Егеттең төҫөн әйтмә, эшен әйт.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тәҡдир һәм яҙмыш
  • Йондоҙнамә
  • [b]Үҙ эшен яратып башҡара[/b]
  • Бәхетленең бөтәһе бер юлы
  • Әрме – 2008
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ишле һәм ҡеүәтле халыҡ булайыҡ Башҡортостан

    Ишле һәм ҡеүәтле халыҡ булайыҡӨсөнсө Бөтә донъя ҡоролтайына әҙерлек маҡсатында төрлө саралар үткәреү дауам итә. «Башҡорт халҡының демографик үҫеш проблемалары» темаһына «түңәрәк өҫтәл» дә ошо сиктәрҙә уҙҙы. Уны Ҡоролтай башҡарма комитеты, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты, Башҡортостан Фәндәр академияһы, Гуманитар, социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институттары ойошторҙо. Фекер алышыуҙар, һөйләшеүҙәрҙә ошо учреждениелар ғалимдары, фән кандидаттары, аспиранттар ҡатнашты. Сара быйыл үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһына ла арналғайны.

    авторы: admin | 1 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Отчетмы әллә һайлау алды программаһымы? Сәйәсәт

    Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына былтыр РФ Президенты тәҡдименә ярашлы индерелгән өҫтәмә буйынса үткән аҙнала Владимир Путин Дәүләт Думаһы алдында Федераль хөкүмәттең 2009 йылғы эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһаны. «Башҡарма орган етәксеһенең депутаттар ҡаршыһына сығыр алдынан уҡ ҡайһы бер процедуралар билдәләнеп үк ҡуйылғайны», – тип яҙҙы 20 апрелдә «Независимая газета». Мәҫәлән, В. Путиндың сығышы ваҡыт менән сикләнмәй, шул уҡ ваҡытта фракциялар әһелдәре 10 минуттан артыҡ һөйләй алмаясаҡ һәм һорауҙарҙы ла өсәрҙе генә бирә аласаҡ. Думала күпселекте тәшкил иткән «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе отчетты тыңлап тормаҫтан, Федераль хөкүмәттең эшмәкәрлеген һис һүҙһеҙ хуплаясағын белдерә.

    авторы: admin | 1 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Изге хәтер, рух тере буяу булып... Мәҙәниәт

    Изге хәтер, рух тере буяу булып...Ата-әсәйҙең йәш сағы, йәшел үлән, зәңгәр һауа, ҙур ҡояш, олатай-өләсәйҙәрҙең яратып арҡанан һөйөүе... барыһы ла хәтер­ҙә һаҡлана.
    Бөтә кеше лә һүрәт эшләй белә, тип уйлай торғайным. Алты-ете йәштәрҙәме икән, малайҙар менән яңы яуған ҡар өҫтөнән йылғаға боҙ шыуырға китеп барабыҙ. Шунда туҡтап, тал сыбығы һындырып, ҡарҙа һүрәт төшөрөргә тотондоҡ. Кеше, эт, йорттар – нимә күҙгә ташлана, мин дә сыймаҡланым. Эргәлә торған малай, ҡалай һинеке шәп килеп сыға ул, тигәс, башҡаларҙыҡына күҙ һалдым. Ысынлап та, минең һыҙмаларҙа, башҡаларҙыҡы менән сағыштырғанда, фигуралар аңлайышлыраҡ ине.
    Аҙаҡ мәктәптә стена гәзиттәре эшләү, художество мәктәп-интернатында уҡыу, сәнғәт училищеһын тамамлау... – күңелем теләгән һөнәремде һайларға яҙҙы.
    Баланың һөнәр һайлауында ата-әсәнең йоғонтоһо ҙур, шуны оноторға ярамай. Миндә лә ҡәҙерлеләрем булған һәләтемде ваҡытында күреп, хуплап, дөрөҫ йүнәлеш бирҙеләр.

    авторы: admin | 1 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡояшлы Аҡбуҙат Башҡортостан

    Бәләкәй сағымда донъяла «Йылмайыу» тигән орден барлығы тураһында уҡып, бик ғәжәпләнгәйнем. Был орден менән бөйөк әкиәтсе Астрид Линдгрен бүләкләнгән. Хәҙер, балалар матбуғатында тиҫтә йылдан ашыу эшләү тәжрибәм булғас, Швеция дәүләтенең нәҡ балалар яҙыусыһы өсөн бындай әкиәти награда булдырыуы һис тә осраҡлы түгел, тип уйлайым. Беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа ла балалар өсөн ижад итеүселәргә тәғәйенләнгән дәүләт премияһы рух ҡаһарманы, бөйөк яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина исемен йөрөтә бит.
    Балалар өсөн ижад итеүсенең төп маҡсаты ла – беҙҙе уратып алған донъяға һәм кешеләргә һөйөү тәрбиәләү. Көн һайын үҙе өсөн был тормошта яңылыҡтар, төрлө хәл-күренештәрҙе асҡан, һөйөп һәм һөйөлөп үҫкән баланың йөҙөнән, ысынлап та, бер ваҡытта ла нурлы йылмайыу китмәй.

