Ҡарама йәшенә, ҡара эшенә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тиҙ ышаныусан булмағыҙ
  • Бер стакан еләк – 60 һум
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Тырнаҡтарҙы ҡасан киҫергә?
  • Республика медицина кәңәшмәһенә әҙерлек ҡыҙа
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡортостанда янғынға ҡаршы режим индерелде Яңылыҡтар

    Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә янғын хәүефе киҫкен булыу сәбәпле, 2010 йылдың 15 майынан 30 июненә тиклем янғын хәүефһеҙлеге режимы индерелде. 2010 йылдың 14 майындағы 505-се бойороҡҡа БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ҡул ҡуйҙы.
    Бойороҡ автомобиль һәм тимер юлдары эргәһендәге, электр тапшырыу һәм элемтә линияларында, нефть һәм газ үткәргестәрендә янғынға ҡаршы сараларҙы атҡарыу контролен тәьмин итеү мәсьә­ләләренә иғтибарҙы көсәйтә. Янғын хәүефһеҙлеге режимы саралары комплексына бөтә муниципаль янғын подразделениеларында янғын һүндереүселәрҙең тәүлек әйләнәһенә дежур итеүен ойоштороу, етерлек кимәлдә яғыулыҡ-майлау материалдары, тораҡ пункттарын телефон элемтәһе менән тәьмин итеү һәм янғын һүндереү техникаһын төҙөк тотоу инде.

    авторы: admin | 18 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тоғроларға тоғробоҙ Яңылыҡтар

    Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың беҙҙең баҫма ойошторған акцияларҙа, конкурстарҙа, уйындарҙа әүҙем ҡатнашыуын күреү һөйөндөрә. Ә бына шул сараларҙа үҙен еңеүсе тип танытыусылар менән осрашып танышыу, ҙур булмаһа ла, уларға үҙ бүләктәребеҙҙе тапшырыу икеләтә ҡыуаныслы. Салауат ҡалаһының 2-се ҡала гимназияһында башҡорт телен уҡытыусы Рәүфә Исламетдин ҡыҙы Кәримова «Йәшлек»-фараз»да еңеп, беҙҙең призға лайыҡ булғайны. Уны юллап, Салауат ҡалаһына барып сыҡтыҡ. Телефон аша һөйләшкәндә тауышы йәш кенә ишетелгәс, йәш уҡы­тыусыны күрергә әҙерләнһәк, ҡаршыбыҙға олпат йәштәге көләкәс ханым килеп баҫты. Дүрт тиҫтәгә яҡын йылын йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаған.

    авторы: admin | 18 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Литва менән аграр хеҙмәттәшлек үҫешәсәк Яңылыҡтар

    Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Литваның «АРВИ» агросәнәғәт компанияһы вәкилдәре менән осрашты. Балтик буйындағы был иң эре компанияларҙың береһенә Литва, Украина, Рәсәй һәм Хорватияла теркәлгән 15 бүлендек предприятие ҡарай. Шәкәр, аҙыҡ-түлек, ашламалар етештереү һәм ҡошсолоҡ менән бергә, «АРВИ» малдан ҡалған ҡалдыҡтарҙы утилләштереү менән дә шөғөлләнә. Осрашыу барышында мал ҡалдыҡтарын утилләштереү заводын Башҡортостан территорияһында төҙөү мөмкинлеге тураһында фекер алышыу булды.

    авторы: admin | 18 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшлек»кә яҙылып ҡалығыҙ! Яңылыҡтар » Иғтибар

    «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятие­һының филиалы – БР буйынса федераль почта элемтәһе идаралығы 23 майға үткәргән тиклем «Подписчик­тар декада­һы»нда һеҙ яратҡан «Йәшлек» гәзитенә 10 процент ташлама менән яҙыла алаһығыҙ. 1 июлдән гәзитебеҙ «ҡалынайып», аҙнаһына ике тапҡыр – шишәмбелә 8 битлек, ә шәмбелә 16 битлек булып сығасаҡ.
    Йылдың икенсе яртыһында «Йәшлек» өйөгөҙгә тулы килеш, йәғни аҙнаһына ике тапҡыр – шишәмбе һәм шәмбе көндәрендә килһен тиһәгеҙ (ярты йылға яҙылыу хаҡы – 337 һум 86 тин, 10 процент ташлама менән – 304 һум 7 тин) – 80148 индексы, шәмбе һанын ғына алдырып уҡырға теләһәгеҙ (ярты йылға яҙылыу хаҡы – 278 һум 10 тин, 10 процент ташлама менән – 250 һум 29 тин), 16414 индексы буйынса яҙылырға кәрәк. Йәғни акция барышында шишәмбе һәм шәмбе һаны – 33 һум 79 тингә, ә шәмбе һаны 27 һум 81 тингә арзанаясаҡ.

    авторы: admin | 18 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡаза килтергән мәжлес Әҙәбиәт » Хикәйә

    Хәрби комиссариат алдында кешеләр күбәйгәндән-күбәйә бара. Кем гармунда уйнай, кем гитарала, кемдер бейей, кемдер йырлай. Шул саҡ ҡала һәм ауылдан килгән йәштәр эләгешеп китә. Кискеһен танышы менән һуғышып, үсе ҡанмаған егет эргәһендә торған берәүҙе төрткөсләй башлай. Уныһы ҡаты ғына итеп бер-ике һүҙ әйтә. Көсөн ҡайҙа ҡуйырға белмәгән бер төркөм егеттәргә шул ғына кәрәк була. Әрмегә китеүселәрҙең автобусы ҡуҙғалыу менән боланы башлаған егет ауылдан килгәнде күҙгә-күҙ һөйләшеүгә саҡыра.
    Әрмегә оҙатыу. Буласаҡ һалдаттарҙың тыуған ере, ата-әсәһе, туғандары менән хушлашып, бер йылға Ватан һағына баҫыуы һәр кем өсөн иҫтәлекле ваҡиға. Кемдер ғәзиз улын: “Юлыңа аҡ йәймә”, – тип һөт-ҡымыҙ эсереп оҙата. Күп әсәй-өләсәйҙәрҙең һандығында йәш һалдат тешләп киткән икмәк һынығы һаҡлана. Был – борондан килгән изге йола. Ейер ризығы тыуған еренә имен-һау көйөнсә тартып алһын өсөн эшләнә был. Ә ҡайһы бер йорттарҙа иҫерткес эсемлектәр йылға булып аҡҡан мәжлес ойошторола. Бына шунан һуң уйламаған фажиғәләр, йөрәк өшөткөс ваҡиғалар була ла инде...

    авторы: admin | 18 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йырлы йортта Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Йырлы йорттаТәүҙә үк шуны билдәләп үткем килә: «Йырлы йортом» тип китаптың исеме бик уңышлы һай­ланған. Һәм ул есеменә лә тура килеп тора. Йырлы йорт – ул шағирәнең күңел солғанышы, ижад донъяһы, уның илаһиәтте таныу нөктәһе. Моң һәм шиғриәт – нескә күңелле, ҡайнар хисле ҡәләм эйәһе өсөн айы­рылғыһыҙ пар ҡанат, ижад ҡанаттары. Бала саҡтан бишегенә һарылған моң буласаҡ шағирәнең иңдәренә ҙур ижад бурысы һала. «Бишек төшө» шиғыры тап ошо турала. Автор бында символик мәғәнә йөкмәгән образдар менән эш итә һәм ниндәйҙер кимәлдә үҙенең маҡсатына ирешә. Ҡәләм эйәһенә бары тик сюжет-композиция өлкәһендә тағы ла йыйнаҡлыҡҡа, теүәллеккә, образдарҙың асыҡлығына һәм фекер тығыҙлығына ирешеүен теләйһе ҡала.

    авторы: admin | 18 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йөрәктәрҙе имләр аҡ йырым» Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Күҙем тышта тороп ҡалды инде –
    Ҡарҙың өҫтө ялтлап ағарған.
    Март ҡояшы ҡараштарын тойоп,
    Ҡар өҫтөндә тойғо тумалған.

    авторы: admin | 18 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәсеү тиҙҙән тамамланасаҡ Яңылыҡтар

    Республикала яҙғы сәсеү эштәре ҡыҙыу бара. Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, беҙҙең баҫыуҙарҙың 50 процентында сәсеү эштәре тамамланған. Был мөһим эште тулыһынса тамамлаған райондар ҙа бар. Мәҫәлән, Саҡмағош районы эшсәндәре яҙғы культураларҙы сәсеп бөткән дә инде. Хәҙер урындағы аграрийҙар шәкәр сөгөлдөрө менән көнбағыш сәсергә әҙерләнә.
    Шаран районының ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре лә дөйөм майҙандың 73 процентында сәсеүҙе тамамлаған. Был төбәктә шәкәр сөгөлдөрө лә тулыһынса сәселеп бөткән тиерлек. Нуриман районында планлашты­рылған майҙандың яртыһында баҫыу эштәре бөткән.

    авторы: admin | 18 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru