Йөк ауырын наркүтәрер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ғәйепһеҙме? Улайһа, ҡабаланма
  • Юлдарыбыҙ булһын имен
  • Вакцина әҙер, әммә...
  • Йылға башы – шишмәнән, эскелек – бер шешәнән
  • Ай башы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡауарҙы Васюкиҙан кәмме ни?! Башҡортостан

    Еңеү байрамы алдынан Ғафури районы хакимиәте вәкиле Ғәлинур Ҡалмырҙин шылтырата: «Сәлимйән ағай, быйыл да шахмат фестиваленә кил, көслө шахматсыларҙы күрер­һең, тип ҡуйҙы». Бындай ихлас саҡырыуҙан баш тартыу үҙе бер оятһыҙлыҡ булыр ине шахматты яратҡан кешегә. Иртүк машина өй эргәһенә үк килеп туҡтаны. Шофер, бик мөләйем һәм алсаҡ кеше, үҙе лә турнирҙа ҡатнашырға бара икән. Оҫта шахматсы, турнирҙарҙа күп ҡатнашҡан Илдус Әбделғужин булып сыҡты был энекәш. Ике күҙе юлда булһа ла, ауыҙы эсенән генә нимәлер тураһында мөгөрләп барған кеүек тойолдо миңә. Мин эргәлә ултырған иптәш­тәрҙең ҡысҡырып һөйләшмәүен һораным, сөнки Илдус ярышҡа үҙен психологик яҡтан әҙерләй, ниндәйҙер мәсьәләләр сисә, ҡаршы уйнаусының ҡылыҡтарын тикшереп барған һымаҡ тойолдо.

    авторы: admin | 20 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дәүләт теркәүе ябайлаштырылды Сәйәсәт

    Дәүләт теркәүе ябайлаштырылдыФатир һатып алырға йәки һатыр­ға, йәшелсә-емеш үҫтергән баҡсаң биләгән ерҙең үҙ милкең булғанын раҫларға кәрәк икән, мотлаҡ рәүештә Дәүләт теркәү, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Респуб­ликаһы буйынса бүлектәренә мөрәжәғәт итергә тура килә.
    Фатирға йәки ер участкаһына хоҡуҡты теркәү процесы ҡатмарлы икән, бик күп ваҡыт һәм көс талап итә, тигән имеш-мимештәргә ышанып, бындай мөһим эште һәр ваҡыт аҙаҡҡа ҡалдырып йөрөргә ярамай. Рәсәй Хөкүмәтенең һуңғы йылдарҙағы административ реформалары бындай хеҙмәттәрҙе мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡытта күрһәтеүҙе, еңелләштереүҙе һәм халыҡҡа яҡынайтыуҙы күҙ уңында тота. Хоҡуҡты теркәүҙең бер ауырлығы ла юҡ, һуңғы арала был процесты ябайлаштырыу өсөн күп кенә ыңғай үҙгәреш индерелде.

    авторы: admin | 20 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һан ғына түгел, сифат та мөһим Перепись

    Башҡортостанда бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек алдан билдәләнгән күҙаллауҙар буйынса бара. Иҫәп алыусы кадр­ҙар туплана, кандидаттар менән әңгәмәләр алып барыла, ошо акцияла ҡатнашырға теләүселәр исемлеге лә төҙөлә башлаған. Перепись һәм инструктор участкалары урынлашасаҡ биналар билдәләнеп бөткән тиерлек, йәғни улар­ҙың 90 проценты әҙер. Халыҡ иҫәп алыу буласағын белә, аңлатыу эштәре дауам итә. Был хаҡта Волга буйы федераль округының Бөтә Рәсәй иҫәп алыу акцияһын ойоштороу буйынса комиссияһы ултырышында ҡатнаш­ҡан БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев белдерҙе.

    авторы: admin | 20 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҙур рәхмәт, олатай! Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Беҙҙең ғаилә, улым Рәзиф, ҡыҙым Илзирә исеменән Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында йәшәүсе Хажғәле Хансолтан улы Рахманғоловҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Олатай 1930 йылдың 7 авгусында донъяға тыуған. Уға тиҙҙән 80 йәш тула. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, олатайыбыҙ бик кешелекле, ярҙамсыл кеше. 2007 йылдың йәйендә ул беҙгә өй эшләшергә килде. «Ҡыҙым, һиңә ярҙам итергә килдем. Улың менән берәй нәмә килтереп сығарырбыҙ әле», – тигәс, мин көлөмһөрәп кенә ҡуйҙым. Ә инде сәй эсеп алғандан һуң, балта тотоп, «таҡ та тоҡ» килеп иҙән урҙаһы һала башлағас, иҫем китеп ҡарап һоҡландым.