    авторы: admin | 1 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көмөш тәнкәләре генә ҡалды Башҡортостан

    Көмөш тәнкәләре генә ҡалды1889 йылда донъяға килгән өләсәйем – Граждандар һуғышын, унан һуңғы йотлоҡ йылын һәм Бөйөк Ватан һуғышын йөрәге аша үткәргән кеше. Атаһын иҫләмәй, ә әсәһе көслө йәшен йәшнәп ямғыр яуғанда, аслыҡтанмылыр, урындыҡта ятып йән бирә. Ул ике һеңлеһе – Ҡанита һәм Заһита менән ер иҙәнле, һалам башлы бәләкәй генә өйҙә ҡосаҡлашып, зар илашып ултырып ҡала. Был хәл Рысҡужа ауылында була. Күп тә үтмәй, йүнлерәк кейенгән ҡатын менән ир килеп, өләсәйемдең ике һеңлеһен (улар игеҙәк булған шикелле), балалар йортона тапшырабыҙ, тип, алып сығып китә. Шул һеңлеләрен иҫләп, өләсәйем ғүмере буйы иланы. Үҙенең улдары Исмәғил апам һәм атайым Ғәли Сермән балалар йортона бер нисә тапҡыр бара. Улар хәлле кешеләр ҡулына бирелде, эҙләмәгеҙ, тип, кире бороп ҡайтаралар. Кем белә, бәлки, беҙҙең арала уларҙың балалары ла йөрөйҙөр…

    авторы: admin | 1 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Утты, һыуҙы кискән ветеран Еңеүгә 65 йыл

    Утты, һыуҙы кискән ветеранӘхмәтсәғит олатай Ибраһим йәйләүендә 1921 йылдың авгусында Хәлимә һәм Ҡотләхмәт Нурбулатовтарҙың ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә.
    Уның тормош юлының башы шул заман кешеләренекенән айырылмай кеүек: аслыҡ, репрессия, ћуғыш. Быларҙың барыћы ла шул осор кешеләренең яҙмышына ҡырҡа үҙгәрештәр индерә.
    – 1930 йылда атайымды, кулак тип, төрмәгә ябып, беҙҙе лә ћөргөнгә ебәрәбеҙ тип, Аҡъярға килтереп, бер аҙна тоттолар. Тикшереүҙәр үткәргәс, кире ҡайтарҙылар. Ҡайтарҙылар, тићәм дә, ҡайтып инер өйөбөҙ юҡ. Атайҙы ҡулға алғас та, бөтә мал-тыуарыбыҙҙы тартып алып, өйөбөҙҙән ҡыуып сығарғайнылар. 1940 йылға тиклем ҡайҙа етте, шунда йәшәп йөрөнөк. Мин ауыл малдарын көттөм. Шартлы рәүештә биш йылға хөкөм ителеп ҡайтҡан атайым 1934 йылда Ҡыуандыҡ районында һал ағыҙғанда бүрәнә аҫтына инеп китеп, һыуыҡ тейҙереп, ауырып үлеп ҡалды. Уның менән барған ағайым менән ҡайтып киттек, – тип ћөйләне олатай, бала саҡ хәтирәләрен иҫкә төшөрөп.

    авторы: admin | 1 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эй, замана, замана... Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Эй, замана, замана...Бөйөк Еңеү илебеҙ халҡының берҙәмлеге менән яуланған. Әммә бында тылдағыларҙың фиҙакәр хеҙмәтен иҫәпкә алмай булмай. Ир-егеттәр һуғыш­ҡа киткәндән һуң бөтә эш, тормош итеү ҡатын-ҡыҙҙар, йәш үҫмерҙәр ҡулына ҡалған. Минең шул осорҙағы инәй-апайҙар­ҙың тырышлығына һоҡланыуым сикһеҙ.
    12 йәшендә генә колхоз эшенә сыҡҡан Гөлсирә Вәлиева ла ошо иҫәптә. Ул йәшелсә баҡсаһында эшләй башлай. 1939 – 1941 йылдарҙа, уҡытыусы етмәгәнлектән, мәктәптә балалар ҙа уҡыта.
    “Июнь айының рәхәтләндереп иркәләй торған ҡояшлы көнө, төшкө ашҡа ҡайтҡайныҡ. Шул саҡ кемдер: “Һуғыш башланған!“ – тип ҡысҡырҙы. Ауыр ҡара ҡайғы шул минуттан күңелдәрҙе биләп алды ла, 1945 йылдың 9 майына ҡәҙәр ул хис йөрәктән китмәне. Бары тик ҡайғының ил менән булыуы ғына йығылмаҫҡа, түҙергә көс биргәндер”, – тип хәтерләй Гөлсирә инәй.

    авторы: admin | 1 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡәҙерле ҡартатайым Еңеүгә 65 йыл

    Беҙҙең ғаилә альбомының иң ҡәҙерле урынында иғтибарҙы йәлеп иткән бер фоторәсем бар. Унан бик етди ҡиәфәтле ир-уҙаман ҡарап тора. Ул – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, тыуған иленә тоғро хеҙмәт иткән Мөхитдин Шәһәрғәзе улы Рафиҡов.
    Мин ҡартатайымдың фоторәсеменә ҡарайым да ундағы һыҙаттарҙы үҙемдә лә эҙләйем. Ниҙәр уйлағанын, кисергәнен белергә теләгәндәй, шул ваҡыттағы хәл-ваҡиғаларҙы күҙ алдына баҫтырам...
    Мыҡты кәүҙәле, үткер ҡарашлы ун ете йәшлек егет, ниһайәт, үҙенең күптәнге теләгенә ирешә: уны һуғышҡа алалар. Башҡа ир-егеттәр кеүек, тыуған ил алдында ант биреп, ҡулына ҡорал алып, дошманды юҡ итер өсөн фронтҡа юл тота...

    авторы: admin | 1 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru