|
 |
 |
III Бөтә донья Башҡорттары Ҡоролтайына арналған арналған тамаша филармония сәхнәһендә |
Мәҙәниәт |
|
10 июндә филармонияның сәхнәһендә сибайҙар үҙенең «Йөрәктәрҙә ҡалдың йыр булып» тигән музыкаль драмаһы менән сығыш яһай. Был спектакль тыумыштан сәсән булған мәҙәк оҫтаһы, сәхнәнән көлдөрөүсе кәмит, ғәҙелһеҙлекте, тигеҙһеҙлекте фашлаусы әсе телле сатирик, мөхәббәт утында яныусы саф күңелле хыялый «милләтсе һәм халыҡ дошманы», шағир, көрәшсе егет Шәйехзада Бабичҡа арнала. Музыкаль драма йыр-моң һәм шиғри юлдар, бейеүҙәр менән үрелеп барасаҡ. Ә 11 июнь Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙенең тыуған яғын, тыуған илен данлаған йырҙарҙан торған «Уралымда ТАМЫРЫМ…» исемле концерт-программаһын тәҡдим итә. Концертта филармонияның солистары һәм ижади коллективтары ҡатнаша: Олег Ҡасымов етәкселегендәге Эстрада-джаз оркестры, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин етәкселегендәге БР-ның Халыҡ ҡоралдары милли оркестры, Илдар Ишбирҙин етәкселегендәге БР-ның Дәүләт академия хор капеллаһы, «Ихлас», «Ҡарауанһарай», «Далан», «Йәдкәр» төркөмдәренең солистары башҡарыуында халыҡ һәм башҡорт композиторҙарының йырҙары яңғыраясаҡ. |
|
|
|
Уҡыу йылы аҙағына яҡынлаша. Балаларҙы алда күңелле һәм оҙайлы ял көтә. Уны ҡайҙа, нисек үткәрергә һуң? Балалар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә был хаҡта уйлана торғандыр. Ул ғына ла түгел, БР Мәғариф министрлығы ла уҡыусыларҙың йәйге ялын ойоштороу, сәләмәтлеген нығытыу буйынса төрлө варианттар тәҡдим итә. Барлығы 370 мең уҡыусыны йәйге ялдың төрлө формаларына йәлеп итеү күҙаллана. Республика биләмәһендә 94 лагерь, 20 балалар шифаханаһы эшләйәсәк. Шулай уҡ балалар мәктәп янындағы көндөҙгө лагерҙарҙа ла ял итәсәк. Бынан тыш, республиканың 17 шифахана-профилакторийында балалар сменаһы ойоштороласаҡ. Балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға республика бюджетынан 855 млн һум аҡса бүлеү ҡаралған. Республика иҫәбенә балаларҙың һаулығын нығытыу һәм ялын ойоштороу республика биләмәһендә урынлашҡан лагерҙарҙа һәм шифаханаларҙа ғына тормошҡа ашырыласаҡ. |
|
|
|
Һатып алыусыларҙың күпселеге Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирә. Шуға сифатлы тауар артынан оҙаҡ ҡына сиратта торорға ла әҙер. Йыш ҡына аҙыҡ-түлек, тауар етештереүселәрҙән тауарын матур итеп төрөүҙе талап итәләр. Һүҙ ҙә юҡ, был – баҙар иҡтисады талабы. Тик һатып алыусылар барыбер ҙа әйберҙең сифатына, тәменә нығыраҡ иғтибар итә. Ошо хәҡиҡәтте етештереүселәр онотмаһын ине. Түбәндәге таблицала хаҡтар бер килограмм аҙыҡ-түлеккә 21 майға ҡарата Үҙәк баҙар миҫалында бирелгән. |
|
|
|
Учалы ҡалаһында 1500 урынға иҫәпләнгән түбәһе ябыҡ каток төҙөләсәк. «Горняк» тип исемләнеп тә ҡуйылған был урын хоккей өсөн генә түгел, унда милли көрәш менән шөғөлләнеү залы ла, башҡа спорт төрҙәре өсөн дә бүлмәләр буласаҡ. Әлегә майҙанда ер эштәре бара. Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов буласаҡ спорт объектына нигеҙ ташы һалды. – Был – бөтә учалылар өсөн һөйөнөслө ваҡиға. Әлеге ҡоролма йәштәр, балаларға спорт менән шөғөлләнеү, төрлө ярыштар үткәреү өсөн төп урын булып торасаҡ, – тине республика башлығы. Боҙ майҙанын төҙөү инвесторҙары – Учалы районы хакимиәте һәм Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты. Заказсыһы – «Горняк» хоккей клубы. Катоктың килешеүҙәге хаҡы – 248 миллион һум. Төҙөлөш быйыл декабрҙә тамамланасаҡ, тип күҙаллана.
|
|
|
 |
Таусылар яңы технология буйынса эшләй |
Яңылыҡтар |
|
Кисә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Учалы һәм Хәйбулла райондарында булды. Учалыла рәсми делегация байыҡтырыу фабрикаһының эшмәкәрлеге менән танышты. Был предприятие «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» йәмғиәтенең алдынғы подразделениеһы һанала. Фабрикала 2000 йылдан реконструкция бара. Фильтрлау-киптереү бүлегендә заманса ҡорамал ҡуйылған. Төп корпуста иҫкергән машиналар урынына яңылары алынған. Мәғдән ваҡлау өсөн дә яңы ҡорамал ҡуйылған. Республика етәксеһе яңылыҡтарға ҙур баһа бирҙе һәм таусыларҙың еңел булмаған эшендә уңыштар теләне.
|
|
|
|
 Пенсия системаһына индерелгән валоризацияның маҡсатын пенсионерҙарыбыҙ аңланы булһа кәрәк. Хәйер, был мәсьәлә буйынса Пенсия фонды белгестәренә һорауҙар кәмеүе шуны раҫлай. Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров, ведомствоның беренсе ярты йыллыҡтағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, валоризацияның пенсия системаһындағы мөһим ваҡиға булыуын билдәләне. Был йүнәлеш буйынса республиканың 946 мең кешеһенә пенсия түләүҙәре арттырылған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: республика пенсионерҙары 1991 йылға тиклем хеҙмәт стажының һәр йылы өсөн пенсияның страховка өлөшөнөң 1 проценты күләмендә өҫтәмә түләү алыу хоҡуғына эйә. 1991 йылдан 2002 йылға тиклем хеҙмәт стажы булғандар, нисә йыл эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, өҫтәмә рәүештә тағы 10 процент ала. |
|
|
|
«Икенсе Швейцария»ла туристик туҡталҡа асылды  Тәбиғәте, халҡы менән бөтә донъяны һоҡландырырлыҡ республикабыҙҙа туризмды үҫтереү өсөн ҡабул ителгән махсус программалар тулы ҡеүәтенә эшләй тип әйтергә тулы нигеҙ бар – ошо көндәрҙә «Икенсе Швейцария» тип йөрөтөлгән Бөрйән районында Башҡортостанда тәүге туристик туҡталҡа асылды. Хәҙер Ағиҙел йылғаһы буйлап ағып төшкән туристар, Оло Ҡужан тип аталған урында туҡталып, рәхәтләнеп ял итеп китеү мөмкинлегенә эйә. |
|
|
|
|
|