    авторы: admin | 20 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күрше хаҡы – тәңре хаҡы Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Ҙур рәхмәтемде ут күршебеҙ Сажиҙә Ахун ҡыҙы Исмәғиловаға әйткем килә. Улар иптәше Сабирйән менән алты балаға ғүмер биреп, тормош юлына баҫтыр­ған.
    Сажиҙә апай үҙенең 40 йылдан ашыу ғүмерен балалар­ға белем биреүгә арнаны. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып 60 йәште уҙғансы мәктәптә эшләне.
    Йыр-моң, һүҙ оҫтаһы булыуы, шиғыр­ҙары менән ҡыуандырыуы, үҙебеҙҙең Абзай ауылының халыҡ театрының алмаштырғыһыҙ артисы – былар барыһы ла Сажиҙә апай хаҡында әйтелгән. Сәхнәлә уйнаған сағында уны иламайса ҡарап булмай.
    Уның кеүек күршене табыуы бик ауыр­ҙыр ул. Сажиҙә апай ярҙам ҡулы һуҙыр­ға һәр ваҡыт әҙер.

    авторы: admin | 20 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Торатау имен ҡалырмы? Яңылыҡтар

    Торатау имен ҡалырмы?«Ағиҙел» журналының март һанында Әмир Әминевтың «Бер кәмәлә» тигән повесы баҫылып сыҡты. Әҫәрҙәге ваҡиғалар аҫыл тәбиғәт ҡомартҡыларының береһе булған Торатауҙа бара һәм, күңелдәге бөтә хәтирәләрҙе яңыртып, тулҡынланыуҙар усағын кәрәсин һипкәндәй гөлтләтеп ебәрә. Хикмәт шунда: Ишембай районы биләмәһендә урынлашҡан тауға бөгөн ҡурҡыныс янай: Стәрлетамаҡтың «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, дөрөҫөрәге, уның капиталистары күҙ һалған, улар уны Шәкетау кеүек юҡ итмәксе. Сәнәғәт әһелдәрен ни өсөн ҡыҙыҡһындыра Торатау? Был тау – тәбиғи байлыҡ сығанағы. Унда сәнәғәт продукцияһы эшләп сығарыу өсөн эзбиз бар, тауҙың күп өлөшө ошо ҡатнашманан тора. Ә тау итәгенән Ишембай ҡалаһына саҡлы 50 метр тирәһе тәрәнлектә юғары таҙалыҡтағы аш тоҙо ята. Уның күләме миллиард тонна тәшкил итә.

    авторы: admin | 20 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар ---

    Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан Республика­һы бу­йынса идаралығы быға тиклем баш ҡаланың Пушкин урамындағы 63-сө йортта урынлашҡайны, хәҙер ул Өфөнөң Красин урамындағы 21-се йортҡа күсә. Шул уҡ ваҡытта идаралыҡ белгестәре ветерандарға РФ гражданлығын алыуҙа ярҙамға килергә әҙер. Хәҙер элекке СССР составына ингән дәүләттәрҙә йәшәгән, РФ гражданы булырға теләгән ветерандар еңеләйтелгән юл менән ошо юҫыҡтағы проблемаларын хәл итә аласаҡ, бының өсөн уларға Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының урындағы бүлексәләренә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

    авторы: admin | 20 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Юл ҡағиҙәләрендә йәнә үҙгәреш Яңылыҡтар

    Рәсәй Хөкүмәте юл ҡағиҙәләренә ҡайһы бер үҙгәртеүҙәр индерҙе. Уға ярашлы, ҡалала көндөҙ фараларҙы яҡтыртыу , ә «көйләнмәгән» йәйәүлеләр үткәүелендә юл аша сыға башлаусыны мотлаҡ үткәрергә кәрәк буласаҡ. Йыл аҙағында үҙ көсөнә инергә тейешле төҙәтеүҙәр шулай уҡ күрше рәттә туҡтаған йәки йәйәүлене үткәрәм тип тиҙлеген кәметкән машинаны ҡыуып үтеп китеүҙе лә тыя. Юл ҡағиҙәләрендә иң ҙур үҙгәреш – ҡалала фараларҙы мотлаҡ яҡтыртыу. Был үҙгәрештәр аварияларҙы кәметергә булышлыҡ итер тигән өмөттән индерелә.

    авторы: admin | 20 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru