Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу үткәреүгә әҙерләнеү буйынса эште «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тураһында» Федераль законға ярашлы башҡара. Илеш районында ла мөһим кампанияға әҙерлек әүҙем бара. Уны үткәреүгә әҙерлек эштәрен үҙ ваҡытында башҡарыу маҡсатында, муниципаль район хакимиәте ҡарамағында хакимиәт башлығы И. Мостафин етәкселегендә комиссия төҙөлдө. Комиссия ағзалары араһында вазифалар бүленеп, ойоштороу планы раҫланды. Тәү сиратта хужалыҡтарҙың адрестары тәртипкә һалынды, урамдарҙы яҡтыртыу яҡшыртылды. 2001 йылдың сентябренә районда 12289 торлаҡ һәм тораҡ булмаған йорт иҫәпләнә. Ә былтыр был һан 13165-кә еткән. Һуңғы тапҡыр халыҡ иҫәбен алыуҙан һуң район бик күп үҙгәреш кисергән: иҫке йорттар һүтелгән, улар урынына яңы йорттар ҡалҡып сыҡҡан, байтаҡ яңы микрорайон барлыҡҡа килгән. Йорттар исемлеге нигеҙендә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү буйынса ойоштороу планын эшләү уҙған йылда уҡ башланды. Уға ярашлы, район территорияһы алты күсереп яҙыу, 22 инструктор һәм 89 иҫәпләү участкаһына бүленгән. Әлеге сараны үткәреүгә 149 кеше йәлеп ителгән. Кампанияны уҙғарыуға әҙерлек буйынса тағы ла бер мөһим сара уҙғарыла – миграция хеҙмәте һәм эске эштәр органдары тарафынан халыҡтың йәшәү урыны буйынса теркәлеү ҡағиҙәләрен нисек үтәүе тикшерелә. Иҫәп-хисап алыусыларға уңайлы эш шарттары булдырыу маҡсатында, улар кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин ителде. Ағымдағы йылдың тәүге айҙарынан уҡ мәғлүмәт-аңлатыу эштәре уҙғарыла. Барлыҡ матбуғат саралары – телевидение, радио, гәзит-журналдар алда торған иҫәп алыуҙың бурыстарын, маҡсатын, үткәреү тәртибен яҡтырта. Илеш районы буйынса дәүләт статистика бүлеге начальнигы Фәнис Яппаровтың әйтеүенә ҡарағанда, ауыл хакимиәттәрендә стендтар булдырылып, йөкмәткеле мәғлүмәттәр менән байытылған, халыҡ иҫәбен алыуҙың илебеҙҙә ҡасан башланғанын, әлеге кампанияға нисә көн ҡалғанын күрһәтеп тороусы календарь ҡуйылған. Әйткәндәй, БР-ҙың атҡаҙанған хисапсыһы исеменә лайыҡ булған Фәнис Мырҙасәлих улы үҙе студент сағында уҡ 1979 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡан. Статистика бүлегенә 1988 йылдан етәкселек итә. – Киләсәктә лә, аңлатыу эштәрен тағы ла киңәйтеп, был сараның мөһимлеген халыҡҡа төшөндөрөү буйынса эшләйәсәкбеҙ. Ҙур әһәмиәткә эйә булған кампанияны уңышлы атҡарып сығыуға өмөт менән эшләйбеҙ, – ти Фәнис Яппаров.
Зифа ФӘТХУЛЛИНА. Илеш районы. |