Булыр-булмаҫ кеше ат үлтерер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Үәт, ҡыҙыҡ!
» Хөрмәтле «Йәшлек»!
» Алдан ҡысҡырған «кәкүк»тәр яң ...
» Яңы йондоҙ ҡабынды
» Белем менән белеү араһы
» Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын



Янғын хәүефһеҙлеге режимы дауам итә Яңылыҡтар
Башҡортостанда йыл һайын меңәрләгән гектар урман янғындан зыян күрә. Күкрәп үҫкән имән-йүкәләр, аҡ ҡайындар, шәмдәй төҙ ҡарағайҙар, йәшел үҫентеләр һәм башҡалар бер нисә сәғәт эсендә көл-күмергә әйләнә лә ҡуя. Гүзәл тәбиғәтебеҙҙе үҙебеҙ һаҡлай, ҡурсалай белмәүебеҙ үкенесле. Урман янғындарында, башлыса, кеше ғәйепле: туристар усаҡтарын һүндермәй, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге урындарҙа былтырғы үләндәр контролһеҙ яндырыла, ҡайһы саҡта һүндермәй ташлаған бәләкәй генә тәмәке төпсөгөнөң дә оло янғын сығарыуы ихтимал. Ошондай күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн Башҡор­тостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы түбәндәге ҡағиҙәләрҙән тайпылмаҫҡа, уларҙы теүәл үтәргә саҡыра.
1) Ер йәшел үлән менән ҡапланмай тороп та, ағастар япраҡ ярған мәлдә урман янғындарынан айырыуса һаҡ булырға кәрәк.
2) Урманда, юл ситендә, баҡса участкаларында шырпы һыҙып ташлау йәки тәмәке төпсөгөн һүндермәйенсә ергә ырғытыу, көл-күмерҙе һүндермәй ҡалдырыу тыйыла.
3) Бындай урындарҙа яғыулыҡ бактарын заправкалау, тәмәке тартыу йәки автомобиль эргәһендә ут тоҡандырыу, тәмәке көйрәтеү ҡурҡыныс.
4) Үлән үртәргә, урман эргәһендә усаҡ яғыр­ға ярамай. Тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда усаҡты һыу, йылға эргәһендә тоҡандырырға кәрәк.
5) Урманда ял иткәндә асыҡ яланда шешә һәм быяла банкалар ҡалдырып китергә ярамай – улар ут тоҡандырыусы линзаларға тиң.

Әгәр янғын уртаһында ҡалһағыҙ
1) Хәл-ваҡиғаға айыҡ аҡыл менән ҡарағыҙ. Янғынды үҙ көсөң менән генә һүндереү мөмкинме, әллә ярҙам саҡырыу талап ителәме? Был янғын көсәйеп, эргә-тирәне, хатта үҙеңде лә ялмап алмаһын һәм ваҡытты юғалтмау өсөн бик мөһим.
2) Янғын тураһында махсус хеҙмәткә кеҫә телефоны аша 112 һандары буйынса хәбәр итегеҙ ( шылтыратыу бушлай, номер барлыҡ операторҙар өсөн дә бер үк).
3) Яҡындағы ауыл биләмәһенә берәйһе аша хәбәр итергә онотмағыҙ.
4) Һыуға сумып, кейемегеҙҙе еүешләгеҙ.
5) Еүеш ҡулъяулыҡ аша тын алығыҙ.
6) Елһеҙ яҡҡа табан йүгерергә, утҡа параллель һаҡлап ҡасырға кәрәк.

БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
 (голосов: 0)
авторы: admin | 20 мая 2010 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Ҡыҙыл әтәс» янай урманға
  • Башҡортостанда 418 урман янғыны теркәлгән
  • Урманда усаҡ яҡмағыҙ
  • Хорау-яуап
  • Талпан бәләһе ҡалҡа
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru