Көрәге булһа, сүбе табылыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • МАШИНАҒА ЛА ЭҪЕ
  • [b]ПРЕЗИДЕНТТЫҢ АБРУЙЫ АРТА[/b]
  • Һеҙ экстремаль шарттарҙа йәшәй алаһығыҙмы
  • Рәсәй йәштәре – беренсе
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Средне специальнй музыкальный колледж Яңылыҡтар » Иғтибар

    В первый класс принимаются дети лет с отличными музыкальными данными из городов и районов Республики Башкортостан. Поступающие во все последующие классы сдают конкурсные экзамены по специальности, сольфеджио, русскому языку, проходят собеседования. Для поступающих проводятся консультации.
    Разрыв в классах между специальными и общеобразовательными предметами не допускается. Кроме специального инструмента, учащиеся могут освоить игру на башкирских народных инструментах: курае, кыл-кубызе, думбыре, заниматься фольклором.
    Обучение в школе бесплатное. Срок обучения – 11 лет. Иногородним предоставляется место в общежитии. Окончившие Средний специальный музыкальный колледж получают диплом о среднем специальном музыкальном образовании.

    авторы: admin | 6 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Осрашыу Яңылыҡтар » Иғтибар

    Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатын 2000 йылда тамамлаусылар иғтибарына!
    Бөтәгеҙҙе лә 22 майҙа көндөҙгө сәғәт икелә башланасаҡ осрашыуҙа көтәбеҙ. Осрашыу гимназия бинаһында буласаҡ.
    Осрашайыҡ, күрешәйек, һабаҡташтар!
    Белешмәләр өсөн телефондар: 8-987-2504293 (Розалия Барлыбаева), 8-9177309331 (Лилиә Сираева), 8-927-2352362 (Артур Әлибәков).

    авторы: admin | 6 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Салауат ҡалаһында Яңылыҡтар

    Салауат ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре барышында «Салауат­нефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тәбиғәтте һаҡлау объекттарында булды. Ул экологик программаны тормошҡа ашырыу мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды, шулай уҡ предприятиенан ағып сыҡҡан зарарлы һыуҙарҙы утилләштереү өсөн тәғәйенләнгән «Кама – 1» ҡорамалының эше менән танышты.

    авторы: admin | 6 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    1 майҙан Рәсәй туристары, әгәр ҡулдарында ғәмәлдәге АҠШ визаһы булһа, Мексикаға визаһыҙ ҙа инә ала.
    2009 йылда ла Мексика рәсәйҙәргә виза алыу процедураһын еңеләйткәйне: үтенеснамәне ҡарау ваҡыты ҡырҡ көндән ике көнгә тиклем кәметелеп, туристик виза өс айҙан биш һәм ун йылға тиклем бирелә башланы. Хәҙер визаны шулай уҡ интернет аша һәм ту­ристик фирмаларҙан да алырға мөмкин.
    Быйыл кактустар һәм контрастар иле Рәсәйҙән ҡырҡ мең туристы көтә (нефть һатыу һәм туризм – Мексика өсөн төп валюта сығанаҡтары).
    Беренсеме, әллә һуңғымы?

    авторы: admin | 6 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Гәзит-журналдарға яҙылыу һүлпән бара Яңылыҡтар

    БР буйынса Федераль почта элемтәһе идаралығында 2010 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу мәсьәләләре буйынса селектор кәңәшмәһе үтте. Унда БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы вазифаһын башҡарыусы В. Хәкимова, Башҡортостан Прези­дентының өлкән референты Ғ. Фәизов, БР Хөкүмәте Аппа­ратының мәҙәниәт, спорт, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр эше һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса бүлек мөдире Ф.Сыңғыҙов, БР буйынса Федераль почта элемтәһе идаралығы директоры урынбаҫары Т.Гәрәев һәм башҡа етәкселәр, ҡалалар һәм райондар хакимиәттәре вәкилдәре, шулай уҡ республика гәзиттәре һәм журналдарының баш мөхәррирҙәре ҡатнашты.

    авторы: admin | 6 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ» Королтай

    БЫНАН байтаҡ йылдар элек Францияла «Француз теленең сафлығын яҡлау тураһында» закон ҡабул ителә һәм ул бөгөн дә үҙ көсөн юғалтмаған. Туған тел даирәһен бысратҡан ғәйеплеләргә – халыҡ алдында үҙ телен ватып-емереп телмәр тотоусы етәкселәргә, телерадио дикторымы, йә унан тура эфирға сығыусы хөкүмәт әһелеме – исем-шәрифенә, биләгән вазифаһына ҡарамай, 5 мең франк күләмендә штраф һалынған. Ул да ярҙам итмәгәс, штрафтың күләме 20 мең франкыға еткерелгән. Франция хөкүмәте ҡарамағындағы тел эштәре буйынса махсус комиссияға иһә тағы ла ҡатыраҡ сараларҙы (хатта төрмәгә ултыртыу) ҡулланыу хоҡуғы бирелгән.
    Туған телдә һөйләй һәм яҙа белеү – милли мәҙәниәтебеҙҙең мөһим сығанаҡтарының береһе ул. Кеше фекеренең иң юғары ҡаҙаныштары, иң тәрән белем, иң ялҡынлы тойғолар, әгәр улар һүҙҙәрҙә асыҡ һәм теүәл сағылдырылмаһа, кешеләргә билдәһеҙ булып ҡаласаҡ. Фекер телмәрҙә әйтеп бирелеп, тел ярҙамында тышҡа сыҡһа ғына фекергә әйләнә.
    Хәтеремдә, әле студент йылдарында уҡ беҙҙең тел уҡытыусыһы, филология фәндәре докторы Ғәли Сәйетбатталов былай тигәйне: «Мин илебеҙҙәге милли телдәрҙе урман­дарҙағы күп төрлө ағас һәм болондарҙағы сәскәләр менән сағыштырыр инем.

    авторы: admin | 6 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ауылдың киләсәге өмөтлө Яңылыҡтар

    Ауылдың киләсәге өмөтлөҺуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа ауыл йәштәре проблемаларына иғтибар артыуы – бик ҡыуаныслы күренеш. Ауылда төпләнеп, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса ярҙам алған йәш ғаиләләр һаны ла бермә-бер арта бара. Үҙ йортон төҙөүгә дәүләт ярҙамын файҙаланған ғаиләләр Дәүләкән районында ла бихисап. Шундайҙарҙың береһе – райондың Ҡаҙырғол ауыл советы биләмәһендә Хөсәйен ауылында йәшәүсе Таңилә һәм Фәхрәзи Кәлимуллиндар. Был матур, татыу ғаилә яңы йыл алдынан ғына үҙҙәренең ҙур, иркен, өр-яңы йорттарына күсенде.
    – Шундай ҙур ярҙам күрһәткәне өсөн республикабыҙ хөкүмәтенә, район хакимиәтенә бик тә рәхмәтлебеҙ, – ти улар.

    авторы: admin | 6 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡыйғылар белгестәр ҡытлығынан үҙҙәренсә ҡотолмаҡсы Башҡортостан

    Ҡыйғылар белгестәр ҡытлығынан үҙҙәренсә ҡотолмаҡсыҠайһы бер ауылдарҙа юғары аграр белемле кешене хәҙер көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә, табырлыҡ түгел. Агрономдарға, зоотехниктарға, ветеринарҙарға, инженерҙарға ҡытлыҡ. Шул уҡ ваҡытта юғары уҡыу йорттары белгестәр әҙерләүҙән туҡтамаған, студенттар һаны ла кәмемәне. Ҡайҙа һуң улар? Баш ҡалала, Себер тарафтарында, аҡсаны мул түләгән фирмаларҙа һәм башҡа «йылы» урындарҙа. Кем инде улар? Эшҡыуар, һаҡсы, милиционер, менеджер, һатыусы, бөтөнләй башҡа һөнәр эйәләре.
    Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында район хакимиәттәре маҡсатлы йүнәлтмә бирҙе, абитуриент шул арҡала юғары уҡыу йортонда белем алды, әммә йәш белгестең һуңынан кәрәге булмай сыҡты. Шуға ла ике яҡ бер-береһе алдындағы яуаплылыҡтан үҙ-ара килешеү буйынса ҡотолоу юлын ҡараны.

    авторы: admin | 6 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru