Булыр ир алты йәшендә башмын, тир, булмаҫ ир алтмыш йәшендә йәшмен, тир.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Үәт, ҡыҙыҡ!
» «Пчелка Майя»
» Башҡорт эстрадаһын рэп баҫамы?
» Ҡәҙерле дуҫтар!
» Ул яман шештән hаҡлай
» Германияла – ҡоролтай



Ауылдың киләсәге өмөтлө Яңылыҡтар
Ауылдың киләсәге өмөтлөҺуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа ауыл йәштәре проблемаларына иғтибар артыуы – бик ҡыуаныслы күренеш. Ауылда төпләнеп, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса ярҙам алған йәш ғаиләләр һаны ла бермә-бер арта бара. Үҙ йортон төҙөүгә дәүләт ярҙамын файҙаланған ғаиләләр Дәүләкән районында ла бихисап. Шундайҙарҙың береһе – райондың Ҡаҙырғол ауыл советы биләмәһендә Хөсәйен ауылында йәшәүсе Таңилә һәм Фәхрәзи Кәлимуллиндар. Был матур, татыу ғаилә яңы йыл алдынан ғына үҙҙәренең ҙур, иркен, өр-яңы йорттарына күсенде.
– Шундай ҙур ярҙам күрһәткәне өсөн республикабыҙ хөкүмәтенә, район хакимиәтенә бик тә рәхмәтлебеҙ, – ти улар.
Был тырыш ғаилә, ҡайһы бер йәштәр кеүек: «Ауылда эш, аҡса юҡ», – тип зарланып ултыра торғандарҙан түгел. Улар һарай тултырып мал-тыуар тота, ҡош-ҡортон да үҫтерә. Таңилә ауылдағы социаль-мәҙәни үҙәктә китапханасы булып эшләй. Оҫта бейеүсе лә. Мәҙәни үҙәктә үткәрелгән бер сара ла уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Ә ғаилә башлығы Фәхрәзи ике эштә эшләй: мәктәп ҡаҙанлығында оператор булып эшләргә лә, «Дәүләкән иген хужалығы» ойошмаһының аттарын ҡарарға ла өлгөрә. Аттарҙы ул бәләкәйҙән ярата. Мәктәптә уҡыған йылдарынан әлеге көнгә тиклем районда үткәрелгән һабан­туйҙарҙа, ат сабыштарында ҡатнашмай ҡалғаны юҡ. 2003 йылдан өс йыл рәттән район чемпионы исемен бер кемгә лә бирмәй, ә башҡа йылдарҙа инде призлы урындар яуламай ҡалмай. Таңилә менән Фәхрәзи алма кеүек өс ҡыҙ үҫтерә. Өлкән ҡыҙҙары Фирүзә – дүртенселә, уртансылары икенсе синыфта уҡып йөрөй. Улар ҙа, ата-әсәһе кеүек, тырыш, тик «дүртле», «бишле» билдәләренә генә өлгәшәләр. Ә бәләкәс Гөлдәргә әле биш кенә йәш.
Хөкүмәт ярҙамын тойоп, үҙҙәре лә ҡул ҡаушырып ултырмаған ошондай йәштәр булғанда, ауылдың да киләсәге өмөтлө.

Диана ШАКИРОВА,
БДУ студенты.
 (голосов: 0)
авторы: admin | 6 мая 2010 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Дәүләт ярҙамын тойоп
  • Йорт кәрәк, йорт йәки Ауыл йәштәренә ни ...
  • Байрамға – матур бүләк
  • Йәш ғаиләнең бар теләге – йортло булыу
  • Йәштәр ауылға ҡайта!
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru