыҙҙың белем биреү һәм мәғариф үҫешенә тос өлөш индергән мәғрифәтселәргә арналып, «Белемлелек – арыҫландан көслө батыр» исеме аҫтында уҙҙы. Күп милләтле республикабыҙ уҡыусыларын бергә туплау­ҙа, төбәк шәхестәрен танытыуҙа, илһөйәрлек, ихтыяр көсө, белемгә ынтылыусанлыҡ тәрбиәләүҙә әйтеп аңлатҡыһыҙ әһәмиәтле сараға әйләнде был тематик конкурс.
    Бәйге шарттарының береһе – ғилми эшкә ҡыҙыҡһыныу белдергән уҡыусының эҙләнеү-табыштарын туплау, фотолар, мөмкин булғанса архив материалдары, нәшер ителгән хеҙмәттәр менән байытыу. Ҡыҫҡаһы, бәләкәй күләмле ғилми-тикшеренеү эше.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ҡулдан» алһаң, кесе йомала ал! Яңылыҡтар

    «Ҡулдан» автомобиль һатып алыуға һәр кем төрлөсә ҡарай. Баҡтиһәң, файҙаланыуҙа булған машинаны аҙнаның ниндәй көнөндә һатып алыу ҙа мөһим икән.
    Эш көнөн ҡалдырмаҫ өсөн күптәр интернет «баҫыуы»н гиҙеүҙе, автосалондарҙа йөрөүҙе ял көндәренә ҡалдыра. Асыҡланыуынса, «ҡулда» булған автомобиль һатып алыу өсөн иң ҡулай көн – кесе йома. Тикшереүҙәр буйынса, тап ошо көндә ҡулланыуҙа булған автомобилдәрҙе һатыу тураһындағы иғландар күберәк баҫыла.
    Кесе йоманан ҡала – йомала, һуңынан шишәмбелә, шаршамбыла, ә ял көндәрендә һәм дүшәмбелә иғландар әҙерәк донъя күрә.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Оҙаҡламай электромобилдә йөрөрбөҙ әле... ---

    Renault автокомпанияһының Төркиәләге OYAK-Renault заводында яғыулыҡ урынына электр энергияһын ҡулла­ныусы автомобилдәр етештерелә башланы.
    Renault Fluence Z.E. тип аталған седан электромобиль 94 ат көсө ҡеүәтле электр ҡорамалы менән йыһазландырылған. Моторға энергияны арттағы ултырғыстарҙың аҫтында урынлаштырылған литий-ион батареялары бирә. Машинаның аккумуляторы электр селтәренән ете сәғәт эсендә тулыһынса зарядка ала. Был яңы «тимер ат»тың башҡаларҙан айырмалы рәүештә тағы бер үҙенсәлеге – Quickdrop системаһы.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Классика»ға ихтыяж ҙур Яңылыҡтар

    «АвтоВАЗ» компанияһы 6 апрелгә ҡарата утилләштереү программаһы сиктәрендә 100 мең автомобиль һатыуға заявка алған.
    Был – программа сиктәрендә һатыласаҡ 200 мең машинаның яртыһы. Әлегә программа буйынса 11 меңгә яҡын автомобиль һатылған. Завод дилерҙары тарафынан 30,8 мең танытма тапшырылған. «АвтоВАЗ» концерны, үҙ продукцияһына заказдар артыу сәбәпле, апрелдә етештереү планын 5,9 процентҡа арттырасағын белдерҙе һәм 42,7 мең автомобиль эшләп сығарасағы хаҡында хәбәр итте.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Штрафмы, 15 тәүлекме? Яңылыҡтар

    Белеүегеҙсә, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн ҡануниәт буйынса штраф һалыу ҡына ҡаралмаған. Ҡайһы бер «гонаһтар» өсөн 15 тәүлеккә рәшәткә артына ултырыуың да ихтимал. Илебеҙ ҡануниәтендә теркәлеүенсә, уның биш статьяһын боҙған осраҡта водителде 15 тәүлеккә иркенән мәхрүм итеү көтә.
    Әлбиттә, һәр осраҡта ла альтернатива була: мәҫәлән, икеләтә күләмдә штраф һалыу. Әммә ҡайһы саҡта етди ҡағиҙә бо­ҙоуҙар өсөн 15 тәүлекһеҙ ҙә мөмкин түгел, күрәһең.
    Әйткәндәй, әгәр һеҙҙе юлдағы «гонаһ»ығыҙ өсөн байрам йәки ял көндәрендә тоталар икән һәм административ ҡулға алыу янаһа, суд ултырышына тиклем өйгә ҡайтарыуҙарын талап итегеҙ. Был осраҡ буйынса күптән түгел РФ Юғары суды ошондай аңлатма бирҙе: кешене ҡулға алып, уны судҡа ҡәҙәр бер нисә көн дауамында камерала йонсотоу кәрәкмәй. Эш, ни тиһәң дә, енәйәти түгел, ә административ.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru