Булырҙайҙың - йөҙөнән, булмаҫтайҙың - һүҙенән (билгеле).

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «МИНЕРАЛКА»МЫ, ӘЛЛӘ «СИНТЕТИКА»МЫ
  • [b]Шәкәр[/b]
  • Хеҙмәт – намыҫ эше
  • Асылына ҡайтты Үтәғол
  • Ҡолаҡ һал!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Эремсектән манты Сәләмәтлек

    Эремсектән мантыЯрты кило самаһы манты (билмән) ҡамыры, ярты кило эремсек, 2 йомортҡа, 1 стакан ҡаймаҡ, төйөлгән аҡ борос, тоҙ.
    Эслек өсөн эремсек, йомортҡа, тоҙ, борос­то ҡушып бутарға. Ҡамырҙы 10х10 см ҙурлығында дүртмөйөшләп ҡырҡырға. Һәр киҫәккә 1 аш ҡалағы эслек һалына.
    Манты 25 минут самаһы бешә, өҫтәлгә ҡаймаҡ һәм йәшел тәмләткестәр менән бирелә.

    авторы: admin | 15 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ике әхирәт һөйләшә:
    – Беләһеңме, һуңғы ваҡыт миндә ирҙәргә ҡарата бөтөнләй икенсе талаптар барлыҡҡа килде. Иң мөһиме, ул йомшаҡ күңелле, наҙлы, йомарт, ул тиклем аңра түгел... Һин нисек уйлайһың, ошондайыраҡ банкирҙар ҡалдымы икән әле?

    авторы: admin | 15 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Былар ҡыҙыҡлы Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Тән температураһы Цельсий буйынса 35 градусҡа тиклем төшһә, кеше үлә, тип раҫлай табиптар. Әммә ҡайһы саҡта был ҡағиҙәгә һыймаған осраҡтар ҙа була икән. Канадала ике йәшлек ҡыҙҙы осраҡлы рәүештә урамда ҡалдыралар. Бала һалҡында алты сәғәт буйы ята. Табиптар уның тән йылылығын 14,2 градус тип билдәләй. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, бәхетле ҡыҙсыҡ иҫән ҡала һәм тиҙҙән һауыға.

    авторы: admin | 15 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ябығырға теләһәң! Сәләмәтлек

    «Әгәр ябығырға теләһәгеҙ, һис кенә лә ас тормағыҙ», – тип кәңәш бирә атаҡлы һинд табибы, күҙәнәк һәм молекуляр биология үҙәге белгесе доктор П. Гупта. Ас торғанда кеше организмы көслө стресҡа дусар була. Һөҙөмтәлә, артыҡ күп ашағандағы кеүек үк, организмдың үҙ-үҙен көйләү механизмы боҙола, ти ул. Бынан тыш, ас тороу ваҡытында углеводтың төп запасы – гликоген резервы аҙая. Дауаланыу маҡсатында ас тороу сәләмәтлеккә файҙа килтерһә лә, оҙаҡ ваҡыт ашауҙан тыйылыу барыбер зифа һәм һылыу итмәйәсәк.

    авторы: admin | 15 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәскәйҙәре толом-толом... Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Сәскәйҙәре толом-толом...Коллегабыҙ, Ейәнсура ҡыҙы Гөл­нар Юлдашбае­ваның толомоноң оҙонлоғо 2 метр 30 сан­­ти­метрҙан ашыуыраҡ. Гимназияның 9-сы синыфында башҡорт теле дә­ресе бара. Уҡыу­сылар, си­хыр­лан­ған кеүек, уҡытыу­сы ағайҙарына текләгән. Үҫмер­ҙәрҙең һушын алырҙай нимә һөйләй һуң уҡы­тыу­сы? Ниңә балалар унан күҙҙәрен дә ала алмай?
    Бер аҙҙан бөтә синыф бер юлы еңел тын алып ҡуя, һәм парталар араһынан: «150!», «Юҡ, 152!» – тигән шыбырлау үтә. Уҡытыусы аптыраулы ҡарашын балаларға төбәй. Ағай­ҙарын күҙ ҡарашынан аңлап торған үҫмер ҡыҙҙар һәм малайҙар, үҙҙәрен хилаф эштә тотолған кеүек һиҙеп, баштарын түбән эйә. Араларындағы сая ҡыҙ, хәйләкәр йылмайып, аңлашылмаусанлыҡты юйырға тырышып: «Азамат Рәмилевич, беҙ һеҙҙең Гөлнар апайҙың сәс бөртөгөн бармағығыҙға нисә тапҡыр урағанығыҙҙы һанап ултырғайныҡ», – тип аҡлана.
    Баҡһаң, уҡытыусы си­ныф­­ҡа яңы теманы аңлат­ҡанда пинжәгенең еңенә Гөл­нарының эләгеп килгән сәсен, үҙе лә аңғармаҫтан, бармағының осо­на урап торған икән. Һиңә ҡырҡ күҙ ҡарап ултыр­ғанда сәс­те иҙәнгә ташлап булмай бит инде – сәс «ҡулсаһын» бармағынан саҡ тағатып алып, кеҫәһенә һалып ҡуя.

    авторы: admin | 15 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Германияла – ҡоролтай Яңылыҡтар

    Бөгөн Берлинда баш­ҡорт ҡоролтайы асылды. Был форумда Европа союзы илдәренән, АҠШ, Англия, Япония, Израиль, Төркиә, Ҡытай Халыҡ Республика­һы, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Сүриә, Бразилия һәм Мысырҙан делегаттар ҡатнаша. Ҡоролтай – Ватаныбыҙҙан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең йәмәғәт тормошонда әһәмиәтле ваҡиға.
    Башҡортостан – Рәсәйҙең ике ҡитға – Европа һәм Азия – тоташҡан ерендә урынлаш­ҡан иң тотороҡло төбәктәренең береһе. Беҙҙең тыуған еребеҙ – нефть химияһы, машиналар эшләү, еңел сәнәғәт, аграр сектор крайы. Шулай уҡ ул – милләт-ара татыулыҡ, төрлө мәҙәниәттәр, телдәр һәм традициялар төбәге. Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан Германияла ла ҙур йыйын үткәреү тиккә түгел.

    авторы: admin | 15 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Кисә Өфөлә «Быуындарҙың социаль яҡланғанлығы: Рәсәй ғаиләһе, балалар, йәштәр, ветерандар» тип аталған Бөтә Рәсәй конгресының пленар ултырышы үтте. Сарала бөтә Рәсәйҙән йыйылған социаль сәйәсәт өлкәһе буйынса эксперттар, властың закондар сығарыу һәм башҡарма органдарында эшләүселәр, эшлекле даирәләр, йәмәғәтселек вәкилдәре, ғалимдар, аспиранттар, студенттар ҡатнашты. Пленар ултырышта көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралып, уларҙы хәл итеү юлдары билдәләнде.

    авторы: admin | 15 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар ---

    Бөйөк Британия кабинетының яңы составы тәүге уҡыуҙа министрҙарҙың эш хаҡын 5 процентҡа ҡыҫҡартыу тураһында ҡарар ҡабул итте.
    Быға тиклем Премьер-министрҙың хеҙмәт хаҡы, һалымдарын иҫәпләмәгәндә, йылына 150 мең фунт стерлинг тәшкил иткән. Артабан министрҙар 134,5 мең фунт алһа, урынбаҫарҙары 98,7 мең фунт менән мөрхәтһенәсәк. Был сумма алдағы биш йылда, йәғни 2015 йылғы парламент һайлауҙарына тиклем үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ. Был һалым түләүселәргә яҡынса 50 миллиард фунт стерлингты экономияларға мөмкинлек бирәсәк.

    авторы: admin | 15 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru