Матур традицияға әйләнгән сираттағы «Матбуғат балы»нда ҡатнашыу өсөн республика райондарынан да журналистар күп килгәйне. Шулай уҡ «Матбуғат балы – 2010» журналистар конкурсында ҡатнашыусылар араһында ҡала, район гәзиттәре күп булды. Тимәк, һүҙ оҫталарын конкурс ныҡ ҡыҙыҡһындыра, ул йылдан-йыл популярлыҡ һәм ышаныс яулай. Был аңлашыла ла – конкурсты ойоштороусылар билдәләүенсә, журналистарҙың эшен төрлө һөнәр эйәләре баһалай, улар араһында профессорҙар ҙа, эшҡыуарҙар ҙа бар. «Матбуғат балы – 2010» Бөйөк Еңеүгә 65 йыл тулыуға арналды. Үткән аҙнала йомғаҡ яһалған конкурста, профессиональ журналистарҙан башҡа, «Халыҡ хәбәрсеһе» номинацияһында киң матбуғат сараларында эшләмәгән, әммә талантлы ҡәләм оҫталары ла ҡатнашты. Шуныһы ҡыҙыҡ: был номинацияла ҡатнашыусылар араһында 14 йәшлектәр ҙә, туҡһанын тултырырға йыйынғандар ҙа бар. Еңеүсе – Белорет районынан 89 йәшлек Игорь Максимов! «Гражданлыҡ позицияһы» номинацияһына ебәрелгән мәҡәләләр, сюжеттар иң ҡыҙыҡлылар иҫәбенән. Ни тиһәң дә, ул көнүҙәк, киҫкен проблемаларҙы күтәргән эштәрҙе туплай. Әлеге номинацияла «Өмет» гәзите хәбәрсеһе Руфина Тажиева еңеп сыҡты. «Бөтә Өфө» телекомпанияһы «Тыуған ил өсөн!» номинацияһында еңеү яуланы. Телекомпания Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронттан килгән хаттарҙы уҡып, халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан сюжеттар төшөргәне өсөн юғары баһаға лайыҡ булды. Быйыл «Матбуғат балы» конкурсында тәүге тапҡыр «Абруй һәм намыҫ өсөн» премияһы булдырылды. Ул конкурсҡа эштәрен тапшырмаған, әммә лайыҡлы эшләүе менән халыҡ араһында популяр булған журналисҡа бирелә. Яңы премия «Вечерняя Уфа» гәзите хәбәрсеһе Илүзә Капкаеваға бирелде. Ә бына республика хәбәрселәре араһында билдәле тележурналист Шәүрә Ғилманова «Һүҙ оҫтаһы» номинацияһында еңеп сыҡты.
Лилиә СИРАЕВА. |